Ахун (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ахун
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәсетле ауыл советы
Почта индексы 452482

Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 673 кеше[1]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840002.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 18 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Мәсетле): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 47 км

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Ахун ауылына 1770 йылдың 18 авгусында Академия экспедицияһы етәкселәренең береһе академик И. И. Лепехин килгән булған. Ул бында башҡорт дин әһелен — ахунды — күргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның исемен атамаған. Яҙмаларынан түбәндәге юлдарҙы уҡыйбыҙ. «Шәрип ауылынан 15 саҡрымда Йүрүҙәнгә ҡойоусы Беййылға йылғаһы буйында ултырған Ахун ауылында башҡалар менән бергә … ахун йәшәй. Был ауылда беҙ үҙ ғүмеребеҙҙә тәүге тапҡыр тәбиғи башҡорт сығышлы һирәк осраған мосолман руханийын күрҙек: ул ғәҙәттә китап шауҡымы тейгән кеше булырға тейеш; әммә башҡорттар күп ваҡытта, китап менән түгел, ҡымыҙ менән мауыға». Әммә академиктың Башҡортостанда бер даруғаға бер ахун ғына рөхсәт иткән 1736 йылғы бойороғон белгән, тип һанағанлыҡтан, уның юморы урынлы түгел. Даруғалар 4: Ҡаҙан, Нуғай, Уҫы, Себер даруғалары булған. 4 ахундың береһен ул Себер юлында күргән. Ҡалған ахундарҙы күрер өсөн, ғалим башҡа даруғаларға ла сәйәхәт итергә тейеш булған. Ахундар, ысынлап та, һирәк осраған. Ахун вазифаһфна бай тормош тәжрибәһе туплаған, уҡымышлы ир-атты ғына тәғәйенләгәндр. Ғалим исемен атамаған ахун урынына, күрәһең, аҙағыраҡ сығышы менән күрше Тырнаҡлы ырыуына ҡараған Лағыр ауылыныҡы Яңыбай Ишмөхәмәтов һайланғандыр[2].

1795 йылда Ахун ауылы 28 хужалыҡтан тороп, унда 174 кнеше йәшәгән. 1816 йылда 30 хужалыҡта — 180, 1834 йылда — 40 хужалыҡта 243, 1859 йылда — 75 хужалыҡта 312 кеше йәшәгән.

1816 йылда Ахун ауылының бер кешеһе, Абдул Яҡупов (улы Абдулатип) һаман да 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтмаған булған.

Информаторҙар фекере буйынса, Ахун Аптыраҡ тигән ауылдан[3] күсеп ултырылған ауыл, һәм бында тәүге күсеп килеүселәр юрматы ырыуы кешеләре булған. Был мәғлүмәтте тикшереү кәрәк.

1842 йылда 251 кешегә 83 сирек ужым һәм 336 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 7 сирек картуф сәскәндәр.

42 хужалыҡта 600 ат, 400 эре мөгөҙлө мал, 200 һарыҡ, 80 кәзә аҫыралған. Умартасылыҡ (30 умарта) һәм солоҡсолоҡ (10 солоҡ) менән шөғөлләнгән. Мәсет булған.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылда Ахун ауылының 96 хужалығында 501, 1998 йылда — 588 кеше йәшәгән.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 673 328 345 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙәк урам, Яр буйы урамы, Урман урамы , Яңы төҙөлөш урамы, Мәктәп урамы

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауҙар: Ҡаратау, Маяҡ, Ҡыҙҙар тауы, Остотау, Ҡара бейә күтәрткән тау, Кәзә тауы, Оҡҫон тау, Тәлпәк ҡарағай тауы(урау), Борсаҡ һуҡҡан тау, Ҡарағай тау, Сатра, Гөлкәй һәндерәһе, Трактор, Һелкәүес тау, Тупаҡтау, Айыу сыҡҡан тау, Көркәк тау, Әбей тауы, Ҡыуандыҡ тау, Бөркөтоя

Йылғалар: Йүрүҙән, Бәлйәкте, Суҡраҡ, Иген йылға

Шишмәләр: Барый шишмәһе, Сатра шишмәһе, Үрге яҡ шишмәһе,

Ялан-бесәнлектәр: Аҡ ялан, Йыланды ҡул, Суҡраҡ буйы, Иген йылға буйы, Аръяҡ, Тирәк араһы яланы, Саптар ат төбәге, Ташты ҡул, Ҡондоҙ ояһы,Көсөгән ояһы, Мәүлит төбәге, Ялан сабыу,

Таусыҡтар, түбәләр:Ҡарауыл таш, Малайҙар шыуған тау, Убырғул, Йомалы ҡаштаҡ, Ҡарағайҙы ҡул,

Башҡа урын-ер атамалары: Урыҫ юлы, Урта юл, Кирпичный, Отруб, Ярыҡ күл, Тамаҡ, Дегәнәкте, Хәйри кисеүе, Оҙон күл, Ҡарағай төбәк, Пчәлник

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҙаш ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡушаматтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ботоҡай, Эсәк, Берәник, Кәзә, Тараҡан, Әтәс, Сысҡан,Һалбыр, Ҡыяр,Суҡан,Әбләй, Симешкә, Дәүғолаҡ, Муҡшы, Большой, Пашка, Татарин,Шайтан,Ҡапаҡ,Казах,Бүре,Ҡарға,Алпауыт, Саңғы, Бесәй,Тәкә, Кәбеҫтә, Таштабан,Йәшкә, Алдаркин, Бәпкә, Күтән, Кәнтәй,Әкүс, Һейгәк, Сатанай,Серәкәй. Титаҡай, Көршәк, Кәшил, Һикербейә, Сайылдаҡ, Бармалей, Бапаҡ, Ҡаймаҡ,Һайыҫҡан, Тешһеҙ, Зуб, Аҡҡош, Мискә, Мәзин, Сараҡай, Агай, Ҡаҡай, Тәкә, Сипылдаҡ, Ишәк, Әсүл, Турғай,Майгүт,Уҫыраҡ,Агент, Арҡыры,Орсоҡ

Ауыл һәм ахундар ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лиана Вәлиуллина. «Ҡаратау биҙәктәре» оҫталары теккән милли кейем күҙҙең яуын ала. «Йәшлек» гәзите , 2018, май.
  • Көнһылыу Ғәлиева. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ .«Йүрүҙән», 2018, 23 ғинуар
  • М. Сафиуллина. Мастерицы из народа, «На земле Салавата»,2017, 15 декабря
  • Рәмзилә Иштуғанова. Киләсәк быуынға мираҫ итеп. «Әйлестан» гәзите, 2017, 31 октябрь.
  • Әкрәм Үҙәнбаев. Һоҡландыра оҫта ҡулдары. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 13 март[4].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 111—112 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2. Д.372 (1816 г.)
  3. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа, с. 121
  4. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 13 март (Тикшерелгән 3 сентябрь 2018)