Кропачёв (станция)
Кропачёв | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кропачёво |
Хужаһы | Көньяҡ Урал тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1890 |
Киләһе туҡталыш | 1779 км[d] һәм Яхино[d] |
Тимер юл һыҙаты | Черниковка — Кропачёво[d] һәм Кропачёво — Бердяуш[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 84850 |
Кропачёв Викимилектә |
Кропачёв — Көньяҡ Урал тимер юлының Златоуст төбәге тимер юлы станцияһы, Силәбе өлкәһе Аша муниципаль районы Кропачёв ҡасабаһында урынлашҡан. Куйбышев тимер юлы станцияһы менән йәнәш станция.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станцияға 1890 йылда нигеҙ һалына. Һамар-Златоуст тимер юлын төҙөүҙә сауҙагәр, бағымсы А. П. Корпачев (1824—1906) ҡатнаша. Станция атамаһында фамилияһы бер аҙ үҙгәреш кисергән, әммә урындағы халыҡ әле лә тораҡ пунктты Корпачёв тип атай. Башҡорттар иһә Карпашау тиҙәр. Станция Һамар-Златоуст тимер юлы составына инә. 1917 йылғы революциянан һуң ул төрлө ведомстволарға буйһона: Пермь тимер юлы, Өфө тимер юлы, Октябрь Революцияһы ордены Көньяҡ-Урал тимер юлы. 1900 йылда барыһы өс юл ғына була, улаҙың да оҙонлоғо ҡыҫҡа була, әлеге өс юлға йәмғеһе 40 ике осло вагон һыйған.
Бөгөн көндә Кропачев станцияһы 1 класлы узел станцияһы булып тора. Бында 35 станция юлы урынлашҡан, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20 километрҙан ашыу. 2010 йылда Кропачев станцияһынан йөк тейәү буйынса 1898 вагон файҙаланған[1].
Алыҫ бәйләнеш поездары[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2020 йылғы график буйынса станция аша киләһе алыҫ бәйләнеш поездары үтә:
Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд номеры | Хәрәкәт маршруты | Поезд номеры | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
11 | Владивосток — Һамар | 12 | Һамар — Владивосток |
13 «Көньяҡ Урал» | Силәбе-Үҙәк — Мәскәү | 14 «Көньяҡ Урал» | Мәскәү — Силәбе-Үҙәк |
59 | Новокузнецк — Кисловодск | 60 | Кисловодск — Новокузнецк |
83 | Ҡарағанды — Мәскәү | 84 | Мәскәү — Ҡарағанды |
87 | Нижневартовск — Һамар | 88 | Һамар — Нижневартовск |
97 | Тында — Кисловодск | 98 | Кисловодск — Тында |
101 | Нижневартовск — Пенза | 102 | Пенза — Нижневартовск |
127 | Красноярск — Адлер | 128 | Адлер — Красноярск |
129 | Красноярск — Анапа | 130 | Анапа — Красноярск |
133 | Томск — Анапа | 134 | Анапа — Томск |
141 | Екатеринбург — Симферополь | 142 | Симферополь — Екатеринбург |
143 | Нижневартовск — Өфө | 144 | Өфө — Нижневартовск |
147 | Нижневартовск — Әстерхан | 148 | Әстерхан — Нижневартовск |
317 | Ҡарағанды — Барановичи | 318 | Барановичи — Ҡарағанды |
331 | Яңы Уренгой — Өфө | 332 | Өфө — Яңы Уренгой |
351 | Приобье — Өфө | 352 | Өфө — Приобье |
373 | Төмән — Махачкала | 374 | Махачкала — Төмән |
391 | Силәбе-Үҙәк — Мәскәү | 392 | Мәскәү — Силәбе-Үҙәк |
Миҙгелле поезд хәрәкәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд номеры | Хәрәкәт маршруты | Поезд номеры | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
205 | Иркутск — Анапа | 206 | Анапа — Иркутск |
229 | Северобайкальск — Анапа | 230 | Анапа — Северобайкальск |
235 | Тында — Анапа | 236 | Анапа — Тында |
243 | Новокузнецк — Анапа | 244 | Анапа — Новокузнецк |
289 | Екатеринбург — Анапа | 290 | Анапа — Екатеринбург |
425 | Силәбе-Үҙәк — Калининград | 426 | Калининград — Силәбе-Үҙәк |
455 | Челябинск — Новороссийск | 456 | Новороссийск — Челябинск |
457 | Силәбе-Үҙәк — Анапа | 458 | Анапа — Силәбе-Үҙәк |
477 | Силәбе-Үҙәк — Адлер | 478 | Адлер — Силәбе-Үҙәк |
Тәғәйенләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станцияла ойошторола:
- пассажирҙар билеттарын һатыу;
- багажды ҡабул итеү, ҡайтарып биреү;
- вагонлап йөктәрҙе оҙатып ебәреү/ҡайтарып биреү (асыҡ майҙансыҡтар);
- вагонлап һәм ваҡ йөкләп оҙатып ебәреү (подъезд юлдары);
- вагонлап йөктәрҙе оҙатып ебәреү (ябыҡ складтар);
- ваҡ йөкләп оҙатып ебәреү/ҡайтарып биреү (асыҡ майҙансыҡтар)[3].