Миһранов Әнүәр Низам улы
Миһранов Әнүәр Низам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1922 |
Тыуған урыны | Ҡалмаҡтар ауылы, Салауат ауыл советы, Салауат районы |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Миһранов Әнүәр Низам улы (1922 — ????) — совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, лейтенант. 1962—1966 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әнүәр Низам улы Миһранов 1922 йылда («Память народа» сайтында 1920 йылғы тип яҙылған[1]) (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ҡалмаҡтар ауылында тыуған. БАССР-ҙың Малаяҙ районы Ҡаратаулы мәктәбендә белем ала.
1940 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың октябренән 1942 йылдың декабренә тиклем лейтенант Миһранов Әнүәр Низам улы Көнбайыш, Калинин фронттары составындағы 39-сы армия 262-се уҡсылар дивизияһы 212-се һауа-десант бригадаһында 950-се уҡсылар ротаһы командиры дәрәжәһендә дошман менән алышҡан.
1942 йылда ҡаты яралана.
1947 йылдың 22 авгусында демобилизациялана.
1962—1966 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
Һуңғы хеҙмәт урыны — Эҫем ҡалаһындағы механика заводының төҙөлөш буйынса директор урынбаҫары.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Шкаф 135. Ящик 1.
- ЦАМО. Шкаф 38, ящик 14
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Мигранов Анвар Низамович
- Мигранов
- Доклад главы Администрации МР Мечетлинский район РБ на торжественном собрании, посвященный 85-летнему юбилею МР Мечетлинский район РБ 2022 йыл 15 ғинуар архивланған.