Тәкәй (Салауат районы)
Тәкәй | |
Нигеҙләү датаһы | 1755[1] |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Салауат районы |
Административ-территориаль берәмек | Әлкә ауыл советы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1775[1] |
Тәкәй (рус. Тикей, Тикеево, Текоево) — Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) нигеҙләнгән ауыл. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған ауылы. 1775 йылда яндырыла[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шайтан-Көҙәй улусының Аҙналы ауылынан бүленеп сыҡҡан башҡорттар Һары Ҡондоҙ менән Көҫкәнде йылғалары тоташҡан урында нигеҙләгән ауыл. И. Красильниковтың 1880 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан, 1755 йылға ҡарата төҙөлгән «Ландкартаһы» буйынса Ырымбур губернаһы һәм уға ҡараған урындар П. И. Рычковтың «Топография» баҫмаһында донъя күргән мәғлүмәттәр буйынса «Өфө провинцияһының Себер даруғаһы һәм шул даруғаға сиктәш булған урындарҙың картаһы. 1755 йыл» баҫмаһында теркәлә[3].
1775 йылда батша карателдәре тарфынан яндырыла.
1991 йылдың 15 июнендә Әлкә ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Тархан Заһиҙуллин яндырылған ауыл урынына ағастан стела эшләп ҡуя. 1997 йылда ул мәрмәр стелаға алмаштырыла. Уға «Тәкәй ауылы урыны» һәм «Салауат Юлаев — халҡыбыҙҙың милли геройы» тип яҙылған.
Тәкәй ауылы урынында Таштирмә эшләнгән. 2018 йылда Башҡорт йәштәренең Бөтә Рәсәй ҡоролтайы, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге, «Салауат вариҫтары» ойошмаһы, Салауат районының Әлкә ауыл Советы инициативаһы менән Таштирмә эсенә Салауат Юлаевҡа арнап стела урынлаштырыла[4].
«Янғантау» геопаркы биләмәһендә яңы объекттар төҙөү планына Тәкәй ауылы урынында «Салауат ере» тарихи-туристик комплексы ойоштороу планлаштырыла. Бында музей, тирмә глэмпингы, палаткалы лагерь, уҡтан атыу урыны һәм ат һарайы булыуы күҙаллана[5].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Юлаев (16 июнь 1754 йыл[6] — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Тәкәй (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Оренбургская губерния с прилежащими к ней местами по «Ландкартам» И.Красильникова и «Топографии» П. И. Рычкова 1755 года, с.18(недоступная ссылка)
- ↑ Салауат исеме беҙҙә генә…
- ↑ Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында туристик комплекс һәм музей төҙөлә
- ↑ Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1752 йылда
- ↑ Азналин Салават Юлаевич (Салават Юлаев) 2016 йыл 4 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәкәй (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Оренбургская губерния с прилежащими к ней местами по «Ландкартам» И.Красильникова и «Топографии» П. И. Рычкова 1755 года, с.18(недоступная ссылка)
- Салауат исеме беҙҙә генә…
- Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында туристик комплекс һәм музей төҙөлә
- Путешествие в Деревню Текеево, родина Салавата Юлаева