Ҡарағол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Ҡарағол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°02′00″ с. ш. 58°29′33″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 847 004

ОКТМО коды

80 647 447 116

Ҡарағол (Рәсәй)
Ҡарағол
Ҡарағол
Ҡарағол (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡарағол

Ҡарағол (рус. Карагулово), боронғо исеме Түбәләҫ Арҡауылы Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Мөрсәлим ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 231 кеше[1]. Почта индексы — 452485, ОКАТО коды — 80247847004.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағол ауылына Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылдың ырыу аралары: ӘжембәтИшембәтСөсәйАлмас • • [2].

Түбәләҫ Арҡауылы (тау арҡаһында ята) тигән халыҡсан атамаһы ауылға рәсми исеменән алда бирелгәндер. Ҡарағол менән Илсекәй араһында Иҫке ҡыштау тигән урын да тәү нигеҙгә ишаралай. Ауылдың рәсми сығанаҡтарҙа теркәлеүен ике төрлө, 1740, 1795 йылдарҙа, тип күрһәтәләр. Ҡарағол ауылы, Троицк өйәҙенә ҡараған башҡа Түбәләҫ ауылдарынан айырмалы рәүештә, Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Түбәләҫ улусына ҡараған [3].

Ҡарағол ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, нефтсе, Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Яҡуп Мөхәмәт улы Шәмсетдинов «Ырыуым — Түбәләҫ» тигән мәҡәләһендә шундай мәғлүмәт килтерә: «Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улусы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һ. б. Ошо биләмәләрҙе „һатып“ алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар „законлаштырып“ тартып алған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә»[4].

1773 йылда 1865 йылдан бирле Түбәләҫ ырыуы старшинаһы булған Собханғол Килтәков, батыр йөрәкле ирҙәрҙе йыйып, Һатҡы заводына һөжүм иткән[5].

Ихтилал хәрәкәтенә Ҡарағол ауылынан Ишембәт Иҫәк(н)әев тә ҡушылған. Ул С. Юлаев һәм уның атаһы Ю.Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Шаһиттар Эҫем заводын яндырыу, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр [4],[5]..

Ҡарағол ауылы XVIII быуат аҙағында Түбәләҫ ырыуының иң бәләкәй ауылы булған: 7 өйҙә 47 кеше йәшәгән. 1816 йылда 34 ир-егет һәм 46 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 12 өйлө ауыл булған. Ҡалған 7 ауыл: Илтәй һәм Ахун (икеһе лә Мырҙалар улусыныҡы), Шағанай, Иҙрис, Әлкә (бөтәһе лә Шайтан-Көҙәй улусыныҡы), Лағыр (Тырнаҡлы улусыныҡы) менән Ҡарағол 8-се Башҡорт кантонының 9-сы йортона ҡараған. VII рәүиздән күренеүенсә, 12 ғаиләнең 5-һе күп ҡатынлы (полигам) ғаилә булған.

1834 йылда Ҡарағолда 96 кеше, 1859 йылда — 120 кеше, 1920 — кеше йәшәгән[6]

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1795 Түбәләҫ улусы Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 9-се йорт 5-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Нәсибаш улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1989 Илсекәй ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Илсекәй ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2006 Мөрсәлим ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ҡарағолдарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағол ауылы (1859 йылғы 10-сы рәүиз материалдары буйынса) Ҡыр-Көҙәй һәм Шайтан-Көҙәй улустары ауылдары менән 8 -се Башҡорт кантонына (7-се йорт) ҡараған. Алдараҡ Ҡарағол 5-се кантондың 9-сы йортона ҡараған булған. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, Башҡортостан Республикаһы ЦГИА (Үҙәк дәүләт тарихи) архивынан яҙып алған (7-се — 1816 й., 8-се — 1834 й.,9-сы — 1850 й., 10-сы — 1859 й. рәүиз) материалдарға таянып, 1812 йылғы Ватан һуғышында Ҡарағол ауылынан түбәндәге олатайҙар ҡатнашҡан булырға тейеш, тип фаразлайбыҙ[7]

1. Йәнсура Әжембәтов (1776-) — йорт старшинаһы, старшина ярҙамсыһы ла булған;

2. Ғөзәйер Бикмашев (1757-) — отставкалағы поход старшинаһы

3. Зәйнетдин Мөҡминов (1766-)

4. Туңғатар Мортазин (1754-)

5. Бикташ Туңғатаров (1781-)

6. Миңдеш Мөҡминов (1771-)

7. Сәйфулла Ишембәтов (1769-)

8. Юламан Яхин (1881-)

8. Ниғәмәтулла Ишембәтов (1770 —) — йорт старшинаһы ярҙамсыһы, йорт есаулы. (* Әжембәт менән Ишембәт бер туған булған)

9. Рәхмәтулла Ишембәтов (1768-)

(Өҫтәлмә мәғлүмәт: Йәнсура Әжембәтовтың ейәне Яҡшысура Яманһарин (1814 —) указлы мулла, «башҡорттарҙан уҡытыусы» («учитель из башкир» тип яҙылған).

Ҡарағол ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағолдар ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. 1842 йылда 98 кешегә 25 сирек ужым, 129 яҙғы икмәк сәселгән. 3 сирек (24 бот) картуф сәселгән. Малсылыҡ һәм солоҡсолоҡ буйынса мәғлүмәт юҡ. 1895 йылда ауылға түбәндәге характеристика бирелгән. "Ҡарағол Златоуст ҡалаһынан 95 саҡрымда, тимер юл станцияһы "Мөрсәлим"дән 5 саҡрымда, Сауҙа итеү урыны Йыланлынан 22 саҡрымда. Ауыл тау арҡаһында урынлашҡан (шуға ла уны урындағы халыҡ Түбәләҫ Арҡауылы тип йөрөтә, Салауат районында тағы Үҙән буйы Арҡауыл бар). Ауыл уртаһында һалҡын һыулы шишмә бар. Халҡы — аҫаба башҡорттар. 36 йорттан тора. Ер бүлемдәре 72 рәүиз башына бер урындан бирелгән. Ер биләү формаһы — община милеге. 1887 йылдан ер 88 йән башына бүленә; ерҙе ҡайтанан 10 йылға бүлгәндәр. Һөрөнтө ерҙәр ауыл эргәһендәге тау араһы тигеҙлегендә урынлашҡан. Һикеяҙ һәм Ҡарағайлы йылғалары менән һуғарыла. Ҡара тупраҡлы ер, тәрәнлеге — 1 аршын. Сәсеү әйләнеше системаһы өс баҫыулы (дөрөҫ булмаған сәсеү әйләнеше). Башлыса арыш, һоло, бойҙай сәселә. Арыштың иң яҡшы уңышы — 10 бот орлоҡтан 100 бот уңыш, һолоноң 18 ботонан 90 бот, бойҙайҙың 8 ботонан 40 бот уңыш. Мал утлауы 150 дисәтинә ерҙә. Көтөү ҡамылда һәм ҡурпыла йөрөй. Көтөүселәр юҡ. Ауылдың 6 йортонда бөтөнләй мал тотмайҙар. Бесәнлектәр 400 дисәтинә майҙанды биләй. Ер — ҡара тупраҡлы. Ауылға ҡараған урмандар 2 урында — тауҙарҙа. Төҙөлөш урәманы 500 дисәтинәлә, утын урманы 1000 дисәтинәлә, йәш ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар — 1236 дисәтинәлә. Лапы, йығылған, ҡороған ағасты яғыулыҡ итеп ҡулланалар. Йорт хужаларының барыһы ла тиерлек ерҙәрен: һөрөнтө ерҙәрҙе (110 дисәтинәгә тиклем) дисәтинәһен 1 һум 40 тингә, бесәнлектәрҙе (150 дисәтинә) шул уҡ хаҡҡа ҡортомға бирәләр. Заводтар өсөн курен әҙерләү эше әһәмиәтле кәсептәрҙең береһе булып тора[6].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ҡарағолда өс класлы башланғыс мәктәп асылған, уҡыусылар 4 синыфты Ҡалмаҡҡолда тамамларға мәжбүр булған. Унан бик һирәк кешегә 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе)н тамалау мөмкин булған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәбенә йөрөп уҡыған.

Һуғыштан һуң Ҡалмаҡҡолда ла 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп, 60-сы йылдарҙан башлап урта мәктәп эшләне. Ҡарағол, Илсекәй, Сүрәкәй ауылы балалары ошо мәктәпкә йөрөп уҡыны. Хәҙер ул Мөрсәлим урта мәктәбе тип атала.

Һуғыштан һуң даими рәүештә эшләп килгән Ҡарағол башланғыс мәктәбе 2010-сы йылдарҙа замана ҡыҫҡартыуына дусар ителде. Уҡыусылар күрше Мөрсәлим урта мәктәбенә автобус менән йөрөп уҡыйҙар.

30-сы йылдарҙа Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары "Путь социализма" тигән колхозға ойошҡан. Уның беренсе рәйесе Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе- Ғәлимйән Ишбирҙин булған.

1934 йылда һәр ауылда айырым колхоздар ойошторолған. Ҡарағолда "Урожай" колхозы барлыҡҡа килгән, һәм уның тәүге рәйесе итеп Ҡорман Ғарипов һайланған.

10-11 ғаиләнән торған бер төркөм ҡарағолдар "Ашҡыяҡ" артелен төҙөйҙәр һәм Ҡарағол менән Ҡалмаҡҡол араһында ятҡан Ашҡыяҡ туғайына күсеп ултыралар. Яңғыҙаҡ хужалыҡ активистары ағалы-энеле Фәйзуллин Хажи һәм Хизбулла Фәйзулла улдары, халыҡ дошманы мөһөрө баҫылып, хөкөм ителәләр. Хажимөхәмәт Фәйзуллинды 1937 йылдың 30 декабрендә, Хизбулланы 1938 йылдың 21 февралендә аталар.

Хәсәнов Кәрим Хәсән улы, утын келәте ҡарауылсыһы, 10 йылға иркенән мәхрүм ителә.

Ҡалмаҡҡол ауылы 1958 йылдан XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәгенә әйләнде. Был колхозға Ҡарағол, шулай уҡ Илсекәй, Сүрәкәй ауылдары, Рус Илсекәйе утары ҡараны. Ҡарағол ауылы XXI колхоздың бер бригадаһы булды. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне.

2002 йылда Ҡарағолда мәсет асылды. Хәбибулла, Ғөбәйҙулла хәҙрәттәрҙең тыуаһы, Ҡаҙан мәҙрәсәһен тамамлап, тыуған ауылы Ҡарағолға мулла булып ҡайтҡан, революцияға тиклем Ҡалмаҡҡолда мәктәп асҡан Ғөбәйҙуллин Абдулла мулланың ейәне - Ғөбәйҙуллин Эдуард Әҙип улы хәҙер ауылдың муллаһы.

Ҡарағолда фельдшер-акушер пункты, коммерция магазины эшләй.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 231 114 117 49,4 50,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсми исемдәр бирелмәгән дәүерҙә ауыл урамдары Аръяҡ, Биръяҡ тип йөрөтөлгән.

Хәҙер:

башҡ. Үҙәк урам - рус. Центральная улица

башҡ. Йәштәр урамы - рус. Молодёжная улица

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар:

Башташ тауы, Ҡаршытау, Арҡа башы, Көҙөй арҡаһы

Йылға, шишмәләр:

Һикеяҙ йылғаһы, Ҡарағол шишмәһе, Мохан шишмәһе

Ер атамалары:

Ашҡыяҡ, Кәлтек шиҙе, Сәфәр соҡоро, Шәрифә күле, Иҫке үлек, Торна тоҙағы, Батмаҡай, Урыҫ юлы, Ғимаш күпере

Ауылдың билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Яҡшысура (Яҡшыхужа) Йәнсура улы Яманһарин (1812- ) - Әжембәттең ейәне, указлы мулла, ислам уҡытыусыһы.
  • Хәйбулла (Хәбибулла) Сәйфулла улы Сәйфуллин (1819- ) - Ишембәттең ейәне, хәҙрәт.
  • Ғөбәйҙулла Хәбибулла улы Хәбибуллин (1847- ) - мулла, энеһе - Фәйзулла Хәбибулла улы Хәбибуллин.
  • Абдулла Ғөбәйҙулла улы Ғөбәйҙуллин - Ҡазан мәҙрәсәһендә уҡыған, указлы мулла.
  • Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы (1924—201) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, нефтсе, Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы.
  • Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы (19311998) — Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.
  • Ҡасимов Раян Абрал улы (1923- ) - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, лётчик, бортмеханик, гвардия старшинаһы, наградалары: I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Хәрби ҡаҙаныштары өсөн миҙалы, физик-математик, тиҫтә йылдар дауамында Ҡалмаҡҡол урта мәктәбенең директоры булды.
  • Ғилметдинов Мөхәмәтхан (Марат) Фәрхит улы (1934) - Мәскәүҙә уҡыған, тарихсы, Башҡорт АССР-ы Күмертау Коммунистар партияһы ҡала комитетында эшләгән.
  • Ғилметдинов Әнүәр Фәрхит улы (1936) - Мәскәү тау институтын тамамлаған, Күмертау вертолёт заводында инженер булып эшләгән, Күмертау ҡалаһында йәшәй.
  • Садретдин Зәйнетдинов - прокурор булған.
  • Садретдинов Имаметдин - оҙаҡ йылдар дауамында Салауат һәм Ҡариҙел райондарында колхоз, совхоздарҙың рәйесе булған.
  • Садретдинов Илһам - БДУ-ның тарих факультетында преподаватель булып эшләгән.
  • Ғарипов Фариз (Фәрит) Ҡорман улы - Свердловск ҡалаһында партия мәктәбен тамамлаған, КПСС-тың Салауат район комитетының II секретары булып, колхоздарҙа партком секретары, колхоз рәйесе булып, Ҡатау-Тамаҡ заводы етәкселегендә эшләне.
  • Ғилметдинов Миңдехан Миңдебай улы (1952-2016) - БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған, Учалы районы прокуроры булып эшләне.

Ҡарағолда тыуып-үҫкәндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Ҡыуаҡан (Түбәләҫ) ырыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡушаматтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәләҫтәр араһында ҡарағолдарҙы "ҡомалаҡтар" тип йөрөтәләр.

Айырым нәҫелдәрҙең, кешеләрҙең ҡушаматтарын һанап китәйек: Сыйҙаҡ, Сәкәй, Торна, Шаҡай, Ҡомған, Йәшел, Остоҡай, Бүре

Ҡарағол тураһында ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
  • Шәмсетдинов Я. М. Ҡурҡыу белмәҫ осоусы (Раян Ҡасимов тураһында) - Башҡортостан, 2006, 22 июнь, 124-се һан, 3-сө бит
  • Ғөбәйҙуллин Э. Ә. Түбәләҫ легендаһы — Йүрүҙән, 1997, 12 декабрь
  • Абдуллина М. Ф. Рух яраһы (Фәйзуллин Мөхәмәтхажи Фәйзулла улы тураһында) - 2007, 27 октябрь, 86-сы һан, 6-сы бит
  • Абдуллина А. Ф. Түбәләҫ ырыуы — Йүрүҙән, 2000, 68, 69-сы һандар, 19, 23 август
  • Абдуллина А. Ф. Ҡарағолда яңы йола - Йүрүҙән, 1999, 13 март, 21-се һан

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 146-147 с. (История д. Карагулово)
  • А. З. Асфандияров. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
  • Ахмадиев Б.Х., Гафаров Х.А., Гибадуллин В.Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағол // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 146-147 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

История деревни Карагулово

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
  3. Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI_XIX вв.
  4. 4,0 4,1 Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  5. 5,0 5,1 И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Исследование документальных источников, 2-е издание. Уфа: Китап 1992. (Собханғол Килтәковтың батырлығы тураһында «Мөрсәлим» битендә уҡығыҙ)
  6. 6,0 6,1 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — История деревни Карагулово
  7. Фаразды йәмәғәтселеккә сығарырға баҙнат итте крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина М. Ф., Башҡорт Илсекәйе, Һунбыҡ нәҫеле ҡыҙы. Ошо мәғлүмәттәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү һис шикһеҙ кәрәк — Түбәләҫ ырыуы, ғөмүмән, Ҡыуаҡан ҡәбиләһенең трагик яҙмышын, сығаныҡтарға таянып, өйрәнеүселәр табылыр, тип ышанабыҙ; тарихсыларҙың ғилми рецензияһы кәрәк