Эстәлеккә күсергә

Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Шушнур, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы

Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы (12 ноябрь 1948 йыл) — скульптор, 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2006), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).

Хәниф Мирзаһит улы Хәбибрахманов 1948 йылдың 12 ноябрендә БАССР-ҙың Краснокама районы Шушнур ауылында тыуған.

25 йәшендә, «Уралмаш» заводында эшләп алғандан һуң,[1] Строганов училищеһына уҡырға инә,

1978 йылда сәнәғәт сәнғәте факультетының металды художестволы эшкәртеү бүлеген тамамлай (хәҙер — монументаль сәнғәт факультеты) (С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы).

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992). 1982 йылдан — Рәсәй Федерацияһы рәссамдар союзы ағзаһы.

1988 йылдан Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара «Скульптура в камне» симпозиумдарында ҡатнашыусыһы.

Скульпторҙың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Рәссам ғаиләһе: ҡатыны — Людмила Ивановна — рәссам, гобелендар, батиктар авторы, Өфө сәнғәт училищеһы педагогы. Ҡыҙы Альбина — «ЭрЭмСи» фирмаһы дизайнеры. Ҡыҙы Динә — рәссам, Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Улы Марат сәнғәт академияһын тамамлаған.

1978 йылдан Хәбибрахманов Х. М. республика, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй, шул иҫәптән махсус (скульптура), зональ, төбәк күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

«Ете ҡыҙ» фонтаны, Өфө

Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейындағы аркалы уйымға индерелеп ҡуйылған алты эре метафорик фигуралар. Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһы янында Салауат Юлаев скульптураһы. Композитор Заһир Исмәғилевтың бронза скульптураһы — Заһир Исмәғилев һәйкәле. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев гранит бюсы. Янғын һүндереүселәр иҫтәлегенә мемориал. «Арҡайым» мәрмәр скульптураһы.

«Балет сәхнәһе гвардиясыһы» Хашим Мостаевтың, актёр, драматург Илшат Йомағоловтың, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазинаның, күренекле актёр Олег Хановтың скульптуралары.

«Соцветие муз» бронза эштәре, Өфөлә Ибраһимов бульварында ҡуйылған Ғәлимйән Ибраһимов барельефы.

Хәниф Мирзаһит улы Өфөләге «Ете ҡыҙ» фонтан скульптура композицияһының авторы[2].

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).

  • Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Лауреаты премии имени Салавата Юлаева: ст.‑зарисовки о творчестве. Уфа, 1999;
  • Пространство и форма. Выставка современной российской скульптуры: каталог / сост. И. Н. Оськина. Уфа, 2006.