Ҡыуат (Баймаҡ районы)
Ауыл | |
Ҡыуат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡыуат (рус. Куватово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 1754 йылда нигеҙләнгән[1]2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 207 кеше[2]. Почта индексы — 453679, ОКАТО коды — 80206804003.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыуат антропонимынан алынған[3].
Географик урыны[1]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 42 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 83 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыуат ауылында түңгәүер ырыуы башҡорттары йәшәй. Ауыл 1754 йылда[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса ХVIII быуаттың аҙағында[4]) нигеҙләнә Нигеҙ һалыусы Ҡыуат Кинйәғолов хөрмәтенә Кинйә атамаһы бирелә. Пугачев ихтилалынан һуң Түңгәүер улусы старшинаһы, пугачевсы Ҡыуат Асановтың исемен йөрөтә башлай. «Башҡорт АССР-ытарихы буйынса материалдар»ҙа Ҡыут ауылы ике тапҡыр — 1779 һәм 1789 йылдарҙа — телгә алына. Ҡыуат Асановтың өс улы булған: Иҫәнгилде (1814 йылда хәбәрһеҙ юғала, уның улдары — Иҫәнғол һәм Мөхәмәтшәриф), Ҡужаш (1759 йылғы) һәм Аблай (1781 йылғы)[4]. 1859 йылда 434 кеше кеше теркәлгән. 1842 йылда ауыл халҡы 44 бот ужым һәм 1220 бот ярауай бойҙай сәскән[4].
1815 йылда Ҡыуат ауылына Орск ҡәлғәһенән татарҙар Ниғмәтулла һәм Кәлимәлла Рәхмәтуллиндар ебәрелә. Ауылды аҫаба башҡорттар нигеҙләгән.
Совет осоро
1957 йылға тиклем ауыл Матрай районы составына инә, Яңы сиҙәм «Баймаҡ» совхозы ойошторолғандан һуң уның бүлексәһе була[1]
Бөгөнгө көнө
Ҡыуат ауылы Әбделкәрим ауыл биләмәһенә ҡарай. Мәктәп ябылғандан һуң балалар Әбделкәримгә мәктәп автобусында йөрөп уҡый. Ауыл халҡы малсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнә, бик күптәр сит тарафтарҙа вахта ысулы менән эшләй. Баймаҡ ҡалаһына һәм Йылайыр районының Юлдыбай ауылы баҙарына һөт ризыҡтарын, еләк-емеш, бәшмәк һатып көн итә[5]. «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә Ҡыуат ауылында һыу селтәре буйынса эштәр атҡарылды, фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә[5]. Ҡыуатта ир-егеттәр ҡоро үтте, унда төрлө мөһим мәсьәләләр күтәрелде: ауылды төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләү, зәңгәр яғыулыҡ үткәреү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск ҡуйыу һәм башҡа көнүҙәк проблемалар[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 198 | 97 | 101 | 49,0 | 51,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, башлыса Түңгәүер ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[7].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыуат ауылы топонимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Туҡал тауы; Мәндей тауы; Зыярат сауҡаһы; Хөсәйен тауы; Бейек тау; Мәрәй тауы; Ҡалтаташ тауы; Ҡыһалан; Борам үҙәге; Борам ҡоҙоғо; Селекле тау; Кәбәнташ ҡаяһы; Аһылай тауы; Ҡылысбай тауы; Һатыу туғайы, Һатыу йылғаһы; Сәүкәташ; Мәҙиносҡан ҡая; Ҡорайыры яланы; Ҡорайыры йылғаһы; Ағасҡорған; Тоҙтапҡан; Бешәле ер; Алтат яланы; Күгәрсенташ; Күгәрташ мәмерйәһе; Чапай ташы; Ҡыуат үлеге; Ҡаршытау; Ишбирҙе һарҡыуы; Аҡмырҙа һыуы; Ҡаратал; Муһағөйө; Дили үҙәге; Таҙғаҡ; Сыбы һырты; Сатра-һабантуй урыны; Сатра тауы, Сатра тамағы; Һынташ тауы; Һынташ йылғаһы; Имам ҡоҙоғо; Ылайымбирҙе йылғаһы (информатор Ләлә Рафиҡова[9]).
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Миңнур Дәүләтғәле ҡыҙы Солтанғолова — хеҙмәт ветераны. Әбделкәрим балалар баҡсаһы мөдире[10]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Кәримә Усманова. Май 2021. ҠЫУАТТАР ЙЫЙЫН ЙЫЙҘЫ
Фольклорҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Ишелгән сауҡа таға тылмай үҫеп китһә — ҡауышыуға, тип юрағандар. Ҡыуат ауылы янындағы урманда бер рәт кенә булып үҫеп ул тырған ҡайындар бар. Уларҙы янлап ҡына һуҡмаҡ үтә. Был ҡа йындарҙы ир-егеттәр Б ө й ө к Ватан һуғышына киткәндә ишкән. Уларҙың ҡайһыларын егеттәр менән ҡыҙҙар айырылышыу билдәһе тип юраған[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 5,0 5,1 Иңдәрендә — халыҡ хәстәре
- ↑ Кәримә Усманова. ҠЫУАТТАР ЙЫЙЫН ЙЫЙҘЫ
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Ҡыуат ауылы топонимдары
- ↑ Әле лә әүҙемдәр сафында
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. 1-се том. Йола фольклоры. — Өфө, Китап, 1995. — 560 бит. 138 бит 2022 йыл 27 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Иңдәрендә — халыҡ хәстәре
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |