Иҫәнбаева Флорида Әхмәтвәли ҡыҙы
Иҫәнбаева Флорида Әхмәтвәли ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 март 1955 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Иҫәнбаева Флорида Әхмәтвәли ҡыҙы (10 март 1955 йыл) — журналист, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһы матбуғаты һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флорида Әхмәтвәли ҡыҙы Иҫәнбаева 1955 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ы Салауат районы Мөсәт ауылында тыуған.
Илтәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә.
1974 йылда Мәсәғүт педучилищеһын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала.
1982 йылда университетты тамамлай.
2007 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын (БАГСУ) тамамлай.
Тормош юлы һәм ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1974—1975 Салауат районы Ишембай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ хеҙмәт юлын башлай.
1975—1978 йылдарҙа Салауат районы Пионерҙар йортонда методист булып эшләй.
1978—1993 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» — «Йәншишмә» гәзитенең корректоры, бүлек мөдире була.
1993—1996 йылдарҙа — «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, 1996 йылдан башлап "Башкортостан кызы" журналынын бүлек мөхәррире булып хеҙмәт итә.
2008 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы секретары.
1991 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар Союзы ағзаһы[2].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше Ғүмәр менән ул һәм ҡыҙ үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы матбуғаты һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре
- Төҙөкләндереү йылында БР журналистары араһында уҙғарылған конкурста 1-се урын яулай
- «2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн» күкрәк билдәһе
- 2006 йыл — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының йыл лауреаты
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының, БР Журналистар Союзының, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының Почёт Грамоталары[3]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
- ↑ Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
- ↑ Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)