Эстәлеккә күсергә

Ташауыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ташаулово
башҡ. Ташауыл
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Таймый ауыл Советы

Координаталар

55°29′46″ т. к. 57°42′37″ кс. о.HGЯO

Халҡы

187[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452494

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 855 005

ОКТМО коды

80 647 455 121

Ташаулово (Рәсәй)
Ташаулово
Ташаулово
Ташауыл (Башҡортостан Республикаһы)
Ташаулово

Ташауыл (рус. Ташаулово) — Башҡортостанда Салауат районындағы ауыл, Таймый ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 187 кеше[2]. Почта индексы — 452494, ОКАТО коды — 80247855005.

Район үҙәге Малаяҙҙан төньяҡ-көнбайышҡа 63 километрҙа һәм Кропачёво тимер юл станциһынан (Силәбе өлкәһе) төньяҡҡа табан 92 километр алыҫлыҡта Йүрүҙән йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан 165 саҡрымда урынлашҡан[3].

Ауылға XVIII быуаттың 2-се яртыһы Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ул ваҡытта ауыл шулай уҡ Таш, Тәкә исемдәре менән дә теркәлгән.

1795 йылда 12 хужалыҡта — 94 кеше, 1865 йылда 21 йортта  103 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[4].

1816 йылда 13 йортта йәшәгән 74 ир-ат иҫәпкә алынған, шуларҙан 2-һе күп ҡатынлы булған. 1779 йылғы Сисәнбай Сәлимов һаман 1812 йылғы Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған. Уның Күсәрбай (уның улдары Ҡусҡарбай, Кинйәбулат) һәм Ишморат (уның улы Ишнияз) тигән ағай-энеләре булған.

1834 йылда — 90, 1859 йылда — 89, 1920 йылда  419 башҡорт булған.

Һөрөнтө ерҙәре тау итәгендә урынлашҡан. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше ҡулланылған. Арыш, һоло, бойҙай сәскәндәр.

1842 йылда 81 кешегә 17 сирек ужым һәм 97 сирек яҙғы ашлыҡ икмәге, 2 сирек картуф сәскәндәр. 16 хужалыҡта 51 баш йылҡы, 62 һыйыр, 23 һарыҡ, 31 кәзә аҫырағандар. 7 солоҡ һәм 2 умарта булған[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Мырҙалар улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
181610-сы йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
183410-сы йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
184710-сы йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
185910-сы йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Мырҙалар улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Мырҙалар улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Мырҙалар улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Мырҙалар-Мәсетле ауыл советыМалаяҙ районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Мәсетле ауыл советыСалауат районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1990Мәсетле ауыл советыСалауат районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX—XXI быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда бында мәсет иҫәпкә алынған[6][7]. Әлеге ваҡытта Ташауылда клуб бар[8].

Ташауылда башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл251
1920 йыл 26 август419
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар443
1959 йыл 15 ғинуар468
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар276
2002 йыл 9 октябрь252
2010 йыл 14 октябрь187929549,250,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Күл урамы (рус.  Озёрная (улица)
  • Үҙәк урамы — (рус.  Центральная (улица)[10]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ташауыл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Ташауыл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. http://strbsu.ru/page/207/?option=com_docman&task=cat_view&gid=24&limit=20&limitstart=0&order=name&dir=ASC&Itemid=99999999(недоступная ссылка)
  10. Карта д. Ташаулово. Улицы.