Эстәлеккә күсергә

Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 1905[1]
Тыуған урыны Ахун ауылы, Мәсетле ауыл советы, Салауат районы
Вафат булған көнө 24 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[2][3]
Вафат булған урыны Луганск Халыҡ Республикаһы, Рәсәй[4][1]
Хәрби звание рядовой
Ғәскәр төрө кавалерия[d] һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы[3][2]

Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы (1905 йыл[5] — 24 февраль 1943 йыл) — ҡыҙылармеец, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ат ҡараусы булып хеҙмәт итә[6].

Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Ахун ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына Салауат районы хәрби комиссариатынан саҡырыла. 7-се кавалерия корпусының легендар 16-сы кавалерия дивизияһында[5] (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) ат ҡараусы (тотоусы) булып хеҙмәт итә. 1943 йылдың 24 февралендә Украина ССР-ының Ворошиловград (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) өлкәһе Юлино-2 станицаһы районында һәләк була һәм шунда ерләнә[6]. «Халыҡ хәтере» электрон ресурсында уның тураһында мәғлүмәттәр Жингалин[6] фамилияһы менән бирелһә, «Мемориал» хәтер китабында Зиангалин тип яҙылған[5]

Улы — Йәнғәлин (Жиәнғәлин) Әхмәҙи Солтан улы — мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар Ахун мәктәбе директоры булып эшләй. Ошо осорҙа урта мәктәп һалдыра. Мәктәптә бейеү түңәрәге ойоштороп, ансамбль төҙөп, район-республика күләмендә билдәлелек яулай.