С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы
С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1825 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | МЦХПУ, МВХПУ, МХПИ имени Строганова, МГХПУ имени Строганова, МГХПА имени С. Г. Строганова һәм РГХПУ имени С. Г. Строганова |
Кем хөрмәтенә аталған | Сергей Григорьевич Строганов[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Сокол[d] |
Урын | Мәскәү |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27603272? |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][2] |
Рәсми сайт | mghpu.ru |
Указания, как добраться | Волоколамское шоссе, 9, строение 1 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели МГХПА имени С. Г. Строганова[d] |
С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы Викимилектә |
С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы (С. Г. Строганов исемендәге МДХСА) — сәнәғәт, монументаль-декоратив һәм ҡулланма биҙәү сәнғәте һәм интерьер сәнғәте өлкәһендә Рәсәйҙең иң боронғо сәнғәт уҡыу йорттарының береһе.
Академия бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы рәссамдарҙы 5 һөнәр һәм 17 махсуслашыу буйынса әҙерләй: мебель һәм интерьер проектлау, мебель һәм декоратив туҡыма эшләү, дизайндың төрлө өлкәләһендә белгестәр, сәнғәт теоретигы һәм тарихсыһы, монументаль сәнғәт рәссамдары һәм скульпторҙар, металдан, керамиканан һәм быяланан изделиелар буйынса рәссамдар, монументаль рәсем сәнғәте, нәфис металл һәм мебель реставраторҙары әҙерләй.
Атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1825—1843 — Сәнғәт һәм һөнәргә ҡарата рәсем мәктәбе
- 1843—1860 — Икенсе рәсем мәктәбе
- 1860—1873 — Строганов техник рәсем төшөрөү училищеһы
- 1873—1901 — Строганов Үҙәк техник рәсем төшөрөү училищеһы
- 1901—1918 — Император Строганов Үҙәк художество-сәнәғәт училищеһы
- 1918—1920 — Беренсе Ирекле дәүләт художество оҫтаханалары
- 1920—1926 — Юғары художество-техник оҫтаханалары (ВХУТЕМАС)
- 1926—1930 — Юғары художество-техник институты (ВХУТЕИН)
- 1945—1948 — Мәскәү үҙәк художество-сәнәғәт училищеһы (МЦХПУ) (киләсәктә Строганов исемендәге)
- 1948—1992 — Мәскәү юғары художество-сәнәғәт училищеһы (киләсәктә Строганов исемендәге)
- 1992—1996 — С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт институты (С. Г. Строганов исемендәге МХПИ)
- 1996—2009 — С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт университеты (С. Г. Строганов исемендәге МДХСУ)
- 2009 йылдан — С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы с. Г. Строганов (С. Г. Строганов исемендәге МДХСА)
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Художество-сәнәғәт академияһына 1825 йылда граф Строганов Сергей Григорьевич биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамдары әҙерләү мәктәбе булараҡ нигеҙ һала һәм тәүҙә «Сәнғәт һәм һөнәргә ҡарата рәсем мәктәбе» тип атала.
Уҡыусыларҙы уҡытыу һәм туҡланыу бушлай була, училищеға төрлө чинлыларҙың һәм крепостнойҙарҙың балалары ҡабул ителә, уҡыуға алыуға ата-әсәһенең өҫтөнлөклө хәле түгел, ә уҡырға алыныусының отҡорлоғо, уның рәсем төшөрөргә, художестволы ижадҡа һәләте критерий булып тора.
Мәктәп 360 кешегә иҫәпләнгән була. Башланғыс этапта өс һөнәр була:
- һыҙыу, геометрия, машина һүрәте төшөрөү;
- хайуандарҙың һәм фигураларың рәсемен төшөрөү;
- биҙәүестәрҙең һәм сәскәләрҙең рәсемен төшөрөү.
1830 йылда һүрәтте техник биҙәкләү класы, ә 1837 йылда — «балсыҡтан фигуралар һәм биҙәүестәр әүәләү» класы барлыҡҡа килә. 1843 йылда Строганов мәктәпте Мәскәү ҡалаһына бирә, ул биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамдары әҙерләү буйынса дәүләт уҡыу йорто булып китә, Икенсе рәсем мәктәбе исеме ала.
Училищеға балалар матди хәленә ҡарамай 12 йәштән ҡабул ителә. Уҡыу срогы 5 йыл тәшкил итә. 200 кеше уҡый, шуларҙың 50-һе «фәҡирлек буйынса» түләүҙән азат ителергә мөмкин була. Училищены уңышлы тамамлағандан һуң ғалим һүрәтсе исеменә диплом бирелә. Шулай уҡ училище янында 50 уҡыусыға иҫәпләнгән ҡатын-ҡыҙҙар һүрәт төшөрөү бүлексәһе була, барлыҡ йәштәге һәм ҡатлам кешеләре өсөн бушлай йәкшәмбе һүрәт төшөрөү кластары эшләй. Училище финанс министрлығының мануфактура һәм эске сауҙа департаменты ҡарамағында тора. 1890 йылда элекке Иван Воронцов усадьбаһы училище ҡарамағына тапшырыла, унда уҡыу кластары урынлаша[3].
1901 йылдың 23 февралендә, «1900 йылдың 31 октябрендә нигеҙ һалыныуына етмеш йыл тулыу хөрмәтенә», Бөйөк княгиня Елисавета Феодоровна яҡлауы аҫтында торған училищеға: «Император Строганов Үҙәк художество-сәнәғәт училищеһы» исеме бирелә һәм училище милкенә Мәскәүҙә Мясниницкия урамында ер участкаһы тапшырыла.
Октябрь революцияһынан һуң һәм һуғыш тамамланғас училище үҙгәртеп ҡорола һәм Дәүләт ирекле художество оҫтаханалары составына, аҙаҡ Юғары художество-техник оҫтаханалары составына инә. 1928 йылда Юғары художество-техник оҫтахана Мәскәү юғары художество-техник институты тип үҙгәртелә, ул 1930 йылда бер нисә үҙ аллы институтҡа бүленә:
- Архитектура (хәҙер Мәскәү архитектура институты)
- Сәнғәт (хәҙер В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик һынлы сәнғәт институты)
- Полиграфия (хәҙер Полиграфия институты)
- Туҡыу (хәҙерге А. Н. Косыгин исемендәге Мәскәү дәүләт туҡыу университеты)
1945 йылда Мәскәү үҙәк художество-сәнәғәт училищеһы (МЦХПУ) исеме аҫтында яңынан тергеҙелә.
1948 йылдан — Мәскәү юғары художество-сәнәғәт училищеһы. Уҡытыусы итеп В. Е. Егоров, Н. Н. Соболев, Г. И. Мотовилов, П. В. Кузнецов, А. В. Куприн, В. Ф. Бордиченко һәм башҡалар саҡырыла.
1960 йылда училищела өс факультет барлыҡҡа килә: Сәнәғәт сәнғәте, Интерьер һәм ҡорамалдар, Монументаль-декоратив һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте.
1992 йылда Мәскәү юғары художество-сәнәғәт училищеһы С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт институтына үҙгәртелә.
1996 йылдан алып — С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт университеты.
2009 йылдан алып — С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы.
Кафедралары һәм факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дизайн факультеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коммуникатив дизайн кафедраһы
- Сәнәғәт дизайны кафедраһы
- Транспорт саралары дизайны кафедраһы
- Мөхит дизайны кафедраһы
- Мебель дизайны кафедраһы
- Дизайн-текстиль кафедраһы
Монументаль-декоратив һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте факультеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Интерьерҙарҙы художестволы проектлау кафедраһы
- Монументаль-декоратив скульптуралар кафедраһы
- Монументаль-декоратив рәсем сәнғәте кафедраһы
- Графика сәнғәте кафедраһы
- Нәфис керамика кафедраһы
- Быяла сәнғәте кафедраһы
- Нәфис металл кафедраһы
Реставрациялау сәнғәте факультеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монументаль-декоратив рәсем сәнғәтен реставрациялау кафедраһы
- Мебелде художестволы реставрациялау кафедраһы
- Нәфис металл реставрациялау кафедраһы
- Декоратив сәнғәт һәм дизайн теорияһы һәм тарихы кафедраһы
- Дөйөм вуз кафедралары —академик рәсем кафедраһы — академик живопись кафедраһы — академик скульптура кафедраһы — архитектура, композиция һәм графика нигеҙҙәре кафедраһы — сәнғәт һәм гуманитар фәндәр тарихы кафедраһы
Колледжы һәм филиалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Декоратив-һынлы сәнғәт һәм дизайн колледжы[4][5][6]
Филиалдары[7]:
- Абрамцев художество-сәнәғәт училищеһы[8][9]
- Көнгөр филиалы[10]
- Красносельск филиалы[11]
- Урал филиалы[12]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡарағыҙ:. Категория: Выпускники МГХПА имени С. Г. Строганова
- Ҡарағыҙ: Категория: Преподаватели МГХПА имени С. Г. Строганова
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Приказ Департамента культурного наследия города Москвы № 427 от 13.10.2021
- ↑ Сергеев, 2011
- ↑ Колледж дизайна и декоративного искусства
- ↑ Подготовительные курсы Колледжа дизайна и декоративного искусства
- ↑ Колледж дизайна и декоративного искусства МГХПА им С. Г. Строганова
- ↑ Филиалы МГХПА им С. Г. Строганова
- ↑ Абрамцевский художественно-промышленный колледж имени В. М. Васнецова
- ↑ Абрамцевский филиал ФГБОУ ВО «МГХПА им. С. Г. Строганова»
- ↑ Кунгурский филиал ФГБОУ ВО «МГХПА им. С. Г. Строганова»
- ↑ Красносельский филиал ФГБОУ ВО «МГХПА им. С. Г. Строганова»
- ↑ Уральский филиал ФГБОУ ВО «МГХПА им. С. Г. Строганова»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шульгина Е. Н., Пронина И. А. История Строгановского училища. 1825—1918 / Российская академия художеств; НИИ теории и истории изобразительных искусств. — М.: ООО ТИД Русское слово-РС, 2002. — 336 с. — ISBN 5-94853-006-X.
- О. Л. Голубев, А. Лаврентьев Н., Бург А. Н., В. П Һоро, Н Ганцев. Н. «Мәктәп строганов композиция: ҡарата 180-летию мгхпу нигеҙе ул. С. Г. Строганов». (М.: «ҺЫУ һәм Сварга», 2005, ISBN 5-87627-035-0)
- С. о. Кузнецов һарайы һәм йорттары Строганов. Өс быуатлыҡ тарих.. — М.-СПб.: Центрполиграф, МиМ-Дельта, 2008. — С. 319 — ISBN 978-5-9524-3471-4
- Академик Императорской Академии художеств Н.В. Глоба и Строгановское училище. — М.: Индрик, 2012. — 432 с. — ISBN 978-5-91674-213-8.
- Сергеев С. В., Иванов К. В. Архитектурное наследие К. М. Быковского в Москве. — Москва: Издательский дом Руденцовых, 2011. — 512 с.
- МГХПУ тураһында ул китап. С. Г. Асыҡ каталог рәсәй дәүләт китапханаһында тарихи строганов
- Лаврентьев А. Н., Сазиков А. В., Курасов С. В., Заева-Бурдонская Е. А. Строгановка. 190 лет русского дизайна. — М.: Русский мир, 2016. — 608 с. — ISBN 978-5-89577-211-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт МГХПА им. С. Г. Строганова
- Центр подготовки МГХПА им. С. Г. Строганова — подготовительные курсы
- stroganovka.ru Неформальный проект выпускников Строгановской академии
- Сайт кафедры «Промышленный дизайн» 2021 йыл 15 ғинуар архивланған.
- Сайт кафедры «Дизайн средств транспорта»
- — сообщество «Строгановка» «Живой Журнал»