Ямалиев Памир Камалетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ямалиев Памир Камалетдин улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 26 май 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Ташауыл ауылы
Вафат булыу көнө 27 март 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Яман шеш
Һөнәр төрө тренер
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
заслуженный тренер России
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты[d]

Ямалиев Памир Камалетдин улы (26 май 1942 йыл27 март 1999 йыл) — совет һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1994), биатлон буйынса спорт мастеры (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Памир Камалетдин улы Ямалиев 1942 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ташауыл ауылында тыуған. Юғары белемле, П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай (1976). Халыҡ-ара класлы 2 спорт мастерын, 30 спорт мастерын тәрбиәләгән. Улар араһында Европа чемпионы, 2 тапҡыр Бөтә донъя универсиадаһы чемпионы Павел Мөслимов, 2 тапҡыр СССР чемпионы Любовь Дюпина, СССР спорт мастеры (1979) һәм биатлон буйынса халыҡ-ара категориялы судья (2003)[3], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999) Альберт Сафаров.

1974 йылдан алып Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубы тренеры, бер үк ваҡытта 1986 йылдан алып — биатлон буйынса Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһының өлкән тренеры.

1999 йылдың 27 мартында яман шеш ауырыуынан Өфө ҡалаһында вафат була.

Өфөлә 2002 йылдан башлап йыл һайын, тренер Памир Ямалиев иҫтәлегенә арналған, «Памир Ямалиев призына» Бөтә Рәсәй асыҡ ярыштары үткәрелә, (Памир Ямалиев иҫтәлегенә биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары[1]).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]