Эстәлеккә күсергә

Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы (26 декабрь 1927 йыл23 февраль 1998 йыл) — уҡытыусы-тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Йәшәү бәхете- күңел сафлыҡта,

Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ ,хаҡлыҡта.

Йәшәү бәхете- илең, халҡың өсөн

Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.

«Бына ошолай эш тип, иле , халҡы тип янып йөрөнө, халҡына хеҙмәт итеүҙә үҙен бәхетле һананы оло йөрәкле уҡытыусы, минең ҡайным, Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин»( Ильвира Заһиҙуллина)

Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин 1927 йылдың 26 декабрендә Йонос ауылында тыуған. Башланғыс белемде Тархан Сәғит улына Йонос ауылында Сәлих Хөснөтдинов бирә . Уҡыуға һәләте һәм дәрте булғас,малай был белем менән генә хушһынмай, уҡыуын Яхъя мәктәбендә дауам итә. Оҙаҡламай Әлкә ауылында ла 7 йыллыҡ мәктәп асыла, һәм ул яҡындағы мәктәпкә күсә.Урта белем алыу теләге үҫмерҙе Иҫке Ҡаратаулы (хәҙерге Малаяҙ) мәктәбенә уҡырға килтерә. Дәүләт имтихандарын Нәсебаш урта мәктәбендә , сабата кейеп йәйәү йөрөп, бирә. Салауат районында иң тәүгеләрҙән булып урта мәктәпте тамамлай. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, уны Әлкә 7 йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр.

1947- 1948 уҡыу йылында Әлкә мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта. 1948 йылдан башлап мәктәптә география, биология, математика , рәсем , черчение ( һыҙма), физика, химия дәрестәрен уҡыта. Һәр дәрес уҡытыусынан даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләүҙе талап итә,быны Тархан Сәғит улы бик яҡшы аңлай .

1949 йылда Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтына ( хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) химия, биология, география факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1952 йылда тамамлай.

1966 йылда, белемен үҫтереү маҡсатында, Силәбе педагогия институтының география факультетында уҡырға инә һәм уны яҡшы билдәләргә генә тамамлай.

Әлкә мәктәбендә уҡытыуға ул 40 йыл ғүмерен бағышлаған. Биология уҡытҡан сағында ул тәжрибә үткәреү мөйөшө ойошторған. Балалар менән кукуруз үҫтергән, ағастар ултыртҡан һәм төрлө ашламалар ҡулланып тәжрибәләр үткәргән. Алмағасҡа икенсе сорттың ботаҡтарын ялғап, тәжрибәләр яһаған .Тәү башлап мәктәптә Тархан Сәғит улы балалар менән кишер, сөгөлдөр, һуған ултыртып , мул уңыш алыуға өлгәшкән.

Химия фәнен уҡытҡанда төрлө тәжрибәләр эшләп, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп алып барған.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы ваҡытлыса киткәс, әҙәбиәт дәрестәрен дә уҡытып ала. Был осорҙа Рәми Ғарипов менән осрашып тора , уның “Туған тел “ шиғырын беренселәрҙән булып уҡыусыларына уҡып ишеттерә, ятлата. Рәми Ғарипов менән улар бик дуҫ булғандар, бере-береһенә барышып йөрөгәндәр, аралашып торғандар.Уларҙың бергә төшкән фотоһы быға асыҡ дәлил. Тархан Сәғит улы Рәми Ғарипов туған тел өсөн көрәш ваҡыында ғәҙелһеҙ эштән бушатылып, тыуған яғында ҡыуышта ятҡан тауға арнап “Ҡаратау" картинаһын ижад иткән.

Тархан Сәғит улы мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү эшен йәйелдереп ебәрә. Балаларҙы Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштыра, һәр шиғырын үҙе яттан белә, батырҙың атаһы Юлай Аҙналин һәм Емельян Пугачев үткән һуғыш юлдарынан үтәләр. Һәр атаманың килеп сығышы менән танышалар, альбом төҙөйҙәр. Тирә яҡтағы мәмерйәләр, шишмәләр, йылғалар, тауҙар араһында экскурсияларға йөрөйҙәр. Тәбиғәте менән тынғыһыҙ кеше Тархан Заһиҙуллин балаларға ла тынысланырға ирек бирмәй. Бай рухи мираҫты бала аңына еткереү, күңел һандығына юйылмаҫлыҡ итеп һалыу өсөн тырыша. Балаларҙы дәртләндереп ,үҙ артынан эйәртә белеүсе энтузиаст ,балалар дуҫ, татыу, әүҙем булһындар өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәй. Тархан Сәғит улы һәр ваҡыт балалар янында була, һәр нәмәне аңлата,өйрәтә. Һәр йыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа ҡатнаша.

Лагерҙа эшләгән осорҙа балаларҙың ялын күңелле үткәреү өсөн тырыша, балалар йырсылар, актёрҙар, хәбәрселәр менән осрашып тора.Фидан Ғафаров, Олег Ханов менән осрашыуҙар балалар күңелендә яҡты иҫтәлек булып ҡалған. Лагерҙа балаларҙы үҫентеләрҙе тәрбиәләргә ентекләп өйрәтә. Физкультура дәрестәрен уҡытҡанда уҡыусыларын саңғыла яланға , тауға алып сығыр булған, төрлө кросстар ойошторған.

Тахан Заһиҙуллин Салауат районы һәм республика халҡына Салауат Юлаев менән бәйле эшмәкәрлеге аша билдәле.

Аҡ ҡуянҡайҙын балаһы

Ҡолаҡ осҡайында ҡараһы.

Салауаттың тыуған төйәге

Ике генә йылға араһы.

Ошо халыҡ йыры менән башлар була Тархан Заһиҙуллин Салауат Юлаевҡа арналған сығыштарын.Үҙенең Салауат Юлаевҡа арналған телмәрен архивтарҙа эҙләнеүҙәре, бөйөк рус тикшеренеүселәре Рычков, Нефедов , Паллас, Крашенинников,Руденко яҙмалары менән раҫлар була.Ул үҙ фекерҙәрен газета һәм журналдар аша республика халҡына еткереп тора.

Халыҡ Тархан Сәғит улын Салауат Юлаев тип янып йөрөгән кешеләрҙең береһе ине тип хәтерләй. Иң беренселәрҙән булып уның тураһында материалдар туплап, музей ойоштороп йөрөүсе лә , Салауат Юлаев менән бәйле урындарға эскурсия ойоштороусы ла ул була. Салауат Юлаевтың тыуған яғына тип килеүсе һәр кеше: журналист, яҙыусы, шағир, рәссам, ғалим- һәр береһе Тархан Сәғит улының өйөндә ҡәҙерле ҡунаҡ була. Уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табып аралаша, һәр нәмәне аңлатып бирергә әҙер тора.

Cалауат Юлаев уның бөтә булмышын биләп алған.Уның тураһында бик күп белешмәләр уҡып, ололарҙан һорашып, Салауат Юлаев портретын яҙыуға ла өлгәшә. Картинаһында Салауат йәш, ҡыйыу ҡарашлы, сос ир-егет итеп һүрәтләнә. Был картина бөгөн Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейын биҙәй.

Салауат Юлаев тыуған төйәген билдәләү өсөн күп көсөн сарыф итә. Тарихсы- археолог Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция килгәс, архелогтарға ярҙам итеп йөрөй, уларҙың көнкүреше тураһында ҡайғырта.

Аҙналы ауылы урыны билдәле булғас, үҙенең элекке уҡыусыһы, бөгөнгө көндә уның эшен дауам итеүсе, музей етәксеһе Вельмер Иштимер улы менән Учалыға барып, мәрмәр стела эшләтеп, Салауат районына алып ҡайтып ҡуйҙыртҡан.

Тәкәй урынына таштан тирмә эшләтергә хыяллана илһөйәр, тик өлгөрә алмай. Әлкә администрацияһы территорияһында Салауат тыуған төйәктә, уға арналған комплекс та булырға тейеш,проект эшләтәм тип, Өфө юлын күп тапай Тархан Сәғит улы. Проект эшләнә, ләкин йәмғиәттәге үҙгәртеп ҡороу был ҙур эшкә ҡамасаулай.

Бөгөнгө көндә Малаяҙҙың уртаһында ҙур күркәм бинала урынлашҡан Салауат Юлаев музейы, Әлкә мәктәбенең пионер бүлмәһенә бөртөкләп йыйылған материалдарҙан юл алған.

Хәбәрсе булараҡ Тархан Заһиҙуллиндың иғтибарынан бер нимә лә ситтә ҡалмай. Ауыл яңылыҡтары, колхоз-мәктәп эштәре, арҙаҡлы яҡташтары тураһында белешмә, Салауат Юлаеавтың тыуған урыны һәм уның тарихта биләгән урыны тураһында бик күп яҙа уҡытыусы. Яҡташтарын ул тау-таш, ялан-урмандар атмаһының килеп сығышы менән таныштырып торған. Уның яҙған мәҡәләләренән Әлкә ауыл биләмәһе, Салауат районы тураһында күп мәғлүмәт алырға була .

Тархан Сәғит улы яҡшы фотограф та булған. Ауылдағы берҙән-бер фотоаппаратҡа ауылдаштарын фотоға төшөрөп, эшләп тә биргән. .

Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин 1965 йылдың ноябрендә Әлкә урта мәктәбендә республикала беренсе тапҡыр Салауат Юлаев музейын ойошторған, 48 йыл ғүмерен Салауат батырҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүгә арнаған, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, беренсе булып , республикала Салауат Юлаев орденын булырырға, Өфөнөң Октябрь проспектына Салауат Юлаев исемен бирергә, Салауат районы гәзитен башҡорт телендә “Йүрүҙән” тип сығарырға кәрәк тигән тәҡдимдәр менән сығыш яһаған.

1991 йыл 15 июндә район үҙәге Малаяҙҙа асылған Салауат Юлаев дәүләт музейы нигеҙен Тархан Сәғит улы Әлкә мәктәбендә ойошторған музей экспонаттары тәшкил итә. 28 йыл үткәс, 1993 йылда 23 февралендә Әлкә ауылында Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин икенсе тапҡыр Салауат Юлаев музейы асҡан. Улы Айрат, Энгель, Хаммат Исмәғилевтар менән бергә мәктәп музейы өсөн картиналар эшләй. Энгель Тархан улы,папье- маше һәм башҡа материалдар ҡулланып, Салауат Юлаев менән бәйле урындарҙың барельеф картаһын төҙөй- һәр ауыл ут менән яҡтыртылып, күренеп тора.

Атаһы Сәғит Заһит улы 1882 йылдан 1961 йылға тиклем Йонос ауылында йәшәгән һәм эшләгән. Әсәһе Фәрхиямал Ғималетдин ҡыҙы 1885 йылда Мөсәт ауылында тыуған . Йонос ауылына кейәүгә сығып,оҙаҡ йылдар эшләп ,балалар үҫтереп, 1962 йылда вафат булған.

Ҡатыны- Роза Нуриәхмәт ҡыҙы,Әлкә мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Улдары- Валерик, Энгель, Айрат.

Тархан Сәғит улының өйөндә ижади мөхит урынлаштырылған була.Уның балалары һүрәт төшөргәнен ҡарап, төрлө гәзит – журналдар уҡып, әсәләренең рус теле һәм әҙәбиәтенән булған китап-журналдарын уҡып үҙаллы белем алғандар. Аталары улдарын үҙ артынан эйәртеп саңғы шыуырға, һунарға , балыҡҡа йөрөткән. Ҡулдарында балта-йышҡы тоторға, станок менән эшләргә лә өйрәткән. Шуның өсөн балалары оҫта ҡуллы - рәссам, музыкаль яҡтан һәләтле, һөйләү телмәре үҫешкән кешеләр булып формалашҡандар. Тархан Сәғит улы районда беренсе булып мансардалы өй һалып ингән.

Тархан Сәғит улының өс улы һәм өс килене уҡытыусы .Үҙе- 40, ҡатыны Роза Нуриәхмәт ҡыҙы -30,оло улы Валерик -3,килене Ләбибә – 37 , икенсе улы Энгель-13,Ильвира килене-23, кесе улы Айрат-5, килене Светлана- йыл мәктәптә эшләгән. Оло улының балалары уҡытыусы һөнәренә уҡығандар, ейәнсәре Айгөл генә ошо юлдан киткән. Икенсе улының ҡыҙы Ләйсән , Өфөлә 138-се мәктәптә рәсем, һыҙма дәрестәре, тормош һабаҡтары дәресен алып бара.

Салауат районы Әлкә ауылы Салауат Юлаевтың тыуған төйәге- 18 быуатта яндырылған Тәкәй ауылы торған урындан йыраҡ түгел. Әлеге Әлкә ауылы биләмәһендә генә 8 ауыл яндырылған. Тарихсылар араһында Тәкәй ауылының иҫән ҡалған кешеләре- Әлкә ауылына нигеҙ һалыусылар, тигән фараз таралған.

Был төбәктә йәшәгән халыҡ быуаттар буйы Салауат Юлаев хаҡында йәнле хәтирәләр һаҡлай. Ләкин районда һәм республикала ни сәбәп менәндер Салауатҡа арналған музей булмай.

Салауат Юлаев музейын булдырыуҙа ,һис шикһеҙ, ул ваҡыттағы Әлкә һигеҙ йыллыҡ (һуңыраҡ урта) мәктәбе тарих һәм география уҡытыусыһы Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин һәм Әбүзәр Хәким улы Сафиуллиндың роле ҙур.

1961 йылда Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин балалар менән йорттан йортҡа йөрөп, иҫке әйберҙәрҙе йыя башлай. Бер аҙ материал тупланғас, мәктәптең бәләкәй генә бер бүлмәһендә Салауат Юлаевҡа арналған мөйөш булдырыла.

1965 йылдың 15 сентябрендә Әлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә Салауат Юлаевҡа арналған тәүге иҫтәлеке мөйөш асыла. Бер аҙҙан ул мәктәп музейы статусын ала. Уның мөдире булып бер нисә йыл Тархан Заһиҙуллин эшләй.

1970-се йылдар аҙағында Салауат Юлаев музейы район үҙәге Малаяҙға күсерелеп, мәктәп-интернаттың бер бүлмәһенә ҡуйыла. Музейҙың үҫешенә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әбүзәр Сәйфуллин тос өлөш индерә.Әбүзәр Сәйфуллин үҙ теләге менән экспонаттар йыя, бер аҙ ваҡыт уларҙы үҙ өйөндә һаҡлай. Уларҙы йыуып, тәртипкә килтереүҙә ҡыҙы Әлфиә Сәйфуллина ла ҡатнаша.

1975 - 1988 йылдарҙа музейға Әлфиә Сәйфуллина етәкселек итә. Был ваҡытта музейҙы алтын ҡуллы оҫта Рәшит Ғәлимов биҙәй. Уға уҡыусыһы Тайфур Абдуллин ярҙам итә.

1991 йылда музейҙың яңы бинаһы ҡалҡып сыға. Был йылдарҙа музейҙа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәтмулла Ғафаров директор була. 10 йылдан ашыу музей директоры булып Маргарита Сәфәрғәлина эшләй.

2002 йылда музейҙа реконструкция үтә. Музейҙың тышҡы ҡиәфәте матурлана, яңыра, ә документтар шул уҡ ҡала. Музейҙың бөгөнгө директоры- Зилә Садиҡова . Музей «Салауат эҙҙәре буйлап» туристик маршрутының иң мөһим өлөшө булып тора.

Емельян Пугачев фильмында төшкәне

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1978 йылда режиссёр Алексей Салтыков Пугачев образы менән ҡыҙыҡһынып, уға бағышлап, фильм төшөрә. Билдәле режиссёр фильмда Крәҫтиәндәр һуғышын һүрәтләй, Емельян Пугачевты көслө рухлы, үҙенең артынан кешеләрҙе эйәртә алыусы етәксе итеп күрһәтә.

Режиссер фильмда төшөргә Салауат районы кешеләрен дә саҡыра. Әлкә ауылынан уҡытыусы Тархан Заһиҙуллин, Энгель Кәримов һәм Яңы Ҡаратаулынан Мәҫәлим Ғәлин фильмдың бер нисә күренешендә төшә. Кино барышында уларҙы күреп ҡалырға була.

  • "Емельян Пугачев" фильмында яҡташтарыбыҙ төшкән

rbsmi.ru/.../emelyan-pugachev-filmynda-ya-tashtaryby-t-shk.

  • «Киске Өфө» гәзитенең сайты - БАТЫРЫБЫҘ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП ...

kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=2613

  • Салауатыбыҙҙың рухы ҡыуанһын » "Йәшлек" гәзите

www.ye02.ru › Рубрикалар › Хәтер

  • 65 - Архив газеты "Йәшлек"

www.yeshlek-gazeta.ru › Башҡортостан › Хәтер

  • Стена | ВКонтакте [1]
  • Һүнмәгән дә, һүрелмәгән дә рух » Башҡортостан гәзите [bash.bashgazet.ru/obshestvo/13591-nmgn-d-relmgn-d-ruh.html]
  • Салауат Юлаев музейының барлыҡҡа килеү тарихы | izi.TRAVEL

https://izi.travel/en/0a04-salauat-yulaev-muzeyynyn.../ba(недоступная ссылка)

  • Результаты поиска

Салауат Юлаев музейы — Башҡорт Википедияһы https://ba.wikipedia.org/wiki/Салауат_Юлаев_музейы

  • Парадная лестница | izi.TRAVEL

https://izi.travel/it/23e4-paradnaya-lestnica/ru

  • Родина Салавата Юлаева :: Геокэшинг ::

www.geocaching.su/index.php?pn=101&cid=20426

  • Салават Юлаев — Ураловед

https://uraloved.ru/ludi-urala/salavat-yulaev

  • МОБУ СОШ с. Алькино - История школы

alkino-school.ucoz.ru/index/istorija_shkoly/0-86 8