Эстәлеккә күсергә

Салауат Юлаев музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат Юлаев музейы
Асылған ваҡыты 1991 йыл
Урынлашыуы Башҡортостан Республикаһы, Салауат районы, Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 61-а
Директор Садыҡова З. Ә.
Логотип Викисклада Салауат Юлаев музейы Викимилектә

Салауат Юлаев музейы  — башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев музейы. Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Малаяҙ ауылында урынлашҡан.

Тарихы һәм һүрәтләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1965 йылда Әлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө булараҡ ойошторола, 1975 йылдан Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1984 йылда уға «халыҡ музейы» исеме бирелә[1].

1987 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы.

Салауат Юлаев музейының яңы бинаһы 1991 йылдың 15 июнендә асыла[2]. Был бинала эшләй башлаған тарихи музейҙың тәүге директоры итеп Ғафаров Хәтмулла Абдулла улы тәғәйенләнә. Әлкә һәм Малаяҙ мәктәп-интернаты, һуңынан — башланғыс профессиональ-техник училищеһы биналарында быға тиклем эшләп килгән Салауат Юлаев музейҙарына Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы (1927—1998) менән Сәйфуллин Әбүзәр Хәкимйән улы (1927—1996) 1965 йылдың 15 сентябрендә нигеҙ һала.

Композицияға нигеҙ итеп башҡорт тирмәһе алына. Музей бинаһы бер ярым түңәрәк ҡыйыҡ аҫтындағы биш кимәлдән тора. Ике яҡҡа һуҙылған аркалы колонналар тирмәгә инеүгә асылған шаршауҙы — башҡорттоң ҡунаҡсыллығын сағылдыра. Эске стеналар аҡ плитка менән йөҙләнгән. Проект авторы — А. В. Клемент.

Музей экспозицияһы шағир, импровизатор Салауат Юлаевтың яҙмышы тураһында бәйән итә. Килеүселәр башҡорт тирмәһенең эске биҙәлеше, кейем-һалым өлгөләре, эш ҡоралдары, көнкүреш әйберҙәре менән таныша. Шулай уҡ музейҙа, риүәйәт буйынса, Салауат Юлаевтың эйәре һәм ҡылысы айыры урын биләп тора. Экспозицияла башҡорттарҙың Е. И. Пугачевҡа ҡушылыу сәбәптәрен асып биреүсе, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышының этаптарын сағылдырыусы материалдар бар.

Язалауҙың һаҡланып ҡалған ҡоралдары, тәфтиш документтарының күсермәләре менән дә танышырға мөмкин. Шулай уҡ Салауат Юлаевтың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡта үткәргән ғүмеренең һуңғы йылдары тураһында архив материалдары бирелгән., һынлы сәнғәт өлгөләре тупланған. Әлкә ауылында музейҙың 200 экспонаттан тораған бүлеге бар. Ул Салауат Юлаевтың бала сағына арналған.

Салауат Юлаев музейы — тарихи-биографик музей. Алты экспозиция залы башҡорт халҡының милла батыры Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәт бирә.

Музейҙа танылған башҡорт рәссамдарының Салауат Юлаев менән бәйле тәбиғәт урындарын һүрәтләгән картипналары, Салауат образының варианттары, уның тормош эпизодтары төшөрөлгән сәнғәт өлгөләре бар. Музей ихатаһында уҡ «Көрәш», «Оран», «Азатлыҡ», «Хушлашыу», «Йыр», «Хәтер» тигән символик атамалы алты бронза фигура иғтибарҙы йәлеп итә.

Экспозицияла төп урынды «Е. И. Пугачев менән С. Юлаев отрядтарының 1774 йылдың 3 июнендә Ҡыйғы ауылы эргәһендә Әй йылғаһы янында И. И. Михельсон корпусына ҡаршы көрәше» диаромаһы биләй.

Адресы: 452490, Башҡортостан Республикаһы, Салауат районы, Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 61-а.

Музейҙа «Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте» — торлаҡ, кейем-һалым, аяҡ кейеме, биҙәнеү әйберҙәре, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәләре уҙғарыла.

Музейҙың майҙаны: 1000 м2, ваҡытлы күргәҙмәләр үткәрелгән майҙан 100 м2, фотолар һаҡлау урыны 178 м2. Музей фондтарында 3 меңдән артыҡ берәмек һаҡлана.

Хеҙмәткәрҙәр һаны: 10, шуларҙың береһе 1 ғилми хеҙмәткәр.

Музейҙың архитекторы һәм проект авторы 1992 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.