Сүрәкәй (Нуғай)
Сүрәкәй | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мөрсәлим ауыл советы |
Сүрәкәй (халыҡ араһында таралған исеме — Нуғай) (рус. Сюрюкаево) — Себер даруғаһы Түбәләҫ улусының (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Мөрсәлим ауыл Советы) Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, хәҙер бөткән ауыл.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сүрәкәй ауылына XVIII быуат уртаһында Сүрәкәй (1760—1823) исемле башҡорт нигеҙ һала. Уның улы Мәжит Сүрәкәйев була. Мәжиттең улдары: Ғабит һәм Әбделатиф (уның улдары — Мөхәмәтшәриф, Ишбулды, Ишмырҙа). Мәжиттең ағаһы — указлы аҙансы Иркәбай, уның улы — Ишбирҙе булған[1]. Сүрәкәй, Түбәләҫ улусының башҡа ауылдары кеүек үк 1728—1847 йылдарҙа 4-се Көнбайыш кантонының (һуңынан 5-се кантон тип үҙгәртелә) 2-се йортона ҡарай. 1843 йылғы формуляр исемлек буйынса, ул ваҡытта ул Троицк өйәҙе Әйле улусына ҡарай. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар юҡ[2]. 1795 йылда ауылда 21 хужалыҡта 99 кеше йәшәүе теркәлә. 1816 йылда шунса уҡ йортта 118 башҡорт иҫәпкә алына. 1859 йылда 44 хужалыҡта 200 кеше йәшәй. 1920 йылда — 65 хужалыҡта 350 башҡорт иҫәпкә алына. XIX быуаттың беренсе яртыһында йорт старшинаһы Ниғмәтулла Нуғаев була, ә йорт йөҙ башы — Шәмсетдин Нуғаев[1]. Моғайын, ошо билдәле шәхестәр арҡаһында ауылдың исеме халыҡ араһында әлегә тиклем Нуғай тип йөрөтөләлер. Бөгөн Яңы Сүрәкәй тип аталып йөрөтөлгән ауыл 1920 йылда иҫәпкә алынмай, тимәк, ул һуңыраҡ барлыҡҡа килгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башкиры 3-го, 4-го и 5-го кантонов в Отечественной войне 1812 года 2021 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Башкиры 3-го, 4-го и 5-го кантонов в Отечественной войне 1812 года 2021 йылдың 4 март көнөндә архивланған.