Эстәлеккә күсергә

Әлкә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Алькино
башҡ. Әлкә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Әлкә ауыл Советы

Координаталар

55°05′17″ с. ш. 58°04′43″ в. д.HGЯO

Халҡы

488[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452481

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 805 001

ОКТМО коды

80 647 405 101

ГКГН номеры

0520187

Алькино (Рәсәй)
Алькино
Алькино
Әлкә (Башҡортостан Республикаһы)
Алькино

Әлкә (рус. Алькино) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, ауыл биләмәһе үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 488 кеше булған[2]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805001[3].

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 14 км

Әлкә ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Көҫкәнде йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 15 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 14 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Әлкә ауылына Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә нигеҙ һалған.

1795 (башҡа мәғлүмәт буйынса — 1739) йылдан билдәле. Ауыл Әлкә, Шайтан-ауыл тип аталған.

1795 йылда ауылда 8 хужалыҡта 108 кеше йәшәгән. 1816 йылғы VII йәниҫәп буйынса 11 йортта 78 кеше, 1834 йылда 128 кеше булған.

1795 йылда Әлкә ауылы, Иҙрис, Йонос, Юлай ауылдары менән бер рәттән, Шайтан-Көҙәй улусына ҡараған.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғандан һуң, Аҙналы, Юлай, Ҡасай, Тәкәй, Морат, Яҡуп, Исмәғил һ. б. ауылдар яндырылған.

Салауат Юлаев тыуған Тәкәй ауылын ҡырғын командалары яндырғандан һуң, документтарҙа ул 1783 йылда ла, 1795 йылда ла теркәлмәгән. 17561775 йылдарҙа Тәкәй, Юлай һәм Йонос бер үк ваҡытта йәшәгән күрше ауылдар булған. Шуға күрә улар араһында ниндәйҙер күсәгилешлелек тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел.

Шулай итеп, элегерәк бер үк Йонос ауылы Тәкәй ҙә, Юлай тип тә йөрөтөлгән тигән фекер менән ризалашып булмай. Бөтә өс ауыл да бер үк осорҙа йәнәш торған.

Юлай Аҙналин һәм уның улы Салауат Юлаев, үҙҙәре әйтеүенсә, Тәкәй ауылында тыуғанын һәр ваҡыт әйтеп йөрөгән, ул атаһы Юлайҙың төп ауылы Аҙналыла түгел, ә Аҙналынан бүленеп сыҡҡан Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй һәм Аҙналы ауылдары халҡы күсеп ултырған Юлай ауылын (унда Юлай менән Салауат та йәшәгән) шулай уҡ бүлендек ауыл тип һанауға тулы нигеҙ бар. Был ауылдар 1775 йылда язалаусылар тарафынан яндырылған һәм бөтөнләй юҡ ителгән[5].

Төрөкмән аймағының Тәкәй ауылына килгәндә, Шайтан-Көҙәй улусының шул уҡ исемле ауылына уның бер ҡағылышы ла юҡ. Был ауыл XVIII быуаттың 50-се йылдары уртаһында барлыҡҡа килгән. Көҙәйҙәр араһында Ҡобау башҡорттары ла булған. Тәүге төпләнеүсенең улдары билдәле аҫабалар була: 1773 йылда Ҡобау ауылы кешеһе Әбдрәшит Тәкәев Ҡобау улусы ерҙәренә сыуаштарҙы индереү килешеүен төҙөүҙә ҡатнаша; икенсе улы Ғәббәс Тәкәев Өфө өйәҙенең 8-се башҡорт кантоны начальнигы була.

Яндырылған ваҡытында иҫән ҡалған Аҙналы, Тәкәй, Юлай, Морат, Ҡасай, Яҡуп, Ысмаил ауылдары халҡы Шығанай һәм Иҙрис, шулай уҡ яңы нигеҙләнгән Әлкә һәм Юныс һ. б. ауылдарына йәшәргә күскән.

Әлкә халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 127 кешегә 25 сирек ужым ашлығы, 122 сирек яҙғы иген сәселгән.

20 йортҡа 86 ат, 87 һыйыр, 21 һарыҡ, 5 кәзә аҫыралған. 2 сирек бәрәңге лә сәскәндәр.

1842 йылда 10 умарта иҫәпкә алынған. VII рәүиз һәм башҡа йылдарҙағы йәниҫәп документтарында мәсет иҫәпкә алынған[6].

Әлкә атамаһы Шайтан-Көҙәй улусының абруйлы аҫаба башҡорто Әлкә Булатов исеменән алынған[6]. Әлкә Булатов 1762 йылдың 21 авгусында заводчиктар И. Б. Твердышев менән И. С. Мясниковҡа улус еренең бер өлөшөн 60 йылға ҡуртымға биреүе менән билдәле. 1786 йылдың 15 октябрендә ауылдың 77 йортоноң ышаныслы кешеһе Әлкәнең улы Әптекәй Әлкәев (1738—1814), ауылдаштары муллалар Юлыҡай Әбләзев һәм Йәркәй Ҡасаев (Ҡасай ауылы яндырылғас, Шағанайҙа йәшәгән, 1775 йылда улус старшинаһы булған), Юныс ауылына нигеҙ һалыусының улы Күҙекәй Юнысов, элек Аҙналы ауылында йәшәгән Ырыҫөмбәт Аптраҡов менән, Шайтан-Көҙәй улусының аҫаба ерҙәрен заводсы И. И. Бекетоваға һатыу килешеүен төҙөгән[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Әлкә ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлкәлә 1859 йылда 138 кеше, 1895 йылда 44 хужалыҡта 230 кеше йәшәгән[7].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Әлкә ауылында мәсет, запас иген һаҡлау мөгәзәйе теркәлгән. Әлкәнән көнбайышҡа табан 3 километрҙа Көҫкәнде йылғаһы буйында Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй урынлашҡан булған.

Әлкә ауылында 1920 йылда 60 йортта 280 кеше йәшәгән[8].

Әлеге ваҡытта Әлкә ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, Салауат Юлаев музейы филиалы, мәсет бар[9].

Әлкә ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 280
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 358
1959 йыл 15 ғинуар 431
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 539
2002 йыл 9 октябрь 533
2010 йыл 14 октябрь 488 241 247 49,4 50,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылдың билдәле кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алкин Мәжит Сәмиғулла улы (15.02.1940—25.03.2022), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2011), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты (1972).
  • Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (29.08.1936—28.06.2017), башҡорт милли музыка ҡоралдарын реставрациялау һәм эшләү оҫтаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988), Рәсәй Хөкүмәтенең «Душа России» премияһы лауреаты (2013).
  • Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы (26.12.1927—23.02.1998), Әлкә урта мәктәбендә тарих һәм география уҡытыусыһы, 1965 йылдың 15 сентябрендә мәктәптә Салауат Юлаев мөйөшөн булдыра, һуңынан ул музейға әүрелә. Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Салауат Юлаевтың портретының бер вариантын төшөрөүсе.
  • Фәттәхов Таһирйән Кашаф улы (1954 йыл — ?) — табип-онколог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
  • Аҙналин урамы (рус.  Азналин (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Нур урамы (рус.  Нура (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица)
  • Күпер урам (рус.  Мостовая (улица)
  • Шишмә урамы (рус.  Родниковая (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Ҡулса урамы (рус.  Кольцевая (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[10]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Әлкә һәм әлкәләр тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992.
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001; книга 9, с. 126—130
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Историко-археологическое исследование д. Текеево XVIII б. Тәкәй ауылын тарихи-археологик тикшереү
  • Ахатов А. Т. — Историко-археологическое исследование д. Текеево XVIII в.: (по материалам экспедиционного выезда в Салаватский район Республики Башкортостан в 2017 г.) // Genesis: исторические исследования. — 2018. — № 11. — С. 80 — 91. DOI: 10.25136/2409-868X.2018.11.27991 URL: https://nbpublish.com/library_read_article.php?id=27991
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Әлкә ауылы «Госсправка» сайтында
  4. Әлкә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. МИБ. Т. 5. С. 196. Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. С. 325. Йәшлек, 9 сентября 1997 г.
  6. 6,0 6,1 6,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Әлкә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Әлкә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Әлкә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Карта д. Алькино. Улицы