Эстәлеккә күсергә

Абдрахман (Салауат районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдрахман
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Себер даруғаһы
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1895[1]

Абдрахман (рус. Абдрахманово) — Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) нигеҙләнгән, хәҙер бөткән ауыл.

Абдрахман — аҫаба башҡорттар йәшәгән Ҡыр-Көҙәй улусының XIX быуатта иҫәптә булған ауылдарының береһе. Ергә грамотаны волость башҡорттары 1701 йылда батша Петр Беренсенән ала. Ҡыр-көҙәйҙәр үҙҙәренең ерҙәренә керҙәштәрҙе индермәй. XIX быуатта улустың 9183 дисәтинә ере була.

Башҡорт кантондарының торошо тураһындағы ведомоста билдәләнеүенсә, 1843 йылда Абдрахман ауылы 8-се Башҡорт кантонының 10-сы йортона ҡарай, әммә формуляр исемлектәрҙә был ауылдан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатаншыусылар теркәлмәгән[2].

1834 йылда унда 12 хужалыҡта 99 кеше йәшәүе теркәлә. 1859 йылда иһә хужалыҡтар һаны артыуы, әммә шул уҡ ваҡытта йәшәгән кешеләр һанының кәмеүе күҙәтелә — 16 йортта 87 кеше иҫәпкә алына. XIX быуат һуңында эргәһендәге ауылдарҙа йәшәүселәр иҫәпкә алына, Абдрахман ауылы иҫәптә булмай. Бары тик Әнүәр Әсфәндийәровтың «Башҡортостандың һәм уға сиктәш территорияларҙағы ауылдар тарихы» китабында билдәләнеүенсә, 1895 йылда Ишембай (Мусабай) ауылында Абдрахман ауылының бер өлөшө менән бергә 79 хужалыҡта 391 кеше йәшәүе теркәлә, шул уҡ иҫәп алыуҙа Миндеш ауылында, Абдрахман ауылының бер өлөшөн дә индереп, 61 йортта 274 кеше йәшәүе тураһында яҙыла. Йәғни унда йәшәүселәр ике ауыл иҫәбенә керетелә.

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ауыл бөтөнләй теркәлмәй[3].