Эстәлеккә күсергә

Ҡалмаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡалмаҡтар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°09′58″ с. ш. 58°11′11″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 853 002

ОКТМО коды

80 647 453 106

Ҡалмаҡтар (Рәсәй)
Ҡалмаҡтар
Ҡалмаҡтар
Ҡалмаҡтар (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡалмаҡтар

Ҡалмаҡтар (рус. Калмакларово) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Салауат ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 208 кеше[1]. Почта индексы — 452496, ОКАТО коды — 80247853002.

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 3 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 29 км

Ҡалмаҡтар (Ҡалмаҡлар) ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 3 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 29 километрҙа урынлашҡан[2].

Ҡалмаҡтар ауылына 1729 йылда Ҡаратаулы ырыуы башҡорттарынан «мәңгелек биләү хоҡуғы» алған хеҙмәтле ҡалмыҡ типтәрҙәре нигеҙ һалған[3](XX быуаттың 1950 йылдарҙағы картаһында Ҡалмаҡул тип яңылыш аталған, Иҫке Ҡаратаулы һәм Усман ауылдары араһында урынлашҡан булған. — Ә. Ә.). Ауыл әкрен үҫкән.

1795 йылда 8 хужалыҡта 26 ир-ат һәм 30 ҡатын-ҡыҙ, 1816 йылда - 74, 1834 йылда - 98 кеше йәшәгән.

1798-1865 йылдарҙағы кантон идаралығы осоронда Ҡалмаҡтар ауылы 8-се йортҡа ла, 9-сы ла йортҡа ла керетелмәгән, ә Типтәр командаһы составында торған. Халҡы оҙаҡ ҡына дәүер типтәр тип йөрөтөлгән. Яйлап типтәрҙәр башҡорттар тарафынан ассимиляцияланған.

Был процесс тураһында 1767-1768 йылдарҙа Иҫәт провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты Мәкәтин улусы старшинаһы,

Е. И. Пугачёвтың фельдмаршы Баҙарғол Юнаев түбәндәге фекерҙе әйткән:

«Тархандар һәм башҡорт халҡы араһында беҙҙең менән бер бөтөн мосолман булған һарттар, ҡалмыҡтар күпмелер өлөш тәшкил итә, һарттар - дала халыҡтары биләгән сиктәрҙән үҙҙәре беҙгә ҡушылған, шулай уҡ ҡалмыҡтар ҙа һуғыш замандарынан бәләкәй саҡтарынан беҙҙең рәткә баҫҡан. Беҙ улар менән уртаҡ ергә һәм башҡа дөйөм файҙаланыу урындарына эйә, һәм дәүләт хеҙмәтендә лә, башҡа урында ла һәммәбеҙ ҙә башҡорт тип танылабыҙ. Шул сәбәпле, һарттарҙы һәм ҡалмыҡтарҙы ла башҡорт тип атауығыҙҙы һорайбыҙ»

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Ҡаратаулы улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
181610-сы йортТиптәр командаһыЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
183410-сы йортТиптәр командаһыЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
184710-сы йортТиптәр командаһы, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
185910-сы йортТиптәр командаһы, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Ҡаратаулы улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Нәсибаш улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл СоветыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Ҡаратаулы ауыл Советы (1923 йылдан)Мәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ыСССР СССР
1935Ҡаратаулы ауыл советыМалаяҙ районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1941Ҡаратаулы ауыл советыСалауат районыБашҡорт АССР-ыСССР СССР
1978Салауат ауыл советыСалауат районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
1990Салауат ауыл советыСалауат районыБашҡортостан РеспубликаһыРәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда Ҡалмаҡтарҙа 140 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Ер биләү община формаһында тормошҡа ашырылған. 1859 йылдан килгән 72 рәүиз йәне иҫәбенә бирелгән ер биләмәләренән 1889 йылда бар булған йән иҫәбенә - 128 йән - күскәндәр.

Ҡалдаулы сәсеү әйләнеше ҡулланылған. Тупраҡты тиреҫ менән ашлау бөтә хужалыҡтарҙа ла ҡулланылмаған.

XIX быуат аҙағында ауылда 2 һуҡҡыс, 4 елгәргес булған. Өҫтөнлөклө яҙғы ашлыҡтарһоло менән бойҙай. 1 дисәтинәнән 75 бот арыш, 45 бот бойҙай урып алынған.

Ҡалмаҡтар ауылы эргәһендә 1780 йылғы картала Киҙаяҡ ауылы күрһәтелгән һәм 1740 йылғы ихтилал материалдарында Ҡусаҡ ауылы аталған[5].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Ҡалмаҡтар ауылында һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Совет йәниҫәбенән күренеүенсә, 1920 йылда Ҡалмаҡтар ауылындағы 76 йортта 388 кеше йәшәгән[6].

Әлеге ваҡытта Ҡалмаҡтар ауылында клуб бар[7].

Ҡалмаҡтар ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август388
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар380
1959 йыл 15 ғинуар334
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар177
2002 йыл 9 октябрь230
2010 йыл 14 октябрь2089111743,856,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Тыныслыҡ урам (рус.  Мирная (улица)
  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Юрий Шәрипов урамы (рус.  Юрия Шарипова (улица)
  • Күпер урамы (рус.  Мостовая (улица)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружная (улица)[8]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Ҡаратаулы ырыуы