Эстәлеккә күсергә

Монай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Монай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Салауат районы һәм Арҡауыл ауыл советы

Монай (рус. Мунаево)) — Златоуст өйәҙе Мырҙалар улусына ҡараған, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Арҡауыл ауыл Советы биләмәһе составына кергән, бөткән ауыл.

Монай Йүрүҙән йылғаһының һул ярында урынлаша. XVIIIXIX быуаттарҙағы барлыҡ ревизияларҙа теркәлә. 1795 йылда унда 15 хужалыҡта 101 кеше иҫәпкә алына. 1834 йылда ихата-хужалыҡтар һаны ла, кешеләр һаны ла арта: 28 һәм 316 була. 1816 йылда 27 ғаиләнең туғыҙында күп ҡатынлылыҡ күҙәтелә.

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 44 хужалыҡта 228 кеше теркәлә. Һуңынан, йылға аша күпер булмау һөҙөмтәһендә тыуған ауырлыҡтар арҡаһында, Монай Арҡауыл ауылы менән ҡушыла[1].

Йүрүҙән йылғаһы ярында урынлашҡан ауылдан Монайҙан һәм мырҙаларҙың башҡа тораҡтарынан күсеп сыҡҡан. Монай ауылының бер нисә ғаиләһе Мәхмүт ауылына нигеҙ һала.

Монай — антропоним. Уға Морнай исемле кеше нигеҙ һала. 1816, 1834 йылдарҙағы ревизияларҙа Монайҙың улдары һәм ейәндәре: 1876 йылғы Ҡолош Монаев, есаул Әсүәр (Спар, Аспар) Монаев (1769—1846), уның улары Абдулғәләм, Бәшәр, 1773 йылғы Исмәғил Монаев, хорунжий булып хеҙмәт иткән Мозафар Монаев иҫәпкә алына[1].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монайҙа сәсән-импровизатор Байыҡ Аблаев тыуған[2]. Һуңынан Мәхмүт ауылына күсеп, шунда йәшәй.