2-се Иҙелбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
2-се Иҙелбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°24′40″ с. ш. 57°49′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 855 003

ОКТМО коды

80 647 455 116

2-се Иҙелбай (Рәсәй)
2-се Иҙелбай
2-се Иҙелбай
2-се Иҙелбай (Башҡортостан Республикаһы)
2-се Иҙелбай

2-се Иҙелбай (рус. 2-е Идельбаево), икенсе исеме Баҙыраҡ — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Таймый ауыл Советына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 328 кеше[1]. Почта индексы — 452484, ОКАТО коды — 80247855003.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдың рәсми атамаһы «Иҙелбай» — ауылға нигеҙ һалыусының исеме. Ауылдың халыҡ телендәге икенсе исеме — Баҙыраҡ. Был атаманы аңлатыу буйынса бер фараз: оло йәштәгеләр һөйләүенсә,йәнәһе лә, ауыл тирәһендәге туғайҙар, ҡырҙар сәскәгә бай, шунан сығып беренсе йәйләүселәр бында бал күп уңа, был яҡ балдыраҡ тип һамаҡлағандар имеш, ауылға исем шунан сығып бирелгән, һуңынан ул «Баҙыраҡ»ҡа әйләнеп киткән.

Мәктәп 1-cе Иҙелбай ауылында 1925 йылда асылған, ә 2-се Иҙелбайҙа 30-сы йылдарҙа эшләй башлай. Ул Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған журналист, шағир һәм яҙыусы Мазһар Абдуллин исемен йөрөтә.

Ауылдың бөгөнгө тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәжәп Ҡазыханов өйөнә канализация үткәреү өсөн ҡулдан траншея ҡаҙғанда ике метрҙан ашыуыраҡ тәрәнлектә ҙур хайуан тешенә оҡшаған һөйәккә юлыға[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 607 248 359 40,9 59,1
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 602 274 328 45,5 54,5
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 439 222 217 50,6 49,4
2002 йыл 9 октябрь 408 209 199 51,2 48,8
2010 йыл 14 октябрь 328 160 168 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2-се Иҙелбай ауылы Салауат районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Айыр йылғаһы Йүрүҙәнгә ҡушылған тәңгәлдә урынлашҡан.
  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 41 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Таймый): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 70 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл һәм уның урамдары, халыҡ телендә өс өлөшкә бүленеп, һәр береһе айырым атама менән йөрөтәлә: Йүрүҙән буйындағы үҙәк урамдар - «Иҫҡауыл» («Иҫке ауыл» һүҙенән), Айыр йылғаһы буйындағы оҙон бер урам — «Яңауыл» һәм ауылдың көнсығыш яғындағы урамдар — «Арғос» (Арғы ос). Урамдарға түбәндәге рәсми исемдәр бирелгән[3]:

Тирә яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ЙүрүҙәнҠариҙел ҡушылдығы, 1-се һәм 2-се Иҙелбай ауылдары Йүрүҙән йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан. Шуға күрә 1-се Иҙелбай халҡына 2-се Иҙелбайҙар — «аръяҡ»тар һәм киреһенсә "Икенселәргә" "Беренселәр" — "аръяҡтар".
  • Айыр йылғаһы — Йүрүҙәндең һул ҡушылдығы. Бәрҙе балығы һаҡланған тау йылғаһы. «Оло Айыр» һәм «Кесе Айыр» йылғаларға бүленә.
  • Ҡутҡан (тауы) — ауылдан көньяҡта 1-1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан тау.
  • Түгәрмә(тауы) — (Түгелмә)-Йүрүҙән йылғаһының текә уң яры.
  • Cусаҡтау — ауыл янында урышлашҡан тау. Рәсми булмаһа ла, элекке вулкан сусағы тигән фекер бар.
  • Асы шишмәһе — Йүрүҙән йылғаһының һул яғында, ауылдан көньяҡта ятҡан йылы шишмә. Ҡышын да, йәйен дә һыу температураһы 16 градусҡа яҡын. Көкөртлө водородлы һыу. Тирә яғында хасил булған һаҙ батҡағын ауыл халҡы (хәҙерге көндә сит яҡ санаторийҙар ҙа) төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн ҡуллана.
  • Дуевка
  • Ямаҙы
  • Ҡалтай — "25 меңлектәр" нигеҙ һалған ауыл, Айыр йылғаһы буйлап өҫкәрәк, Осиновка ауылынан саҡрымдан артыҡ ерҙә урынлашҡайны. ХХ быуаттың 50-60-сы йылдарында халҡы күсенеп китеп бөттө.
  • Иван—гора
  • Моронсоҡ
  • Һөтлө шишмә. Түш тауының көнсығыш битләүенән ағып сығыусы шишмә. Составында булған мел һәм башҡа химик ҡатнашмалар арҡаһында аҡһыл төҫкә эйә. Һуңғы йылдарҙа ҡороп бара.
  • Кәргәҙе күле
  • Һағыҙат аҫыт күле
  • Киндеркүл
  • Шылған
  • Түш
  • Осиновка — "25 меңлектәр" нигеҙ һалған урыҫ ауылы. Яңауылдан 3 саҡрым алыҫлыҡта, Айыр йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡайны. ХХ быуаттың 50-60-сы йылдарында башланғыс мәктәп, магазин, шулай уҡ сусҡа һәм һыйыр фермалары, тимерлектәре бар ине. 60-сы йылдар уртаһында мәктәп ябылғас, халыҡ күсенеп китте. Райондағы ҡайһы бер урыҫ ауылдарына, башлыса Силәбе өлкәһенең яҡындағы Сим, Әшә, Усть-Катав һәм башҡа ҡалаларына.
  • Кәфей яланы(төбәге).
  • Утынлыҡул
  • Дәрәнғул
  • Маяҡ
  • Бийәнкә
  • Увал
  • Түңәрәк ҡыуаҡ
  • Түңәрәк

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әминев Исрафил Иблиәмин улы, 1928 йылда төҙөлгән "Өс ҡайын" исемле артелдың, 1930 йылдан "Башҡортостан" исемле колхоздың беренсе рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан тәүгеләрҙән булып үҙе теләп китә, Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт итә, батырҙарса һәләк була
  • Әминева Люциә Исрафил ҡыҙы, журналист, Салауат, Дыуан һәм Ейәнсура районы|Ейәнсура район гәзиттәрендә эшләй,1968 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналын сығара башлауҙа ҡатнаша, баҫманың тәүге техник редакторы була
  • Әминев Раян Хәйрулла улы (1955—2018), районда танылған эшҡыуар.
  • Ғәйфуллин Әлтәф Әшрәф улы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары, «Әхмәтзәки Вәлиди» йәмәғәт фонды директоры
  • Ғәлин Сәйеҙғәли, Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены менән наградланған
  • Ғәрифуллина Зәнүфә Ғәйнетдин ҡыҙы (1.08.1932)- хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ауыл тарихын әүҙем өйрәнеүсе, «Йүрүҙән ынйылары» исемле ауыл тарихына бағышланған, арҙаҡлы шәхестәрҙе һүрәтләгән һәм халыҡ ижады өлгөләре тупланған китап авторы (Маляҙ, 2002 йыл)
  • Искәндәров Сәғит Саммаш улы[4], гвардия капитаны, батальон командиры, Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлыҡтары өсөн Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордендары менән бүләкләнгән.[5]
  • Йәғләмүнов Мәғәфүр Хәбиб улы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән яугир-фронтовик. Оҙаҡ йылдар умартасы булып эшләне, бүлексә профсоюз ойошмаһының рәйесе, район һәм республика гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе булды
  • Йәғләмүнов Тәлғәт Хатмулла улы, милиция органдары ветераны, отставкалағы милиция майоры.
  • Ҡаһирова (Сафина) Зоя Шири (Ширияздан) ҡыҙы, Белорет районы Сермән мәктәбендә эшләгән, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 2003 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» тигән ике томлыҡ энциклопедияға индерелгән
  • Латипов Ниғәмәт, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән яугир-фронтовик, күп йылдар малсылыҡта фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтте
  • Нуретдинов Ансар Әнүәр улы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы, «Башҡортостан» гәзитенең төньяҡ-көнбайыш райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе.
  • Нуретдинов Артур Әнүәр улы, ветеринария табибы, Салауат районы ветеринария дауаханаһының әйҙәүсе белгесе, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәтенә (2017) һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙына (2006) лайыҡ булыусы.
  • Нуретдинов Әкрәм Әнүәр улы, журналист, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы, төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн Мәсәғүттә нәшер ителгән «Әйлестан» гәзите мөхәрире.
  • Нуретдинов Әнүәр Хәйретдин улы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), оҙаҡ йылдар бүлексә агрономы булып эшләне, 25 йыл рәттән тәүге партия ойошмаһы секретары.
  • Садиҡов Ғәтиәт Ғиниәт улы, үҙешмәкәр композитор һәм шағир, Иҙелбай ауылы тураһында йырҙар авторы, милиция органдары ветераны
  • Сафин Франгил Шири (Ширияздан) улы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы
  • Харисов Айҙар Әнүәр улы, Рәсәй буйынса нефть һәм газ үткәргестәр төҙөүсе эре фирмала баш инженер
  • Харисов Әнүәр Ғәни улы, «Һарғамыш», һуңынан «Йүрүҙән» совхозының үҙәге Арҡауыл ауылында урынлашҡан бүлексәне күп йылдар етәкләне

Һүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Мамонтмы, әллә динозаврмы? «Башҡортостан» гәзите, 2015, 5 сентябрь
  3. 2-се Иҙелбай ауылы «Госсправка» сайтында (рус.)
  4. 6-Я ГВАРДЕЙСКАЯ СТРЕЛКОВАЯ ДИВИЗИЯ
  5. Шостку штурмовали ночью