Осиновка (Салауат районы)
Бөткән ауыл (утар, ҡасаба) | |
Осиновка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Милли состав |
рустар |
Автомобиль коды |
- |
Осиновка ауылына (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Осиповка) 1876 йылда Өфө губернияһы Златоуст өйәҙенең төрлө волостары һәм Вятка губернияһы крәҫтиәндәре тарафынан нигеҙ һалынған. Иҙелбай ауылы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә Айыр йылғаһының уң ярында, Мырҙалар волосы үҙәге Арҡауылдан 10 саҡрымда 23 хужалыҡ урынлаша.[1]
«… үҙ хужалыҡтары өсөн йәшелсә баҡсалары бар. Йорттарына башҡорт урманы утынын яғалар. Йорт малдарын үҙҡулланыуға тоталар, малдары — урындағы тоҡомдан. Ҡайһы берәүҙәр Иҙелбайға көтөүгә тапшыра. Көтөүлек Айыр йылғаһы буйындағы уйһыулыҡта, һыу эсерергә уңайлы. Ауылда 3 тимерлек бар. Көнкүрештә — ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ; һәйбәт йылдарҙа бал һатыуҙан 500—600 һум табыш алалар».
Йыл | хужалыҡтар һаны | кеше һаны |
---|---|---|
1920 | 51 | 313 |
1939 | 243 | |
1959 | 184 | |
1970 | 140 | |
1979 | 10 | |
1989 | - |
Административ-территориаль бүленештә ауыл советтары тип аталған берәмектәр ҡуллана башлағас, Йүрүҙән йылғаһының һул яҡ яры буйлап Арҡауыл ҡаршыһында урынлашҡан 11 ауыл-хуторҙар Кузнецовский ауыл советына берләштерелгән. 1939 йылғы Бөтә халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында теркәлгән ауылдар: Кузнецовская[2], Алексеевка[3], Ҡалтай-Алға, Малая Биянка, Ново-Алексеевка, Ново-Рождественский, Осиновка, Разориха, Соколовский, Хисмәт (Хисмятова), Яубүләк. Әлеге көндә Яубүләк ауылы ғына бар. Осиновка — ҡалған ауылдарҙың иң һуңғыһы булып юғалған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — Б. 532. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Кузнецовская
- ↑ Алексеевка
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Населенные пункты Башкортостана. — Уфа: Китап, 2002. — Т. 3: Башреспублика, 1926. — 400 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 янаря 1961 года. Издание четвертое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 428 с.
- Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 июля 1972 года. Издание шестое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 387 с.
- Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 сентября 1981 года. Издание шестое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 383 с.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |