Эстәлеккә күсергә

Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нияз Мәжитов битенән йүнәлтелде)
Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 август 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Туғай, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 октябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим, археолог, тарихсы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө археология, тарих[1] һәм Башҡортостан тарихы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Пшеничнюк Анатолий Харитонович
Әүҙемлек урыны Башҡортостан Республикаhы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Академик Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы

Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (20 август 1933 йыл — 11 октябрь 2015 йыл) — тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (19952002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе (20002009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006) һәм 20062012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 1933 йылдың 20 авгусында Башҡортостан АССР-ы-ның Ғафури районы Туғай ауылында тыуған. Милләте — башҡорт. Атаһы — Мәжитов Абдулхаҡ Абдулла улы, үҙенең ғүмере буйы тиерлек 1919 йылдан 1960 йылға тиклем мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан; әсәһе Хәйербаныу Билал ҡыҙы колхозда эшләгән[2]. СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәрҙән Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президентына тиклем юл үтә[3].

1941—1948 йылдарҙа Туғай башланғыс, Имәндәш тулы булмаған һәм Өфө ҡалаһының 9-сы һанлы урта мәктәптәрендә уҡый[4].

1951—1956 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге Молотов дәүләт университетының (хәҙерге Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты) тарихи-филология факультетының тарих бүлегендә белем ала. Бында билдәле тикшеренеүсе О. Н. Бадер йоғонтоһо арҡаһында археология менән ҡыҙыҡһына башлай. Университетты 1956 йылда тамамлай[4].

1956 йылдың илюленән СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй[2]:

  • 1956—1965 йылдарҙа — кесе ғилми хеҙмәткәр (1956 йылдың 9 сентябренән 1 ноябренә тиклем — өлкән лаборант);
  • 1965—1968 йылдарҙа — археология һөнәре буйынса өлкән ғилми хеҙмәткәр;
  • 1968—1976 йылдарҙр — археология һәм этнография секторы мөдире;
  • 1976—1977 һәм 1978—1979 йылдарҙа — археология музейы менән археология, этнография һәм халыҡ сәнғәте секторының ғилми хеҙмәткәре.

1957 йылдан археологик экспедицияларҙы ойоштора һәм етәкләй[2].

1963 йылда СССР Фәндәр академияһының Археология институтында «Бахмут мәҙәниәте: Беҙҙең эраның I мең йыллыҡ уртаһында Төньяҡ Башҡортостандың халҡы» («Бахмутинская культура: (Население Северной Башкирии в середине I тысячелетия нашей эры)») тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1968 йылда башҡорт телендә «Башҡорт археологияһы» монографияһын баҫтыра[2].

1976 йылда уның етәкселегендә республика археологик ҡомартҡыларының тәүге исемлеге — «Башҡортостандың археологик картаһы» («Археологическая карта Башкирии») нәшер ителә. Археология һәм этнография музейын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша[2].

1977 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй[2]:

  • 1977 йылдан — доцент вазифаһын башҡарыусы булараҡ археология буйынса лекциялар уҡый;
  • 1979 йылдан — доцент вазифаһында уҡыта;
  • 1989—2000 йылдарҙа — археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы мөдире;
  • 1991 йылдан — профессор.

Университетта эшләгән осорҙа ла археологик экспедициялар ойоштора һәм етәкләй, уларҙың материалдары 2012 йылда булдырылған Башҡорт дәүләт университетының Археология музейы нигеҙенә ятҡандар[2].

1988 йылда «VII—XIV бб. Көньяҡ Урал: башҡорттарҙың килеп сығышы тураһындағы мәсьәләгә археология мәғлүмәттәре» («Южный Урал в VII—XIV вв.: данные археологии к вопросу о происхождении башкир») тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1994 йылда Ә. Н. Солтанова менән берлектә «Боронғо осорҙан XVI б. тиклем Башҡортостан тарихы» («История Башкортостана с древнейших времен до XVI в.») монографияһын сығарған[2].

1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 2006 йылдан — вице-президенты, бер үк ваҡытта Социаль һәм гуманитар фәндәр бүлегенең академик-секретары була.

2011—2014 йылдарҙа үҙе ойошторған «Боронғо Өфө» Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры урынбаҫары вазифаһын үтәй, уның фәнни етәксеһе була.

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 2015 йылдың 11 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булған[5][3][6].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың тимер быуатҡа һәм урта быуаттарға ҡараған археологик мәҙәниәттәрен һәм ҡомартҡыларын өйрәнеүгә, башҡорттарҙың этногенезы мәсьәләләренә арналған. Башҡорт-Бөркөт, Бикеш, Биш Уба I, Дежнев, Ҡаранай, Ҡәҙер, Әлмөхәмәт ҡурғандарын, Имәндәш ҡаласығы һәм башҡа археологик ҡомартҡыларын асҡан. Бахмут, Турбаҫлы, Кушнаренко археологик мәҙәниәттәрен өйрәнеп, башҡорттар менән Башҡортостан территорияһында борон һәм урта быуаттарҙа йәшәгән халыҡ араһында күсәгилешле бәйләнеш барлығын асыҡлаған. Өфө II ҡаласығын өйрәнеү эшен башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы.

  • Поселения бахмутинской культуры // Башкирский археологический сборник. — Уфа, 1959. — С. 143—151.
  • Курганный могильник в деревне Ново-Турбаслы // Башкирский археологический сборник. — Уфа, 1959а. — С.114-142.
  • Поселение Ново-Турбаслинское II // Археология и этнография Башкирии. Т. I. — Уфа, 1962. — С. 151—162.
  • Ищериков П. Ф., Мажитов Н. А. Городище Уфа II // Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962.
  • Бахмутинская культура: (Население Сев. Башкирии в середине I тысячелетия нашей эры) : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата исторических наук / Акад. наук СССР. Ин-т археологии. — М., 1963. 16 с.
  • К изучению археологии Башкирии I тысячелетия нашей эры // Археология и этнография Башкирии. Т.II. — Уфа, 1964. — С. 101—110.
  • Новые материалы о ранней истории башкир (предварительное сообщение) // Археология и этнография Башкирии. Т.II. — Уфа, 1964а. — С. 148—157.
  • Башҡорт археологияһы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 174 б.
  • Бахмутинская культура: этническая история населения Северной Башкирии середины I тысячелетия нашей эры. — М.: Наука, 1968. — 166 с.
  • Происхождение башкир (историко-археологический анализ) // Археология и этнография Башкирии. Т.IV. — Уфа, 1971. — С. 11-16.
  • Тайны Древнего Урала. Археология. Ученые. Открытия. Гипотезы. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1973. — 184 с.
  • Археологическая карта Башкирии / Отв. ред. О. Н. Бадер. — М.: Наука, 1976. — 262 с.(авторҙаш)
  • Южный Урал в VII—XIV вв. — М.: Наука, 1977. — 240 с.
  • Курганы Южного Урала VIII—XII вв. — М.: Наука, 1981. — 163 с.
  • Южный Урал в VI—VIII вв. // Археология СССР. Степи Евразии в эпоху средневековья. — М.: Наука, 1981. (авторҙаш)
  • Южный Урал в VII—XIV вв. — Автореф. дисс. доктора ист. наук. Новосибирск, 1986. 53 с.
  • Мажитов Н. А., Гайнуллин Д. О некоторых древнетюркских и башкирских параллелях // Материалы по археологии Южного Урала: Межвузовский научный сборник. — Уфа: Изд-во Башкирского гос. ун-та, 1992. — С. 109—113.
  • Материалы к хронологии средневековых древностей Южного Урала (VII—XIвв.) // Хронология памятников Южного Урала: Сборник статей. — Уфа, 1993. -С. 119—140.
  • История Башкортостана с древнейших времен до XVI века. — Уфа, Китап, 1994. (авторҙаш)
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 1994. — 360 с.
  • Курултай — высшая форма башкирского национального общественного движения// Ватандаш. — Уфа, 2005. № 6. — С 15-23.
  • Мажитов Н. А., Сунгатов Ф. А., Иванов В. А., Сатаров Т. Р., Султанова А. Н. Иванова Е. В. Городище Уфа II. Материалы раскопок 2006 г. Т.1. — Уфа, 2007. — 160 с.
  • Мажитов Н. А., Сунгатов Ф. А., Султанова А. Н. Средневековый город Башкорт (Уфа) // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2007. Т. 12. № 3. С. 39-44.
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н., Сунгатов Ф. А. Башкирские города по арабским источникам IX-X вв. // Вестник Академии наук Республики Башкортостан : журнал. — 2008. — Т. 2. — № 13. — С. 44—48.
  • Мажитов Н. А., Сунгатов Ф. А., Султанова А. Н. Сокровища древней Уфы. — Уфа: ГУП «ГРИ „Башкортостан“», 2008. — 112 с.
  • Мажитов Н. А., Сунгатов Ф. А., Султанова А. Н., Исмагилов Р. Б., Бахшиева И. Р. Городище Уфа-II. Материалы раскопок 2008 года. Т. III. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2009. — 368 с.
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н., Сунгатов Ф. А. Исторический Башкортостан (V—XVI вв.) — страна городов // Проблемы востоковедения : журнал. — 2009. — № 1(43). — С. 43—50. — ISSN 2223-0564.
  • Государственность башкир в средние века. Город Башкорт — столица средневекового государства башкир // Башкиры в составе Российской Федерации: история, современность, перспективы. Ч.1. — Уфа, 2010. — С. 10-16.
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2010. — 496 с. — ISBN 978-5-295-05078-7.
  • Мажитов Н. А. К вопросу о происхождении башкирского народа // Проблемы востоковедения : журнал. — 2011. — № 3(53). — С. 20—32. — ISSN 2223-0564.
  • Мажитов Н. А. К вопросу о «Большой Венгрии» на Южном Урале // Проблемы востоковедения : журнал. — 2011. — № 4(54). — С. 41—50. — ISSN 2223-0564.
  • Мажитов Н. А., Тамимдарова Р. Р., Шамсутдинов М. Р., Насретдинов Р. Р., Бахшиев Р. И., Амекачев Т. Р. Городище Уфа-II. Материалы раскопок 2012 г. Т. V, Ч. I. — Уфа: Инеш, 2012. — 184 с.
  • Исторический Башкортостан и формирование башкирского народа // История башкирского народа в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. Т. II. — Уфа: Гилем, 2012. — С. 123—168.
  • Мажитов Н. А. Современное состояние изучения проблемы происхождения башкирского народа (археологический аспект) // Ватандаш. — 2012. — № 2. — ISSN 1683-3554.
  • Вопросы древней и средневековой истории башкирского народа. — Уфа: Гилем, 2013. — 296 с.
  • Мажитов Н. А. Даики в энтогенезе башкирского народа // Ватандаш. — 2013. — № 9. — С. 3—28. — ISSN 1683-3554.
  • Мажитов Н. А. Согласно Геродоту и Страбону // Ватандаш. — 2014. — № 4. — С. 30—39. — ISSN 1683-3554.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе (1995—2002);
  • Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе (2000—2009);
  • Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы (2003—2005);
  • «Шәрҡиәт мәсьәләләре» («Проблемы востоковедения») һәм «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы хәбәрсеһе» («Вестник Академии наук Республики Башкортостан») журналдарының редколлегия ағзаһы;
  • Бөтә Рәсәй тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау йөмғиәтенең Башҡортостан бүлегенең Президимуы ағзаһы, археология секторы еткәсеһе (1965—1969 һәм 1973—1979);
  • «Башҡортостан археология ойошмаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының почётлы ағзаһы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993);
  • Гуманитар фәндәре академияһы академигы (1994);
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006);
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе (2008);
  • Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
  • «Боронғо Өфө» заповедник-музейы нәшер иткән «Өфө-II ҡаласығы» китабы археолог Нияз Мәжитовтың яҡты иҫтәлегенә арналған[7].
  • 2017 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Археология музейы Нияз Мәжитов исемен йөрөтә[2].
  • 2019 йылдың сентябрендә Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернатына Нияз Мәжитов исеме бирелде[8]

Ҡатыны — Лена Әхмәт ҡыҙы, улы — Ирек, ҡыҙы — Әлфиә[4].

  1. 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Ахатов А. Т. Нияз Абдулхакович мажитов: ученый, педагог, общественный деятель // Вестник Академии наук Республики Башкортостан : журнал. — 2018. — Т. 29. — № 4(92).
  3. 3,0 3,1 3,2 Өфөлә танылған ғалим Нияз Мәжитов менән хушлашалар — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 октябрь
  4. 4,0 4,1 4,2 Ахатов А. Т. «Академический» этап жизни Нияза Абдулхаковича Мажитова (1956-1979 гг.) // Древние и средневековые общества Евразии: перекресток культур. Международный научный симпозиум, посвященный памяти видного ученого-археолога, профессора, академика Академии наук Республики Башкортостан, доктора исторических наук Н. А. Мажитова. г. Уфа, 6-7 декабря 2018 года. Сборник материалов/ под общ. ред. А. И. Уразовой. — Уфа: Мир печати, 2018. — 263 с. — ISBN 978-5-7477-4777-7.
  5. Ушел из жизни выдающийся ученый Нияз Мажитов — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 12 октябрь (рус.)
  6. Кинйәбулатов И. Ерҙе ҡайғы баҫты. Академик Нияз Мәжитов иҫтәлегенә. 2016 йыл 9 март архивланған. // «Башҡортостан» гәзите, 2015, 14 октябрь.
  7. Музей «Древняя Уфа» издал книгу памяти археолога Нияза Мажитова. ИА «Башинформ», 1 декабря 2018 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2018)
  8. Республика лицейына һәм гимназияға Тимербай Йосоповтың һәм Нияз Мәжитовтың исемдәре бирелде (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)
  • Ученый и общественный деятель Мажитов Нияз Абдулхакович. Биобиблиография / сост. Султанова А. Н., Сунгатов Ф. А. — Уфа, 2003. — 53 с.
  • Академик. Историк-археолог. Мажитов Нияз Абдулхакович. Биобиблиография. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2013. — 44 с.