Мәсетле
Мәсетле | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Мәсетле ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Мәсетле ауыл советы |
Почта индексы | 452482 |
Урындағы телефон коды | 34777 |
![]() |
Мәсетле, Мырҙалар, Мырҙалар Мәсетлеһе, Мырҙа—Мәсетле (рус. Мечетлино) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 713 кеше[2]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840001.
Йөкмәткеһе
- 1 Географик урыны
- 2 Тарихы
- 3 Биләмә берәмектәренә инеүе
- 4 Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
- 5 Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
- 6 Халыҡ һаны
- 7 Урамдары
- 8 Ер-һыу атамалары
- 9 Билдәле шәхестәр
- 10 Аҙаш ауылдар
- 11 Ҡушаматтар
- 12 Ауыл һәм мәсетлеләр ваҡытлы матбуғатта
- 13 Шулай уҡ ҡарағыҙ
- 14 Һылтанмалар
- 15 Иҫкәрмәләр
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 24 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 53 км
- Мәсәғүт - Кропачево автомобиль юлы буйында.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Боронғо исеме Мырҙалар, Мырҙалар Мәсетлеһе, Мырҙа—Мәсетле. Мәсетле ауылы Мырҙалар атамаһы аҫтында тәүге тапҡыр 1672 йылда яһаҡ кенәгәһендә телгә алына. Мырҙалар ырыуының һәм шул уҡ исемдәге улустың төп ауылы, үҙәге, булараҡ танылған. Мырҙалар ырыуының аҫаба ерҙәренә Жалованная грамота 1695 йылда алынған [3].
Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1935 | Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1941 | Мәсетле ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1990 | Мәсетле ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | ![]() |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәсетлелә 1795 йылда 177 кеше, 1816 йылда — 342 кеше, 1834 йылда — 428 кеше йәшәгән.
1816 йылда 53 хужалыҡтың 14-дә күп ҡатынлы ғаилә (ике ҡатынлы 13 ир, 4 ҡатынлы 1 ир) теркәлгән, был дөйөм күрһәткестән 26,4 % тәшкил иткән.
Тағы шундай мәғлүмәттәр бар: 1842 йылда ауылда йәшәгән 464 кешегә 113 сирек (1 сирек — 8 бот арышҡа тиң) ужым һәм 608 сирек яҙғы иген сәселгән. Шулай уҡ 18 сирек бәрәңге лә ултыртылған. Хужалыҡтарҙа 451 баш ат, 271 һыйыр, 235 һарыҡ, 76 кәзә булған. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә теркәлгән — 7 умарта, 5 солоҡ. Ауылда мәсет эшләгән.
1859 йылдағы рәүиз материалы Мәсетлелә 548 кеше йәшәгәнен күрһәтә.
Ауылдың XIX быуат аҙағындағы хәлен бер статистик йыйынтыҡта былай тасуирлағандар: «Селение Мурзалар (Мечетлина тожъ) - уподошвы горы, у южного края надела. При селении протекает р. Юрюзань. Население: башкиры-вотчинникив в числе 103 дворов и 184 ревизских душ. Земля в одномъ месте при селении. Пашня расположена на холмистой местности. Распахана с незапамятныхъ временъ. Почва - рыхлый чернозем Хозяйство безсистемное. Сеют: рожь, овес, пшеницу. Удобрение практикуется. Пашут кунгурскими и простыми башкирскими сабанами. В селении 3 молотилки и 3 веялки. Огороды разводят для домашнего хозяйства. Скотоводство хозяйственное; скот мелкой башкирской породы; пасется по полям и лугам осенью. Выгон присельный, по возвышенной равнине. Водопой в р. Юрюзань, второй - по холмистой естности. Сеном обходятся. Аренда: существует сдача пашни и покоса как всем селением, так и отдельными домохозяевами. В селении 1 бакалейная лавка.»[4].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1920 йылда Мәсетле халҡы һаны 679 кешегә еткән.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 713 | 321 | 392 | 45,0 | 55,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (1937 йылдың 2 апреле) — механика өлкәһендә совет һәм рәсәй ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999)[5][6].
- Ишбирҙин Дамир Әхмәт улы (7.11.1948), дәүләт хеҙмәткәре. 1992—2010 йылдарҙа Салауат районы Арҡауыл ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Аҙаш ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дыуан-Мәсетле — Мәсетле районындағы ауыл. Ауыл советы үҙәге.
Ҡушаматтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл һәм мәсетлеләр ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мырҙалар ырыуы
- «Янғантау» геопаркы
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 98-104 с. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Әсфәндиәров Ә.З. Башҡортостан ауылдары тарихы. 9-сы китап. Өфө: Китап, 2001, 98-103 б.
- ↑ Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.1. Уфимской уезд. С. 118; Әсфәндиәров Ә.З. Башҡортостан ауылдары тарихы. 9-сы китап. Өфө: Китап, 2001, 103-104 б.
- ↑ Галин Венер Ягафарович. ИВМ РАН
- ↑ Галин Венер Ягафарович. Салаватский район
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Мәсетле Викимилектә |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |