Эстәлеккә күсергә

Миәшәгәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мещегарово
башҡ. Миәшәгәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Миәшәгәр ауыл Советы

Координаталар

55°25′22″ с. ш. 58°12′22″ в. д.HGЯO

Халҡы

534[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452495

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 845 001

ОКТМО коды

80 647 445 101

ГКГН номеры

0520684

Мещегарово (Рәсәй)
Мещегарово
Мещегарово
Миәшәгәр (Башҡортостан Республикаһы)
Мещегарово

Миәшәгәр (рус. Мещегарово) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Миәшәгәр ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 534 кеше булған[2]. Почта индексы — 452495, ОКАТО коды — 80247845001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 39 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 62 км

Миәшәгәр ауылы Әй йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Миәшәгәр йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 39 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 62 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Миәшәгәр ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәр һәм тәүге төпләнеүсе типтәрҙәр нигеҙ һалған[4].

Был датаны 1817 йылда мишәрҙәр үҙҙәре раҫлай: «Ата-бабаларыбыҙ беҙҙең хәҙерге йәшәгән урында Тырнаҡлы улусы башҡорттары менән 1750 йылда партикуляр (йәғни шәхси) килешеү буйынса килеп урынлаша». Башҡорттар керҙәшлек өсөн һәр мишәр ихатаһынан йылына 25 тин аҡса йыйырға тейеш булған. Уларға "Интуҡлы күле буйында йәки Миәшәгәр йылғаһында Ҡәфәлғә Метушев, Юлай Алмаҡаев, Әсән Ханнаншин, Әбдрәшит Аҙналин, Тимербай Абдуллин, Юлай Йосоповтарҙы үҙ иптәштәре менән мәңгегә һәм тоҡомдарына нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыу хоҡуғы менән Йылҡы йырынынан, Ҡайын күленән һ. б. ерҙәргә эйә булыу рөхсәтен биргән.

Ауылдың исеме буйынса фекер: «Типтәрҙәр ауылдың бер өсөн Миәшәгәр тип йөрөтә, ә үҙҙәре төпләнгән осто — Гришкин ауылы тиҙәр». Йәки: «Мишәрҙәр рәүиз мәғлүмәтендә үҙ ауылдарын Миәшәгәр тип күрһәтә, а типтәрҙәр — Гришкин тип атай». 1811 йылда Гришкин ауылында тәүге төпләнеүсенең улы Әҙиғәр Гришкин теркәлгән. Бында шулай уҡ ышаныслы кеше итеп һайланған ғәрәп Исмаил Саланов тигән кеше лә йәшәгән[5].

XIX быуат уртаһынан ике ауыл бер атама — Миәшәгәр тип иҫәпкә алына башлай.

1795 йылда Миәшәгәрҙә 4 йортта 36 мишәр, 10 йортта 43 татар йәшәгән. 1816 йылда — 23 кеше, 1834 йылда — 55 ир-ат йәне мишәр йәшәгән. Шул уҡ йылдарҙа типтәрҙәр — 24 ҡатын-ҡыҙ һәм 39 ир-ат булған.

XVIII быуатта татарҙар ҙа типтәр ҡатламына кергән.

1842 йылда 87 мишәргә 10 сирек ужым һәм 50 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 12 типтәр ихатаһында 125 ат, 170 һыйыр, 50 һарыҡ, 25 кәзә аҫыралған. Мәсет булған[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Миәшәгәр ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Миәшәгәр ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Миәшәгәр ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда Миәшәгәр ауылындағы 52 йортта 316 мишәр һәм типтәр иҫәпкә алынған.

1865 йылда 55 йортта — 312 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған[7].

1895 йылда земство чиновнигы Миәшәгәр тураһында яҙған: «Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн ике төп урындан — Мәсәғүт ауылынан 12 саҡрым һәм Арҡауыл ауылынан 1 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тигеҙлек һөрөнтө ерҙәре 150 йыл элек ныҡ һөрөлгән. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы. Ашламаны барлыҡ йорт хужалары ла тиерлек ҡуллана. Һабан менән һөрәләр. Ауылда 5 һуҡҡыс һәм 13 елгәргес бар. Баҡсалар үҫтерелә. Хужалыҡ ихтыяжы өсөн (йәғни сауҙа өсөн түгел) мал аҫырайҙар. Мал 4 өйөрҙә, ашлыҡ йыйып алғандан һуң, ҡамылда көтөлә. Малдар Әй йылғаһы ярындағы тигеҙлектә утлай. Бесәнлектәр сағылда урынлашҡан. Үҙҙәренең бесәне генә етмәй. Йорттарҙы йылытырға утынды һатып алалар, ярлылар — һалам яға. Бер йәмәғәт тирмәне һәм шәхси ваҡ-төйәк туар кибете бар. 15 кеше аҡса эшләргә урындағы заводтарға китеп кәсеп итә: утын һәм мәғдән ташыйҙар, руда ташыйҙар. Ауыл халҡының яртыһына тиклеме Һикәяҙ улусында ашлыҡ урырға яллана»[8].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Миәшәгәр ауылында мәсет, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән.

19081909 уҡыу йылында Миәшәгәр Башҡа милләттәр өсөн (инород­ческий) училищеһында 30 малай уҡыған.

1920 йылда 166 йортта 841 типтәр йәшәгән[9].

Әлеге ваҡытта Миәшәгәр ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[10].

Миәшәгәр ауылында татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 841
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 879
1959 йыл 15 ғинуар 780
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 585
2002 йыл 9 октябрь 605
2010 йыл 14 октябрь 534 248 286 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Капитан Шәрипов урамы (рус.  Капитана Шарипова (улица)
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая (улица)
  • Һаҙлыҡ урамы (рус.  Болотная (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Гараж урамы (рус.  Гаражная (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)[12]

Ер-һыу атамалары Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар, күлдәр:

  • Әй, * Миәшәгәр йылғаһы
  • Ҡайын күле
  • Интуҡлы күле

Шишмәләр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Ялан-бесәнлектәр, башҡа атамалар:

  • Йылҡы йырыны

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, с.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Миәшәгәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Миәшәгәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. РГАДА. Ф. 350. Оп. 2. Д. 3792. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 374. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34, 622. Паллас П. С. Указ. соч. С. 245. ЮАС. Вып. 2. С. 325—326 (д. Мещегарово); Малоизучен­ ные источники по истории Башкирии. С. 106 (д. Гришкино). ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 36. Л. 37; Ф. 2. Оп. 1. Д. 1755
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Миәшәгәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Миәшәгәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. В Башкирии ушла из жизни долгожительница Зайнаб Хадыева. ИА Башинформ, 24 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2023)
  12. Карта д. Мещегарово. Улицы