Митюшинский
Бөткән ауыл (утар, ҡасаба) | |
Митюшинский (Митюшино) | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Милли состав |
рустар, башҡорттар |
Автомобиль коды |
- |
Митюшинский (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа шулай уҡ урыҫса Митюшино тип тә күрһәтелә) — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының 20-се быуаттың 70-се йылдарында бөткән тораҡ пункты. Утар, артабан ҡасаба итеп тә телгә алына. Элек Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Мырҙалар улусы составында булған.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пункты Йүрүҙән йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан булған. Географик координаттары: киңлеге 55°23′27″N (55.390925), оҙонлоғо 57°53′54″E (57.898289). Арҡауыл ауыл Советына ҡараған, унан ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Яҡындағы Күҫәләр ауылынан алыҫлығы бер саҡрым самаһы. 1970-се йылдарҙа Митюшинский биләмәһе ғәмәлдә Күҫәләр ауылының бер урамына әйләнә, һәм, хәҙер ҙә шулай ҡалып, «Митюшинский урамы» булып аталып йөрөтөлә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, утарҙа башлыса рус милләте вәкилдәре көн иткән. Йорт-ҡуралы хужалыҡтар һаны 23 (биш йылдан һуң, йәғни 1925 йылда— 24) булып, уларҙа бөтәһе 132 кеше йәшәгән, шул иҫәптән ир-аттар — 50, ҡатын-ҡыҙҙар — 82 кеше булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торама пунктына 19-сы быуат аҙағында (аныҡ дата тураһында мәғлүмәт юҡ) Йүрүҙән йылғаһының ҡаршы ярында урынлашҡан Арҡауыл янындағы Габовка атмалы бәләкәй генә рус ауылында (хәҙер Арҡауылдың бер урамы) йәшәгән Митюшин фамилиялы крәҫтиән нигеҙ һалған. Ул Йүрүҙәндең ҡаршы ярындағы башҡорт ауылы Күҫәләрҙән бер саҡрым тиерлек алыҫлыҡта, текә генә яр башына өй күтәрә, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөй һәм шулай айырым үҙ ғаиләһе менән тормош көтә башлай. Утарҙы ошо Митюшин исеме менән атап алып китәләр.
Ололарҙың һөйләүе буйынса, һуңыраҡ Митюшин Арҡауыл ауылында үҙ кибетен асып ебәрә.
Башҡортостан ауылдары тарихына арналған хеҙмәттәрендә ғалим Әнүәр Әсфәндиәров Митюшинский утары тураһында мәғлүмәт бирмәй.
1961 йылда рус телендә нәшер ителгән «Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 янаря 1961 года. Издание четвертое» тигән белешмә-китапта Арҡауыл ауыл Советы составында «п. Митюшинский» күрһәтелгән. Уның район үҙәгенән 33 километр, ауыл Советы үҙәгенән 2 километр, яҡындағы тимер юл станцияһы Кропачёвтан 58 километр алыҫлыҡта урынлашыуы яҙылған. Күрһәтелгән датаға ҡасабала 60 кеше йәшәгән, улар - рустар. 1972 йылдың 1 июленә булған мәғлүмәттәрҙе сағылдырған ошондай уҡ белешмәнең алтынсы баҫмаһында шулай уҡ Митюшинский ҡасабаһы бар. Унда рустар йәшәүе һәм үрҙә әйтелгән алыҫлыҡтарҙан башҡа бүтән мәғлүмәт бирелмәгән. 1981 йылда донъя күргән ошондай уҡ китапта Митюшинский күрһәтелмәгән.
Яҡын-тирәләге ауыл халҡы һөйләүенсә, Митюшинский утарында йәшәүсе рустар 1970-се йылдарҙа башлыса Силәбе өлкәһенең Эҫем, Минйәр, Әшә ҡалаларына һәм улар тирәһендәге ауыл-ҡасабаларға күсенеп бөткән. Айырым ғаиләләр күрше Арҡауылда һәм райондың ҡайһы бер башҡа ауылдарында ла төпләнгән.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Головин Алексей Степанович (1.01.1912—5.05.1981), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар бригадаһының айырым саңғысылар батальонының отделение командиры. Советтар Союзы Геройы (1943)[1]. Салауат районының почётлы гражданы[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Головин Алексей Степанович (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
- ↑ Администрация муниципального района Салаватский район. Официальный сайт. Почётные граждане: Головин Алексей Степанович 2021 йыл 23 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Населенные пункты Башкортостана. — Уфа: Китап, 2002. — Т. 3: Башреспублика, 1926. — 400 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 янаря 1961 года. Издание четвертое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 428 с.
- Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 июля 1972 года. Издание шестое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 387 с.
- Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 сентября 1981 года. Издание шестое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 383 с.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |