Кашапов Марс Фәрәх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пустой элемент Викиданных

Кашапов Марс Фәрәх улы (28 ғинуар 1966 йыл) — Салауат районы хакимиәте башлығы (2017)

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марс Фәрәх улы Кашапов 1966 йылдың 28 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Мәсетле ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлын 19831984 йылдарҙа «Йүрүҙән» совхозында башлай. 19841986 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, бер йыл Башҡортостан ауыл хужалығы институтында электромонтер булып эшләй, һуңынан шунда уҡ уҡырға инә. 1992 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, белеме буйынса — агроном. 19921997 йылдарҙа «Йүрүҙән» совхозында Мәсетле бүлексәһе управляющийы була, һуңынан өс йыл Салауат районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы вазифаһында эшләй. 20002003 йылдарҙа — «Урал» СПК-һы рәйесе. Һуңынан бер йыл «Бөркөт» ял йорто директоры булып эшләгәс, 20042006 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары була. 20062009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ер ресурстары һәм ер ҡоролошо буйынса дәүләт комитетының Салауат районы буйынса рәйесе. Һуңынан 2012 йылға тиклем тоҡомсолоҡ буйынса «Башкирское» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры ярҙамсыһы — баш инженеры була. 20122017 йылдарҙа — «Янғантау» шифаханаһы дәүләт унитар предприиятиеһы директорының хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.

2017 йылдың мартынан — контракт буйынса Салауат районы хакимиәте башлығы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2012 һәм 2016 йылдарҙа өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Салауат районы советы депутаты итеп һайлана[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]