Эстәлеккә күсергә

Салауат (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат
Дәүләт  Совет Рәсәйе
Административ-территориаль берәмек Салауат районы

Салауат — Башҡорт АССР-ы Салауат районының үҙәге[1], Ҡаратаулы ауыл Советына ҡараған ауыл. Салауат районының бөткән ауылы.

Салауат ҡасабаһы 1953 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә сыҡҡан «Башҡорт АССР-ы. 1952 йылдың 1 июненә ҡарата административ-территориаль бүленеш» белешмәһендә Өфө өлкәһе Салауат районының үҙәге тип теркәлә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙе үҙәге Иҫке Ҡаратаулы булған Ҡаратаулы ауыл Советы составына инә. «Ауыл советына тиклемге ара» тигән графала һыҙыҡ ҡына тора. Был мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Иҫке Ҡаратаулы ауылында Салауат районының барлыҡ власть органдары урынлашҡан биләмә Салауат ҡасабаһы тип аталған[1].

Район үҙәге киңәйтелгәс, Салауат ҡасабаһы ла, Иҫке Ҡаратаулы ауылы ла Малаяҙ тигән дөйөм атама аҫтында берләштерелә. 1952 йылда үҙәге Малаяҙ булған Малаяҙ ауыл Советына Аҡшишмә, Бычковка, Гусевка, Яңы Михайловка, Покровка, Иҫке Михайловка, Черепаново ауылдары инә. Малаяҙ ауылы район үҙәге тип билдәләнгән Салауат ҡасабаһынан 3 саҡырым алыҫлыҡта була. Бөгөн дә был биләмә шул уҡ ауылдарҙы үҙ эсенә ала.

Ауыл советы башлығы һәм Совет рәйесе — Ишмөхәмәтова Светлана Шакирйән ҡыҙы[1][2].

Ә Салауат ҡасабаһының атамаһы районы үҙәге Малаяҙҙа урынлашҡан Салауат ауыл Советы исемендә һаҡланып ҡалған. Малаяҙ ошо ауыл Советына инә. Салауат ауыл Советы башлығы, Совет рәйесе — Кузнецова Светлана Данисовна[3].