Мильшин Владимир Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мильшин Владимир Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 26 май 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (58 йәш)
Һөнәр төрө спортсы

Мильшин Владимир Иванович (26 май 1965 йыл) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы (халыҡ-ара шашка), тренер-уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының йыйылма командаһы составында донъя чемпионы (2000), «Нефтсе» (Ишембай), «Башнефть» клубтары составында Европаның алты кубогына эйә, (Өфө), шул иҫәптә Европа чемпиондары Кубогы. «Машиностроитель» клубы өсөн сығыш яһай. Рәсәй йыйылма командаһына инә. Халыҡ-ара гроссмейстер, Украина һәм Рәсәй гроссмейстеры.

2002 йылда дәғүәселәр турнирында дүртенсе урынды биләй, был донъя шашка тажы өсөн ярыштарҙа Мильшиндың төп ҡаҙанышы була.

Харьков ҡалаһындағы шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А. Я Вирный).1999 йылдан 2005 йылға тиклем «Башнефть» шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренеры Ю. В. Черток).

1998 йылда шашка буйынса Рәсәй йыйылма командаһына инә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Халыҡ-ара гроссмейстер (1994);
  • Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй гроссмейстеры (2000);
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002);
  • РСФСР (1988) һәм СССР Ҡораллы Көстәре (1983—1992) чемпионы;
  • Рәсәй чемпионатының бронза призеры (1996, 1998—2000);
  • Блиц буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1997, 2001);
  • Тиҙ программа буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш (2002) һәм бронза (1998—2000) призеры;
  • Команда зачетында (2000) һәм Европа (2000—2001) клубтары араһында донъя чемпионы.

Мильшин Владимир Иванович — Ишембай профессиональ шашка мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тамара Танһыҡҡужинаға күнекмәләр үткәргән.

Әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Ишембайҙа йәшәй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]