Шәрәк
Ауыл | |
Шәрәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Шәрәк (рус. Шаряково) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Лағыр ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 170 кеше[1]. Почта индексы — 452497, ОКАТО коды — 80247825004[2].
Аралар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрәк ауылында оҙон бармаҡтар, бикәнәйҙәр, иштуғандар, ҡырғыҙҙар аралары бар. 2012 йылда улар «Шәжәрә байрамы» үткәреп, нәҫел-ырыуын барланы.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 25 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Лағыр): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 32 км
Шәрәк ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан 25 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан 32 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тырнаҡлы ырыуы шәжәрәһенән күренеүенсә, Шәрәк ауылына Васҡын ауылына нигеҙ һалған Васҡын Туҡтаһыновтың улы Ғосман нигеҙ һала. Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында 1795 йылда ауылда ни бары 9 ихата-йорт булып, унда 21 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән тигән мәғлүмәт бар[4]. 1761 йылда ла шунса йорт һәм кеше иҫәпләнә. 1834 йылда 13 йортта 81 башҡорт һәм бер йортта 3 ҡаҙаҡ теркәлә. 1859 йылда 30 йортта 70 ир-ат һәм 68 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Ҡаҙаҡтарҙың һаны 17 кешегә етә[5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Ҡалмаҡҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Лағыр ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Лағыр ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Лағыр ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ә «Өфө губернаһынын Өфө өйәҙе буйынса 1895—1896 йылдарға статистика мәғлүмәттәре» тупланмаһында ауылға төрлө яҡлы характеристика бирелә:
«Шәрәк ауылы — Әй йылғаһының һул яҡ тигеҙ һәм түбәнге ярында урынлашҡан. Уға Шәрәк йылғаһы ҡоя. Өйәҙ ҡалаһынан — 90, Үрге Ҡыйғы ауылынан — 20, Лағыр ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта. Шәрәк йылғаһы тирмән төҙөү өсөн уңайлы. Халҡы - аҫаба башҡорттар. Ерҙәре бер урында ғына. Тирмән урыны (2 дисәтинә) — йылына 10 тин түләү иҫәбенән 12 йылға ҡуртымға бирелгән. Шулай уҡ Биҙеғуш күлендә балыҡ тотоу урындары ла йылына 10 тин түләү иҫәбенән ҡуртымға бирелгән. Ауылда бер йәмәғәт тирмәне бар. Ауылдын бер өлөшөн элекке хәрби дәрәжәләге керҙәш ҡырғыҙҙар алып тора. Улар 4 йортта 6 кеше йәшәй» |
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда 57 йортта 300 башҡорт иҫәпләнә[7].
[8]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрәк ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 300 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 310 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 260 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 161 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 167 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 170 | 89 | 81 | 52,4 | 47,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар: Шәрәк тауы, Һаҡтау, Өфәйғолаҡ тауы.
Йылғалар: Әй, Шәрәк
Күл: Биҙеғуш, Иҫке Әй күле, Түнәрәк күл, Ҡайынлыкүл, Үлекүл.
Шишмәләр: Ҡараса шишмәһе
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары: Азима, Ат йөҙҙөргән, Биктимер йырыны, Ҡыҙыльяр, Иген төбәк, Ҡарағай төбәк, Арал, Әлмәтҡул, Ҡараяр, Шар, Сыңғырауыҡ.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниғәмәтйәнов Таһир Ниғәмәтйән улы (1912 йыл — 1943 йыл) — рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Хәйеров Бәрүәз Талип улы (1 ғинуар 1923 йыл - 29 октябрь 2005 йыл) - экономист, финансист[10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушаматтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Шәрәк ауылы «Геналогия и архивы» сайтында (рус.)
- В Башкирии благодаря инициативным сельчанам появился мемориал павшим воинам(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Шәрәк ауылы Госсправка сайтында
- ↑ Шәрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Шәрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Шәрәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Шаряково. Улицы
- ↑ [1]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |