Заһир Исмәғилев һәйкәле
Һәйкәл | |
Заһир Исмәғилев һәйкәле
| |
Заһир Исмәғилев һәйкәле Заһир Исмәғилев һәйкәле | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Өфө |
Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл Өфө ҡалаһының Киров районында ҡуйылған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Композитор Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл Өфөнөң Ленин урамында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән йәнәш урынлашҡан Театр скверында, уның хөрмәтенә аталған Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡаршыһына ҡуйылған. Һәйкәл Заһир Ғәриф улы нигеҙ һалған һәм 20 йыл дауамында етәкләгән юғары уҡыу йортона 40 йыл тулған көндәрҙә — 2008 йылдың 18 октябрендә тантаналы асыла.
Был — Башҡортостанда Заһир Исмәғилевҡа беренсе һәйкәл. Һәйкәлдең авторы — Салауат Юлаев исемендәге республика Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Мирзаһит улы Хәбибрахманов. Автор әйтеүенсә, уға тере саҡта композитор менән осрашырға тура килмәгән, шуға күрә һәйкәлде эшләгәндә ул фото- һәм видеоматериал ҡулланған. Һәйкәлдең архитекторы Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Сергей Анатольевич Голдобин
Заһир Исмәғилев ижади илһам мәлендә ҡулына ҡамыш ҡурай тотоп ултырғыста ултыра итеп һүрәтләнгән. Һәйкәл бронзанан эшләнгән, кәртә менән уралтылған. Постаментта урыҫ һәм башҡорт телдәрендә
Бөйөк башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев
тип яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эльмира Сабирова. Өфөлә данлыҡлы композитор Заһиру Исмәғилевҡа һәйкәл астылар . БашИнформ (18 октябрь 2008). Дата обращения: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года.
- Равиль Рамазанов. В Уфе откроют памятник композитору Загиру Исмагилову . БашИнформ (17 октябрь 2008). Дата обращения: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года.
- Римма Буранбаева. Встреча с Исмагиловым . Башвест (17 октябрь 2008). Дата обращения: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года.