Мөсәт
Ауыл | |
Мусатово башҡ. Мөсәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452492 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мөсәт (рус. Мусатово) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Янғантау ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 71 кеше[2]. Почта индексы — 452492, ОКАТО коды — 80247875004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 12 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Янғантау): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 41 км
Мөсәт ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 12 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 41 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөсәт ауылына XVIII быуаттың 60‑сы йылдарында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл был урынға тәүге төпләнеүсе кешенең исемен йөрөтә, уның улы Байбулат Мөсәтов була. Ауыл Сулпа тип тә аталған. 1770 йылда Мөсәт ауылына академик П. С. Паллас килгән, Мөсәт уҙаманды күреп һөйләшкән. Ауыл тау битләүендә, Өфө ҡалаһынан 132 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
1795 йылда 23 хужалыҡта 70 кеше булған. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған.
1816 йылда VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 12 хужалыҡта 76 кеше йәшәгән. Ауылдан 40-50 саҡрым алыҫлыҡта өс завод — Эҫем, Минйәр, Ҡытаутамаҡ — заводтары урынлашҡанлыҡтан, урындағы халыҡҡа аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү мөмкинлеге булған.
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Мырҙалар улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мырҙалар-Мәсетле ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсетле ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Янғантау ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1842 йылда Мөсәттә 125 кеше 35 сирек ужым һәм 239 сирек яҙғы ашлыҡ, 4 сирек картуф сәскәндәр. 1859 йылда 23 йортта 100 кеше йәшәгән. Аралаш-баҫыу сәсеү әйләнеше ҡулланылған. Арыш, бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай сәскәндәр. Һөрөнтө ерҙәрҙе тиреҫләнгән. Ябай «башҡорт һәм көнгөр һабандары» менән ер эшкәрткәндәр. Йәшелсә баҡсалары булған. Башҡорт тоҡомло мал үрсеткәндәр.
XIX быуаттың 40-сы йылдарында 25 хужалыҡта 121 йылҡы, 23 эре мөгөҙлө мал, 13 һарыҡ, 40 кәзә иҫәпләнгән. Йүрүҙән йылғаһын аша сығыуға яллаған өсөн һалым статьялары, 4 һыу тирмәне булған. XIX быуаттың аҙағында бакалея кибете була.
1865 йылда 26 хужалыҡта 95 кеше йәшәгән[5].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда Мөсәттәге 50 хужалыҡта 271 кеше донъя көткән[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөсәт ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 200 | ||||
1920 йыл 26 август | 271 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 256 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 207 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 132 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 97 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 71 | 34 | 37 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсина Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы (8.07.1973), фольклорсы. РФ һәм РБ Журналистар союзы ағзаһы (2007). Филология фәндәре кандидаты (2013)
- Иҫәнбаева Флорида Әхмәтвәли ҡыҙы (10.03.1955), журналист, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Түрйәнов Фәрит Сәйет улы (6.07.1940), зоотехник, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1979 йылдан Салауат районы ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, 1991 йылдан — идаралыҡ начальнигы, 1994—2000 йылдарҙа ауыл хужалығы продуктарының сифаты буйынса инспекцияның баш инспекторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976), Рәсәйҙең почётлы ветераны.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙар: Кантон тауы,
- Ҡарағоштау йәғни Бөркөт оя
- Янғантау (тау)
- Уртатау
- Хажи ҡаштағы
- Оҙонҡор
- Ҡарағайтау
- Ҡырҙытау
Йылғалар: Йүрүҙән,
- Илек
Шишмәләр:
1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушаматтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөсәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Карта д. Мусатово. Улицы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Мөсәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мөсәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Мөсәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Мусатово. Улицы
- ↑ * Г. Р. Ильясова. Историко-лингвистическое исследование топонимии д. Ильтаево
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |