Эстәлеккә күсергә

Кантон тауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кантон тауы
Кем ҡушҡан Халыҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Салауат районы һәм Янғантау ауыл советы

Кантон тауы — Салауат районының Илтәй ауылы эргәһендә урынлашҡан тау.

Тау итәгендә ике ҡәбер бар. Уларҙың береһе таш менән, икенсеһе кирбес менән уратып алынған. Тау атамаһының ҡайҙан нисек килеп сығыуы ауыл халҡы өсөн һаман да сер булып ҡалһа ла, ололар уны ошо ике ҡәбергә һәм унда кантон идаралығы системаһы ваҡытында хәрби дәрәжәгә эйә булған ике бер туған ир-егеттең ерләнгәненә бәйләй[1].

1850 йылғы рәүиз сказкалары буйынса, Илтәй ауылы Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙенең 9-сы башҡорт кантонының 9-сы йортона, 1859 йылда 8-се башҡорт кантонының 10-сы йортона ҡарай.

Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында йорт старшинаһы Абдулғәзиз Әбдрәшитовтың шәжәрәһе килтерелә. Ундағы мәғлүмәттәрҙән һәм ауыл халҡының һөйләгәндәренән сығып, филология фәндәре кандидаты Гүзәлиә Ильясова, тауҙа кантон идаралығына ҡатнашлығы булған Абдулғәзиз Әбдрәшитовтың кесе улы, 8-се башҡорт кантоны начальнигы Ишмөхәмәт Өмөтбаевтың (башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың улы) урынбаҫары Абдрафиҡ Әбдрәшитов, икенсеһендә уның ағаһы Абдулҡадир йәиһә уның улы Мирхәйҙәр ерләнгән булыу ихтималлығын фаразлай[1]. Абдрафиҡ Әбдрәшитов 1843 йылғы ведомость буйынса кантон ярҙамсыһы вазифаһын ҡалдыра, йәғни шул уҡ ваҡытта ул 8-се башҡорт кантонының 9-сы йортонда старшина ла булып тора. Илтәй ауылында йәшәй, 1845 йылда вафат була[1].