Эстәлеккә күсергә

Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

31.12.1916

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Златоуст өйəҙе Мырҙалар‑Мəсетле ауылы, хəҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылы

Вафат ваҡыты:

1978

Вафат урыны:

РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

балет артисы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Әүҙем йылдары:

19381978

Театр:

Башҡорт опера һәм балет театры

Наградалары:

Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1972)

Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы (31 декабрь 1916 йыл1978 йыл), балет артисы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1972). Тəүге башҡорт балериналарының береһе.

Заһиҙә Нурый ҡыҙы Бәхтейәрова 1916 йылдың 31 декабрендә Өфө губернаһының Златоуст өйəҙе Мырҙалар‑Мəсетле ауылында, хəҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылында тыуған. 1931 йылда Дыуан-Мәсетле ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1938 йылда ул бик яҡшы итеп Өфө театр училищеһының балет бүлеген (педагогы К. В. Матсон) тамамлай. Фәйзи Ғәскәров етәкселегендәге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Башҡорт опера һәм балет театрының тәүге балет труппаһында сығыш яһай. 1950 йылда Заһиҙә Бәхтейәрова Ленинград консерваторияһының хореография факультетын педагог-балетмейстер һөнәре буйынса тамамлай. 1964 йылға тиклем Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй, унда балет йондоҙҙарының арҙаҡлы төркөмөн тәрбиәләй, бик күп яңы үҙенсәлекле бейеүҙәр ҡуя.

19531955 йылдарҙа йәш Рудольф Нуриев унан классик бейеү дәрестәре ала. 1965 йылда Заһиҙә Бәхтейәрованы хореографик студия ойошторолған йәш нефтселәр ҡалаһына, Октябрьскийгә ебәрәләр. Бында Заһиҙә Бәхтейәрова үҙенең уҡыусылары менән «Кенәз Игорь» операһынан ҡыпсаҡ бейеүҙәрен, «Аҡҡош күле» балетынан икенсе актты, «Щелкунчиктан» айырым номерҙар, Сен-Санстың бөтә донъяға билдәле «Умирающий лебедь» бейеүен ҡуя.

Эш урындары һәм ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы киң диапазонлы бейеү лексикаһына, драматик кəүҙəлəндереү һəлəтенə эйə. Ш. Гуноның «Фауст», П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» һәм башҡа операларҙа бейеүҙəр башҡара. «Коппелия» балетында Сванильда партияһын тəүге башҡарыусы. Заһиҙә Бәхтейәрова Башҡорт драма театры спектаклдəрендə бейеүҙəр, Октябрьский ҡалаһындағы балет студияһында Р. М. Глиэрҙың «Ҡыҙыл мəк» («Красный мак»), Б. В. Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны» («Бахчисарайский фонтан»), «Гөлнəзирə» балеттарын һәм башҡаларҙы ҡуя. 2011 йылдың 16 декабрендә Октябрьскийҙа ҡалаһының Балалар хореография мәктәбен ойоштороуҙа ҡатнашҡан Заһиҙә Бәхтийәрова иҫтәлегенә арналған I бейеү фестивале үтә.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]