Васҡын Туҡтаһынов
Уҡыу көйләүҙәре
Васҡын Туҡтаһынов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Атаһы | Туҡтаһын Жийәндәүләт улы[d] |
Балалары | Ғосман Васҡын улы[d] |
Нәҫеле | Тырнаҡлы |
Кем хөрмәтенә аталған | Васҡын |
Васҡын Туҡтаһынов (Туҡтаһынов Васҡын (Васиҡ) Туҡтаһын улы; тыуған һәм вафат булған ваҡыты билдәһеҙ.) — Васҡын (хәҙерге Салауат районы Лағыр ауылы биләмәһенә ҡарай) ауылына нигеҙ һалыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Васҡын (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — Васиҡ) Туҡтаһынов Тырнаҡлы волосы Тырнаҡлы ырыуы башҡорто. Хәҙерге Лағыр ауылынан ике саҡырым ситтәрәк Васҡын ауылына нигеҙ һала. 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙан һуң ауыл яндырыла. Васҡын тураһында тарихи мәғлүмәттәр бик наҡыҫ, бары тик ул нигеҙ һалған ауылдың 1735—1740 йылдарҙағы ихтилал уртаһында булыуы, уның улы «Асы (Ғайса) Васҡынов өйөндә 100 башҡорттоң (баш күтәреүселәрҙең) йыйылыуы» тураһында мәғлүмәт бар.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- коллектив авторов. История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс / С. И. Хамидуллин. — Уфа, 2017. — Т. 25, часть 1. — С. 177. — 751 с. — ISBN 978-5-295-06778.