Яман шеш
Яман шеш | |
| |
DiseasesDB |
28843 |
---|---|
MedlinePlus |
001289 |
MeSH |
D009369 |
Яман шеш йәки рак — (яман булмаған шеш үҙенсәлектәренән айырмалы) организм йәшәйеше өсөн үтә хәүефле үҙенсәлектәргә эйә булған шеш, ошо сәбәпле уны «яман» тип атағандар. Яман шеш яман күҙәнәктәрҙән тора. Яңы барлыҡҡа килгән яман шеш ауырыуына күҙәнәктәрҙең туҡтауһыҙ бүленеүе, уларҙың эргә туҡымаларға үтеп инеүе, алыҫ ағзаларға метастазланыуы хас. Ауырыу пролиферация боҙолоуы һәм генетик боҙоҡтар һөҙөмтәһендә күҙәнәктәрҙең тәғәйен бурыстарын үтәүҙән тайпылыуы менән бәйле.
Дарыуҙар һәм яман шеште дауалау алымдарын эшләү әле лә аҙағынаса хәл ителмәгән мөһим фәнни бурыс булып ҡала.
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яман шештәр нормаль күҙәнәктәрҙең, апоптоз һәләтен юғалтып, туҡтауһыҙ бүленә башлап, яманға әүерелеүе (малигнизацияһы) арҡаһында яһала. Күҙәнәктәрҙең яманға әүерелеүенә бер йәки бер нисә мутация сәбәпсе була. Әгәр организмдың иммун системаһы бындай әүерелеүҙе танымай ҡалһа, шеш үҫә башлай һәм ваҡыт үтеү менән метастазлана. Метастаздар теләһә ҡайһы ағзала йә туҡымала яһалырға мөмкин. Иң йыш осраҡтар һөйәктәргә, бауырға, мейегә һәм үпкәгә ҡағыла.
Күҙәнәктәрҙең контролһеҙ бүленеүе арҡаһында яман булмаған шештәр ҙә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Яман булмаған шештәр метастазланмауы менән айырыла, шуның өсөн ғүмергә әллә ни хәүефле түгел. Әммә яман булмаған шештәр йыш ҡына яманға әйләнә (шештең тәбиғәте үҙгәреү).
Туҡыма өлгөһөнә патоморфолог тарафынан гистологик тикшереү үткәрелгәндән һуң яман шешкә раҫ диагноз ҡуйыла. Диагноз ҡуйылғандан һуң хирургик дауалау, химиотерапия һәм нур терапияһы тәғәйенләнә. Медицина фәне камиллашҡан һайын һәр шеш төрөнә тәғәйен дауа төрө махсусыраҡ була бара.
Дауаламаған осраҡта яман шеш ғәҙәттә үлемгә еткерә. Шештәрҙең күбеһе дауалана, әлбиттә, дауалау һөҙөмтәһе шеш төрөнә, уның урынлашыуына һәм стадияһына бәйле.
Яман шеш төрлө йәштәге кешеләрҙе ауырыта, ләкин өлкән йәштәгеләрҙә күпкә йышыраҡ була. Ул алға киткән илдәрҙә үлемдең төп сәбәптәре иҫәбенә инә. Күпселек шештәрҙең яһалыуы тирә-яҡ мөхит факторҙары, мәҫәлән, алкоголь, тәмәке төтөнө, ионлаштырыусы нурланыш, ультрафиолет нурланыш, ҡайһы бер вирустар менән бәйле.
Nature журналында нәшер ителгән күптән түгелге тикшеренеүҙә рак үҫешенә генетик бирешеүсәнлеккә ҡарағанда тышҡы мөхит шарттары нығыраҡ йоғонто яһауы иҫбатланған. Тикшеренеүселәр күҙәнәктәрҙең яман шешкә (йыуан эсәк, үпкә, бәүел ҡыуығы, ҡалҡан биҙе һ.б.) килтерә торған 30 төп мутация төрөнә баһа бирә. Шуларҙың 10 — 30 процентының ғына нәҫелдән бирешеүсәнлек кеүек эске факторҙарға бәйле булыуы асыҡлана, мутацияларҙың 70 — 90 проценты иһә зарарлы мөхит факторҙарына бәйле була.[1][2] Был тикшеренеү мәғлүмәттәре онкологик ауырыуҙарҙы иҫкәртеү стратегияһын эшләү өсөн мөһим.
Яман шештәрҙең беренсел шеш барлыҡҡа килгән ағзаға, яманға әүерелгән күҙәнәктәрҙең тибына, шулай уҡ пациентта күҙәтелгән клиник билдәләргә ҡарап классификацияланыусы бик күп төрҙәре бар. Медицинаның яман шештәрҙе өйрәнеү һәм дауалау менән шөғөлләнгән өлкәһе онкология тип атала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яман шеш осраҡтары борон замандарҙан башлап төрлө яҙма сығанаҡтарҙа һүрәтләнә килгән. Иң әүәлгеләргә б.э.т. 1600 йылдар тирәһенә ҡараған боронғо мысыр папирустары инә. Уларҙа һөт биҙе яман шеше осраҡтары һүрәтләнгән, дауалау сараһы итеп раклы туҡыманы көйҙөрөү тәғәйенләнгән. Бынан тыш, мысырҙарҙың тән тиреһендәге яман шештәрҙе мышаяҡлы майҙар менән яндырғаны билдәле. Рамаянала ла шуға оҡшаш тасуирлауҙар бар: дауалау шеште ҡырҡып алыуҙан һәм мышаяҡлы май һөртөүҙән торған[3].
«Рак» тигән атама Гиппократ (б.э.т. 460—377 йылдар) индергән «карцинома» (грек. καρκίνος — краб, ҡыҫала; ωμα, ὄγκωμα — шеш тигәндән) терминынан алынған, ул перифокаль елһенеүле яман шеште аңлатҡан. Гиппократ шеште карцинома тип атаған, сөнки ул төрлө яҡҡа таралған үҫентеләре арҡаһында крабты хәтерләтә. Ул шулай уҡ онкос (ὄγκος) тигән терминды ла тәҡдим иткән. Гиппократ һөт биҙе, ашҡаҙан, тире, аналыҡ муйынсаһы һәм йотҡолоҡ өҫтө яман шештәрен тасуирлаған. Дауалау сараһы итеп ул мөмкин булған урындарҙа шешкә хирургик ысул ҡулланырға һәм ҡырҡҡандан һуң ҡалған йәрәхәттәргә үҫемлек ағыуҙары йә мышаяҡ ҡушылған майҙар һөртөргә тәҡдим иткән. Эстәге шештәргә ҡарата Гиппократ бер ниндәй ҙә дауа ҡулланмаҫҡа ҡуша, сөнки ҡатмарлы операция пациентты шешкә ҡарағанда ла тиҙерәк үлтерер тип иҫәпләй[3].
Рим табибы Авл Корнелий Цельс б.э.т. I быуатта иртә стадияла шеште ҡырҡып алырға, ә һуңғы стадияларҙа теймәҫкә тәҡдим итә. Ул καρκίνος тигән грек һүҙен латинсаға (cancer — краб) тәржемә итә. Гален"ὄγκος" һүҙен бөтә шештәр өсөн ҡуллана, ул хәҙерге онкология һүҙенең тамырын тәшкил итә[4].
Яман шештәр күп тапҡырҙар тасуирланһа ла, уның барлыҡҡа килеү һәм бөтә тәнгә таралыу механизмы тураһында XIX быуат уртаһына тиклем бер нәмә лә билдәле булмай. Был процестарҙы аңлау өсөн немец табибы Рудольф Вирховтың хеҙмәттәре ҙур әһәмиәткә эйә була. Ул, сәләмәт туҡымалар кеүек үк, шештәрҙең дә күҙәнәктәрҙән торғанлығын һәм шештең тән буйлап таралыуы ошо күҙәнәктәрҙең күсеп йөрөүенә бәйле икәнлеген күрһәтә[3].
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Емерткес көскә эйә булған һәм эргәләге нормаль туҡымаларҙы ҡыҫыуға һәм зыянлауға килтергән контролһеҙ йылдам үҫеш.
- Эргә туҡымаларға үтеп инеү («инвазиялар», «инфильтрациялар», «пенетрациялар») һәм уларҙа метастаздар барлыҡҡа килтереү.
- Беренсел шештән алыҫта ятҡан туҡымаларҙа, ағзаларҙа, лимфа һәм ҡан тамырҙары буйынса күсеп йә имплантацияланып, метастаздар хасил итеү.
- Шештең уға ҡаршы көрәшә торған иммунитетын һәм дөйөм иммунитетты көсһөҙләндергән, ауырыуҙың ағыуланыуына («интоксикация»), ябығыуына («астения»), депрессияға төшөүенә һәм тотош хәлһеҙләнеүенә («кахексия») килтерә торған токсиндар арҡаһында тотош организмға йоғонто яһау һәләте.
- Т-ҡатил күҙәнәктәрҙең махсус алдау механизмы ярҙамында организмдың иммунологик контролдә тотолоуына ҡамасаулауы.
- Шеш күҙәнәктәрендә мутацияларҙың ярайһы уҡ күп булып, шеш ҙурайған һайын уларҙың да һаны арта барыуы; был боҙолоуҙарҙың ҡайһылары канцерогенездың үҙенә кәрәк, ҡайһылары иммунитетҡа тотолмау йәки метастазланыу һәләтенә эйә булыу өсөн кәрәк, ә ҡайһы берҙәре осраҡлы рәүештә хасил була.
- Яман булмаған шеш күҙәнәктәре менән сағыштырғанда яман шеш күҙәнәктәренең өлгөрөп етмәгәнлеге. Өлгөргәнлек кимәле ни тиклем түбән булһа, шеш шул тиклем тиҙерәк үҫә һәм иртәрәк метастазлана, уның ҡарауы нур һәм химия терапияһына ла нығыраҡ бирешә.
- Туҡыма йә күҙәнәктең нормаль түгеллеге («атипизм»).
- Күҙәнәк атипизмының туҡыма атипизмынан йышыраҡ осрауы.
- Шештә ҡан тамырҙарының йылдам үҫеүе («ангиогенез») арҡаһында шештең ҡан тамырҙары менән сырмалыуы («васкуляризация») һәм йыш ҡына шеш туҡымаларына ҡан һауыуы.
Симптомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Симптомдар, шештең ҡайҙалығына ҡарап, төрлө булырға мөмкин. Һыҙланыу ғәҙәттә һуңғы стадияларҙа барлыҡҡа килә. Башланғыс стадияларҙа шеш бер ниндәй уңайһыҙлыҡ та килтермәй. Ҡайһы бер йыш осрай торған симптомдар түбәндәгеләрҙән тора:
- урындағы симптомдар:
- ҡабарынҡыланып йә төйөнләнеп тороу (йыш ҡына иң тәүге симптом);
- ҡанһырау;
- елһенеү;
- һары ауырыуы;
- метастаздарҙың симптомдары:
- лимфа биҙҙәренең ҙурайыуы;
- йүткереү, ҡан сығыуы ихтимал;
- бауыр ҙурайыу;
- һөйәктәр ауыртыу, һөйәк һыныу;
- неврологик симптомдар;
- дөйөм симптомдар:
- кахексия (ауырлыҡ кәмеүе, аппетит юғалыу, ябығыу);
- иммунопатологик хәл-торош;
- гипергидроз, йәғни ныҡ тирләү;
- анемия;
- психологик симптомдар.
Психологик хәлдең үҙгәреүенә бер нисә фактор сәбәп булыуы бар:
- организмдың ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙарға реакцияһы;
- «үлемдән ҡурҡыу» тәртибе (пациент ауырыуы тураһында белгән осраҡта);
- мейегә метастазланыу;
- гормональ хәлдең ҡапыл үҙгәреүе.
Яман шештең төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яман шештәр уларҙы барлыҡҡа килтергән күҙәнәктәр тибына ҡарап айырыла. Яман шештең төрҙәре:
- карцинома — эпителий күҙәнәктәренән (мәҫәлән, ирҙәрҙең енес биҙе, үпкә, һөт биҙҙәре, тура эсәк рагы);
- меланома — меланоциттарҙан;
- саркома — тоташтырғыс туҡыманан, һөйәктән һәм мускулдан (мезенхима);
- лейкоз — електәге олон күҙәнәктәренән;
- лимфома — лимфа туҡымаһынан;
- тератома — яралғы күҙәнәктәрҙән;
- глиома — глия күҙәнәктәренән;
- хориокарцинома балаятҡы туҡымаһынан яһала.
Балаларҙағы яман шештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырыуса балалар менән үҫмерҙәргә хас булған шештәр бар. 5 йәшкә тиклем балаларҙың яман шеш менән ауырыу ихтималлығы юғары була. Шештәр араһында лейкоздар (бигерәк тә киҫкен лимфобласт лейкозы), үҙәк нервы системаһы һәм нейробластома йыш осрай. Улар артынса нефробластома (Вильмс шеше), лимфомалар, рабдомиосаркома, ретинобластома, остеосаркома һәм Юинг саркомаһы килә[5].
Эпидемиология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара ракты өйрәнеү агентлығы 2000 йылға түбәндәге мәғлүмәттәрҙе биргән: 2000 йыл эсендә донъяла 10 миллион кеше яман шеш менән ауырыған, 8 миллион кеше яман шештән вафат булған. Беренсе урында үпкә рагы тора: 2000 йылда 1,238 миллион кеше ауырып киткән, 1,102 миллион кеше мәрхүм булған.
Икенсе урынды һөт биҙе яман шеше биләй: ауырыусылар һаны — 1,050 миллион кеше. Үлем осраҡтары структураһында ул 5-се урынды биләй, 2000 йылда яман шештең был төрөнән 372 мең ҡатын-ҡыҙ мәрхүм булған. Өсөнсө урында йыуан эсәк яман шеше: 2000 йылда 943 мең кеше ауырыған, ә үлем һаны буйынса (491 мең) йыуан эсәк яман шеше 4-се урында тора. Ашҡаҙан рагы дүртенсе урынды биләй, ә үлем осраҡтары һаны буйынса ул 2-се урынды алған. 2000 йылда ашҡаҙан яман шеше менән ауырып китеүселәр һаны — 875 мең, вафат булғандар һаны 646 мең кеше тәшкил иткән.
Ауырып китеүселәр һаны буйынса 5-се урында бауыр рагы тора, 2000 йылда ундайҙар һаны 563 мең булған. Үлеүселәр һаны буйынса ул 3-сө урында тора (2000 йылда 547 мең кеше мәрхүм булған).
Ауырып китеү осраҡтары һаны буйынса артабанғы урындарҙа түбәндәге төрҙәр: ирҙәр енес биҙе яман шеше (542 мең кеше), аналыҡ муйынсаһы яман шеше (470 мең), ҡыҙыл үңәс яман шеше (411 мең), бәүел ҡыуығы яман шеше (365 мең), Ходжкиндыҡы булмаған лимфома (286 мең), ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше (266 мең), лейкоздар (256 мең), ашҡаҙан аҫты биҙе яман шеше (215 мең), түллек яман шеше (192 мең ҡатын-ҡыҙ), бөйөр яман шеше (188 мең кеше).
Үлем осраҡтары һаны буйынса 6 урында — ҡыҙыл үңәс яман шеше (2000 йылда донъяла 336 мең кеше үлгән), артабанғылар: аналыҡ муйынсаһы яман шеше (233 мең ҡатын-ҡыҙ), ашҡаҙан аҫты биҙе (212 мең кеше), ирҙәрҙең енес биҙе (204 мең ир-ат), лейкоздар (194 мең кеше), ХБЛ (160 мең кеше), бәүел ҡыуығы яман шеше (132 мең кеше), ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше (127 мең кеше), түллек яман шеше (114 мең ҡатын-ҡыҙ) һәм бөйөр яман шеше (90 мең кеше).
АҠШ-та һәм башҡа алға киткән илдәрҙә яман шеш үлем осраҡтарының 25 процентының сәбәбе булып тора.
Рәсәйҙә яман шеш ауырыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Росмедтехнологияларҙың П. А. Герцен исемендәге Мәскәү онкология институты ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт учреждениеһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 2012 йылда яман шеш асыҡланыу осраҡтары 525 931 булған (2011 йылғынан 0,7 процентҡа күберәк), ә онкология учреждениеларына иҫәпкә 480 028 пациент ҡуйылған. 2012 йыл аҙағына онкология учреждениеларында иҫәптә тороусылар һаны бөтәһе 2 995 566 кеше (ил халҡының 2,1 проценты) булған; уларҙың 51,1 проценты иҫәптә 5 йыл һәм унан оҙағыраҡ торған[6][7].
Иҫкәртеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәртеү сараларының маҡсаты — яман шеш барлыҡҡа килеүен кәметеү, сирленең хәлен еңеләйтеү. Ундай саралар араһында түбәндәгеләр бар: канцерогендар менән бәйләнешкә юл ҡуймау, уларҙың метаболизмын төҙәтеү, диетаны һәм йәшәү рәүешен үҙгәртеү, тейешле аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙарҙы ҡулланыу (химик профилактика), нурланыш дозаларын кәметеү, профилактик тикшереүҙәр үткәреү.
Үпкә яман шешенә йоғонто яһаусы факторҙарҙың береһе — тартыу. Дөрөҫ туҡланмау, тирә-яҡ мөхит йоғонтоһо менән бергә тәмәке тартыу яман шеш барлыҡҡа килеү ихтималлығын арттыра. 2004 йыл тикшеренеүҙәренә ярашлы, күпселек көнбайыш илдәрендә тартыу яман шеш менән бәйле үлемдәрҙең өстән бер өлөшөндә үлем сәбәпсеһе булған.[8] Тартыусыларҙа рак менән ауырыу ихтималлығы бер ниисә тапҡырға юғарыраҡ. Үпкә яман шешенән башҡа тартыу башҡа төр яман шештәр (ауыҙ ҡыуышлығы, ҡыҙыл үңәс, тауыш епселдәре), шулай уҡ башҡа ауырыуҙар, мәҫәлән, эмфизема, ихтималлығын да арттыра.[9]
Башҡа хәүефле сәбәптәр: иҫерткес эсемлектәр (ауыҙ ҡыуышлығы, ҡыҙыл үңәс, һөт биҙҙәре һ.б. яман шештәр), аҙ хәрәкәтләнеү (йыуан эсәк һәм һөт биҙҙәре яман шеше), артыҡ ауырлыҡ (йыуан эсәк, һөт биҙҙәре, эндометрий яман шеше), нурланыш алыу.
Һөт биҙе рагын диагностикалау өсөн һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ түшен үҙе аҙна һайын иғтибарлап ҡарарға һәм ҡулы менән баҫҡылап, төйөр-маҙар яһалмағанмылығын тикшереп торорға тейеш, шулай уҡ маммография (иң яҡшыһы — был ике ысулды ла ҡулланыу) үткәрелә. Һуңғы тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: түште үҙең тикшереү ысулы диагнозлауҙа әллә ни һөҙөмтәле түгел, сөнки улай итеп шеште 0,5 мм ҙурлыҡҡа еткәндә генә абайлау мөмкин, ә был рактың II—III стадияларына тап килә, бындай осраҡтарҙа иһә дауалауҙың да һөҙөмтәһе шәптән булмай.
Алынған өлгөнө иммуномагнит байытыу һәм ҡанда берәм-һәрәм йөрөгән яман шеш күҙәнәктәрен табыу технологияһы тикшереүҙең яңы ысулдары иҫәбенә инә (Veridex CellSearch). Һөт биҙе, енес биҙе, тура һәм йыуан эсәктәге 3-4 стадия яман шештәрҙе диагностикалау өсөн ҡулланыла.
Яман шеш диагнозын раҫлау өсөн биопсия — туҡыма киҫәген анализға алыу ысулы файҙаланыла.
Яман шештең ҡайһы бер төрҙәре насар дауалана һәм йыш ҡына үлемгә килтерә. Ләкин күп осраҡтарҙа һауығыу ихтимал. Уңышлы дауаланыу өсөн диагноздың иртә ҡуйылыуы мөһим. Шуның өсөн һаулыҡ торошон һәр саҡ күҙәтергә, профессиональ табиптарҙан тикшерелеп торорға кәрәк. Дауалауҙың хәҙерге заман ысулдарын инҡар итеп, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеү ваҡытты әрәмгә ебәреүгә генә килтерә.[10]
- Шеште алып ташлау. Шеш күҙәнәктәре унан ситтә лә булыуы мөкмин, шуның өсөн шеште запас менән ҡырҡып алалар. Мәҫәлән, һөт биҙе рагы булғанда һөт биҙҙәрен тотош, шулай уҡ ҡултыҡ аҫтындағы һәм умрау һөйәге аҫтындағы лимфа төйөндәрен алып ташлайҙар. Ҡырҡып алынған ағзанан йә уның өлөшөнән тыш яман шеш күҙәнәктәре ҡалһа, уларҙан метастаздар барлыҡҡа килә. Улай ғына ла түгел, төп шеште алып ташлағандан һуң метастаздар үҫеше шәбәйә. Шуға ҡарамаҫтан, операция иртә стадияла эшләнһә, күп кенә осраҡтарҙа һауыҡтыра. Операция ҡәҙимге һалҡын инструменттар менән дә, яңылары (радиойышлыҡлы бысаҡ, ультратауышлы йәки лазерлы скальпель һ.б.) менән дә эшләнә. Мәҫәлән, тамаҡ рагын тура ларингоскопия ваҡытында лазер менән ҡырҡыу (1-2 стадия) пациентҡа тауышын һаҡларға һәм трахеостоманан ҡотолорға мөмкинлек бирә. Лазер нуры, ябай скальпель менән сағыштырғанда, операция ваҡытында ҡан юғалтыуҙы кәметә, яралағы шеш күҙәнәктәрен үлтерә, операциянан һуң йәрәхәттең тиҙерәк уңалыуын тәьмин итә.
- Химиотерапия. Тиҙ бүленә торған күҙәнәктәргә тәьҫир итә торған дарыуҙар ҡулланыла. Улар ДНК дупликацияһын баҫа, күҙәнәк ҡабығының икегә бүленеүенә ҡамасаулай һ.б. Ләкин, шеш күҙәнәктәренән тыш, организмда сәләмәт күҙәнәктәр, мәҫәлән, ашҡаҙан эпителийы күҙәнәктәре лә йылдам бүленә. Химиотерапия уларҙы ла зарарлай. Шунлыҡтан химиотерапия кәрәкһеҙ эҙемтәләргә лә килтерә. Химиотерапия туҡтатылғандан һуң сәләмәт күҙәнәктәр аяҡҡа баҫа. 1990-сы йылдар аҙағында һатыуға нәҡ шеш күҙәнәктәренең аҡһымына һөжүм итә торған яңы дарыуҙар сыҡты, улар сәләмәт күҙәнәктәргә зыян килтермәй тиерлек. Хәҙерге ваҡытта был дарыуҙар яман шештең ҡайһы бер төрҙәрен дауалау өсөн генә ҡулланыла.
- Радиотерапия. Нурланыш яман шеш күҙәнәктәрен уларҙың генетик материалына зыян килтереп үлтерә, шул уҡ ваҡытта сәләмәт күҙәнәктәр зыянды әҙерәк күрә. Нурландырыу өсөн рентген нурланышын һәм гамма-нурланышты (ҡыҫҡа тулҡынлы фотондарҙы, улар теләһә ҡайһы тәрәнлеккә үтеп инә), нейтрондарҙы (зарядтары юҡ, шуға күрә теләһә ҡайһы тәрәнлеккә үтә, тәьҫире фотон нурланышына ҡарағанда лә көслөрәк, ярым эксперименталь ҡулланылышта), электрондарҙы (зарядлы киҫәксәләр, заманса медицина тиҙләткестәрен ҡулланғанда 7 сантиметрға тиклем тәрәнлеккә үтә; тире һәм тире аҫтындағы күҙәнәктәр яман шешен дауалау өсөн) һәм ауыр зарядлы киҫәксәләрҙе (протондар, альфа-киҫәксәләр, углерод йәҙрәләре һ.б., нигеҙҙә ярым эксперимент рәүешендә) файҙаланалар.
- Криотерапия.
- Фотодинамик терапия, яман шеш күҙәнәктәрен билдәле оҙонлоҡтағы тулҡын менән тарҡата торған препараттар (фотогем, радахлорин, фотосенс, аласенс, фотолон һ.б.) ҡулланып дауалау.
- Гормональ терапия. Ҡайһы бер шештәрҙең күҙәнәктәре гормондар йоғонтона бирешә. Мәҫәлән, ирҙәрҙең енес биҙе яман шешен дауалау өсөн эстроген ҡатын-ҡыҙ гормоны ҡулланыла, ә һөт биҙе рагына ҡаршы — эстрогендың тәьҫирен баҫа торған дарыу, лимфома ваҡытында глюкокортикоидтар бирелә. Гормональ терапия паллиатив дауа булып тора, йәғни ул шеште бөтөрмәй, әммә ғүмерҙе оҙайта, һыҙланыуҙы баҫа төшә. Ул башҡа ысулдар менән бергә ҡулланыла. Уңышлы паллиатив дауа булараҡ, ул ҡайһы бер шештәр осрағында ғүмерҙе 3-5 йылға оҙайта.
- Иммунотерапия. Иммун системаһы шеште юҡ итергә тырыша, ләкин ҡайһы берҙә быны эшләй алмай. Иммунотерапия иммун системаһына шеш менән көрәшергә ярҙам итә. Ҡайһы берҙә был маҡсатта интерферон ҡулланыла. Шулай уҡ Вильям Коли вакцинаһы һәм уның варианты булып торған пицибанил яман шештең ҡайһы бер төрҙәрен дауалағанда файҙаланыла[11][12].
- Ҡатнаш дауалау. Һөҙөмтәлелекте яҡшыртыу өсөн ике һәм унан да күберәк ысулды бергә ҡулланалар.
- Терминаль ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтеү өсөн наркотиктар (һыҙланыуҙарҙан) һәм психиатрик дарыуҙар (депрессияға һәм үлемдән ҡурҡыуға ҡаршы) тәғәйенләнә.
Эксперименталь дауалау төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта түбәндәге йүнәлештәрҙә тикшеренеүҙәр алып барыла:
- Яман шеш күҙәнәктәренә ҡаршы вакцинация.
- Генетик яҡтан яман шештәргә бирешеүсән кешеләргә ген терапияһы.
- Ангиостатик дарыуҙар — шеш күҙәнәктәрендә капиллярҙар яһалыуҙы тотҡарлай торған дарыуҙар (шеш күҙәнәктәре ҡан килмәүҙән һәләк була).
- Шештең дарыуҙар үтеп инә алмаған үҙәк өлөшөн юҡ итеү өсөн анаэроб бактериялар ҡулланыу (шештең ситтәренә химиотерапия һәйбәт тәьҫир итә).
- Күҙәнәктәрҙе биохимик ысул менән баҫылдырыу.
Башҡа төрҙәрҙәге яман шештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яман шештәр, күрәһең, күп күҙәнәкле организмдар хасил булыу эволюцияһы барышында яралғандыр. 550 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән гидраларҙың инә заттарында булған онкогендар һәм шештәр тасуирланған.[13]
Хайуандарҙың башҡа төрҙәрендә бер йәнлектән икенсеһенә шеш күҙәнәктәре менән күсә торған трансмиссив рак төрҙәре бар. Улар араһында Штиккер шеше[14] һәм тасман шайтанының йөҙөндә була торған шеш билдәле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Wu S. et al.
- ↑ Большинство случаев рака «связаны с образом жизни» (рус.) (21.12.2015).
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Donna M. Bozzone.
- ↑ Ralph W. Moss, Ph. D. Galen on Cancer — How Ancient Physicians Viewed Malignant Disease 1989
- ↑ Jemal A., Murray T., Ward E., Samuels A., Tiwari R. C., Ghafoor A., Feuer E. J., Thun M. J. Cancer statistics, 2005 2008 йыл 26 декабрь архивланған. // CA Cancer J Clin. — 2005. — Т. 55, № 1.
- ↑ Широкорад В. И., Махсон А. Н., Ядыков О. А. Состояние онкоурологической помощи в Москве // Онкоурология. — 2013. — № 4. — С. 10—13.
- ↑ РООУ: Цели, идеи, ценности, история создания 2016 йыл 1 май архивланған.
- ↑ Sasco AJ, Secretan MB, Straif K. Tobacco smoking and cancer: a brief review of recent epidemiological evidence // Lung cancer (Amsterdam, Netherlands). — август 2004.
- ↑ The Health Consequences of Involuntary Exposure to Tobacco Smoke: A Report of the Surgeon General (англ.
- ↑ Стоит ли прибегать к нетрадиционной медицине жителю России?
- ↑ YOSHIKI RYOMA, YOICHIRO MORIYA, MASATO OKAMOTO, ISAO KANAYA, MOTOO SAITO and MITSUNOBU SATO et al. (2004).
- ↑ (2006) «The Toxins of William B. Coley and the Treatment of Bone and Soft-Tissue Sarcomas».
- ↑ Lenta.ru: Наука и техника: Наука: Ученые нашли раковые опухоли у древнейших беспозвоночных
- ↑ Murgia C, Pritchard JK, Kim SY, Fassati A, Weiss RA (August 2006).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яман шеш Викияңылыҡтарҙа |
- Материалы по онкологии от РАН 2007 йыл 12 февраль архивланған. (рус.)
- Российский научный центр рентгенорадиологии (рус.)
- Российский онкологический научный центр имени Н. Н. Блохина (рус.)
- Противораковое общество России (рус.)
- Международная база данных, созданная организацией International Agency for Research on Cancer 2007 йыл 20 март архивланған. (недоступная ссылка с 23-05-2013 (4207
- Как определяется стадия рака толстой кишки по системе TNM 2016 йыл 14 март архивланған. (рус.)
- Статистика онкологических заболеваний 2017 йыл 24 март архивланған. (рус.)