12 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
12 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
12 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 316-сы көнө (кәбисә йылында 317-се). Йыл аҙағына тиклем 49 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Пневмония менән көрәш көнө.
Индонезия: Атайҙар көнө.
- Сәләмәтлек көнө.
Әзербайжан: Конституция көнө.
Рәсәй: Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ойошма һәм учреждениеларҙың именлек хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
Башҡортостан: Республиканың профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Красноярск крайы: Бухгалтерҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1931: Шишмә район гәзитенең беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1947: Ике винтлы «Ка-8» вертолёты беренсе тапҡыр һауаға күтәрелә.
- 1952: «Ту-95» самолёты беренсе осош яһай.
- 1982: КПСС Үҙәк Комитетының Генеральный секретары итеп Юрий Владимирович Андропов һайлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәмзин Хәбибрахман Лотфрахман улы (1885—1976), педагог, йәмәғәтсе. 1928—1952 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Сәлих мәктәбе уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948) кавалеры.
- Үтәшев Фуат Шәрип улы (1920—6.05.1998), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1940 йылдан СССР Граждандар һауа флоты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1963—1982 йылдарҙа Өфө берләштерелгән авиаотряды командиры. СССР-ҙың атҡаҙанған пилоты (1965), Аэрофлот отличнигы (1952). Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Әбдрәшит ауылынан.
- Салтыкова Елена Станиславовна (1960), ғалим-биохимик. Биология фәндәре докторы (2009). 1984 һәм 1993 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәре, 2003 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1991—1993 йылдарҙа ошо үҙәктең Органик химия институты хеҙмәткәре. Сығышы менән Красноярск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Булатов Зәкир Мәсәлим улы (1911—5.05.1990), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тоҫҡаусыһы, гвардия өлкән сержанты. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Ҡудашев Барый Батыргәрәй улы (1916—27.12.1992), ғалим-рентгенолог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип. 1946 йылдан Республика клиник дауаханаһы табибы; 1956 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылға тиклем рентгенология һәм радиология кафедраһы мөдире. 1955—1988 йылдарҙа Башҡортостан рентгенологтары һәм радиологтарының фәнни- ғәмәли йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1983), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1966). Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945) кавалеры. Ҡудашевтар нәҫеленән, сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ташлыкүл ауылынан.
- Барсуков Анатолий Иванович (1931—27.02.2016), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1973 йылдан «Башавтотранс» предприятиеһының баш инженеры, 1978 йылдан — начальнигы, 1988—1999 йылдарҙа — генераль директоры. РСФСР-ҙың 12-се, Башҡорт АССР-ының 9—12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1991). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
- Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы (1931—8.10.2018), актёр һәм театр эшмәкәре. 1951—2004 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1975—1987 йылдарҙа — директоры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.
- Горбунов Владимир Степанович (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-археолог. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2006 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1993 йылдан — дөйөм тарих һәм мәҙәни мираҫ кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998), Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһы ағзаһы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Краснодон ҡалаһынан.
- Шәймөхәмәтова Людмила Николаевна (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-музыка белгесе. 1978—2015 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — үҙе ойошторған музыкаль семантика лабораторияһы мөдире, 2007 йылдан «Проблемы музыкальной науки» журналының баш мөхәррире. Сәнғәт ғилеме докторы (2001), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Йосопов Ринат Мөхәмәт улы (1951—15.01.2011), ғалим-антрополог, этнограф. 1975—1977 йылдарҙа һәм 1980 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1984 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — бүлек мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мусин Рәшит Муса улы (1927—2.10.1982), СССР-ҙың хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, 1961—1979 йылдарҙа КПСС-тың Ҡазан ҡала комитетының, 1979—1982 йылдарҙа Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Сатра ауылынан.
- Максим Чудов (1982), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Өс тапҡыр донъя чемпионы, Ванкуверҙағы 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында эстафетала бронза миҙал яулаусы. 2004—2013 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2010), Халыҡтар дуҫлығы ордены (2010) кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы (1948), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1998—2005 йылдарҙа Баҡалы районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының ике саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2003). Баҡалы районының почётлы гражданы. Сығышы менән Иҫке Ҡуян ауылынан.
- Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы (1948), скульптор. 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡәйүмов Фәрит Әмирйән улы (1934), ғалим-гистолог, 1963 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1989—1999 йылдарҙа гистология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Басов Сергей Николаевич (1959), Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Ҡорбанғәлиева Юлиә Рөстәм ҡыҙы (1984), спортсы. Пуля менән атыу буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемпионы (1999, 2000, 2002). Команда зачётында дүрт тапҡыр Европа чемпионы (2000—2001), үҫмер спортсылар араһында команда зачётында өс тапҡыр донъя рекордсыһы (2000—2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1833: Александр Бородин, Рәсәй империяһы композиторы, ғалим-химик.
- 1840: Огюст Роден, Франция скульпторы.
- 1866: Сунь Ятсен, Ҡытай революционеры, вафатынан һуң «милләт атаһы» исемен ала.
- 1935: Людмила Гурченко, СССР һәм Рәсәй актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1983).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1793: Жан Сильвен Байи, Франция астрономы, Париж ҡалаһының беренсе башлығы.
- 1988: Ришат Абдуллин, опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1967).
- 1989: Долорес Ибаррури, Испания һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре, 1960-сы йылдар башынан СССР гражданы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]