«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы
«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 10 сентябрь 1947 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Көньяҡтағы ҡара күмер металлургия предприятиеларын тергеҙгән өсөн» миҙалы[d] |
Түбәнерәк дәрәжә | «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы |
Һаны | 46 350 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Награждённые медалью «За восстановление угольных шахт Донбасса»[d] |
«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы Викимилектә |
«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 10 сентябрендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал тураһындағы Положение СССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 23 июнендәге Ҡарары менән тулыландырыла.
Миҙал тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙал һүрәтенең авторы — рәссам Дубасов Иван Иванович.
«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы менән ҡабатлап бүләкләү осраҡтары билдәле. Мәҫәлән, Гайдуков И. И. ике тапҡыр бүләләнгән — — 1948 йылдың 26 апрелендә (танытма № 001936) һәм 1950 йылдың 10 октябрендә (танытма № 206742).
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы менән яҡынса 46 350 кеше бүләкләнгән.
Миҙал тураһындағы Положение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Донбасс күмер шахталарын тергеҙеү өсөн» миҙалы менән эшселәр, хеҙмәткәрҙәр, инженер-техник һәм хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре фиҙакәр хеҙмәте, юғары производство күрһәткестәре һәм Донбасс күмер сәнәғәтен тергеҙеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнә.
«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы менән бүләкләү предприятиелар етәкселәре, партия һәм профсоюз ойошмалары тәҡдиме менән эшләнә.
«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы менән бүләкләүгә тәҡдим итеүселәр исемлеге СССР Юғары Советы Президиумы исеменән Күмер сәнәғәте министрҙары тарафынан тәҡдим ителә һәм раҫлана.
«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумы исеменән бүләкләнеүселәрҙең йәшәү урындарында өлкә депутаттар советы башҡарма комитеттары тарафынан бирелә.
«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булған осраҡтарҙа «Көньяҡ ҡара металлургия предприятиеларын тергеҙеү өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
Миҙалдың тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы еҙҙән (баҡыр иретмәһенән) 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формаһында эшләнә.
Миҙалдың алғы яғындағы һул өлөштә тергеҙелгән шахта, уның копры өҫтөндә — флаг. Миҙалдың уң яҡ өлөшөндә яурынында вата торған сүкеш менән шахтер фигураһы. Артҡы планда — күтәрелеп килгән ҡояш, уның нурҙары миҙалдың бөтә өҫкө өлөшөн яҡтырта. Миҙалдың үрге өлөшөндә ярым түңәрәк буйлап «За восстановление угольных шахт Донбасса» тип яҙылған. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап лавр тажы урынлаштырылған, уның аҫҡы ботаҡтарында — биш осло йондоҙсоҡ һүрәте.
Миҙалдың артҡы яғында ике юл менән «ТРУД В СССР — ДЕЛО ЧЕСТИ» тип яҙылған. Яҙыу өҫтөндә — рельефлы сүкеш һәм ураҡ һүрәте.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла, ҡалып 24 мм киңлегендәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫмала алтын төҫтәге һәр береһе 5 мм киңлектәге һәм ҡара төҫтәге һәр береһе ике 4 мм киңлектәге буйҙар. Таҫма ситтәре тар ғына ҡара буй менән ҡаймаланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 138—139. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 65—66.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Медаль «За восстановление угольных шахт Донбасса». Ордена и медали СССР
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Награждённые медалью «За восстановление угольных шахт Донбасса»