«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 26 октябрь 1956
Хөрмәтенә аталған освоение целины[d]
Дәүләт Flag of the Soviet Union.svg СССР
Уровень выше «Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы
Уровень ниже медаль «За строительство Байкало-Амурской магистрали»[d]
Изображение орденской планки
Һаны прибл. 1 345 520
Лауреаттар категорияһы Категория:«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
Commons-logo.svg «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы Викимилектә

«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы — СССР-ҙың дәүләт наградаһы

1956 йылдың 20 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән булдырыла. Миҙал проекты авторы — рәссам Н. Н. Филипповка.

Миҙал тураһындағы положение[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән Ҡаҙағстан, Себер, Урал, Иҙел һәм Төньяҡ Кавказ райондарында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү яҡшы эшләгәне өсөн колхозсылар, совхоз, МТС, төҙөлөш һәм башҡа ойошмаларҙың совет, партия, профсоюз һәм комсомол хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә.

«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән, ҡағиҙә булараҡ, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү райондарында ике йылдан да кәм эшләмәгән хеҙмәткәрҙәр тәҡдим ителә.

«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумы исеменән бүләкләнеүселәрҙең йәшәү урыны буйынса автономиялы республикалар Юғары Советтары Президиумы рәйестәре, рәйес урынбаҫарҙары һәм ағзалары һәм Хеҙмәтсәндәрҙең край, өлкә, район һәм ҡала советы депутаттары тарафынан тапшырыла.

Миҙал менән бергә бүләкләнеүсегә бүләкләү тураһында таныҡлыҡ тапшырыла.

«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғына тағыла һәм, башҡа ордендар һәм миҙалдар булғанда, «Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы артынан тағыла.

Миҙалдың тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР — СПб.: Печатный двор, 1997. — Б. 162—163. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР — Мн.: Народная асвета, 1986. — Б. 66—67.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]