Чудов Максим Александрович
Максим Чудов | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Максим Александрович Чудов | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Йәшәгән урыны | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Клуб |
«Динамо» | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Буйы/Ауырлығы |
169 см /65 кг | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ғаилә хәле |
кәләш алған[1] | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Профессия |
аҙыҡ-түлек сәнәғәте механигы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Белеме |
Өфө механика-технология колледжы/ | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Титулдары | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя чемпионы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Атыу мәргәнлеге | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Мәғлүмәттәр буйынса |
2009/2010 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәргәнлек |
78,43% | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ятып |
78,12% | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тороп |
78,75% | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера (Кубок мира) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ярыш |
117 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Еңеү |
4 (эстафеталарҙа 7) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиум | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
АЛған мәрәйҙәр |
2 660 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Миҙалдар | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Максим Чудов Викимилектә |
Чудов Максим Александрович (12 ноябрь 1982 йыл) — спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Өс тапҡыр донъя чемпионы, Ванкуверҙағы 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында эстафетала бронза миҙал яулаусы. 2004—2013 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2010), Халыҡтар дуҫлығы ордены (2010) кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ма́ксим Алекса́ндрович Чу́дов 1982 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Михайловка ауылында тыуған.
Биатлонда карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1998 йылдан биатлон менән шөғөлләнә башлай
- Тренерҙары — Никитин В. А., Падин А. В.
- Беренсе тренеры — Ковалёв В. В.
- Саңғы маркаһы — Fischer
- Винтовка моделе — Anschutz
- Йәйге биатлон буйынса өс тапҡыр чемпион була (Өфө — 2006, 2012).
Карьера башындағы ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юниорҙар араһында донъя чемпионатында эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай (Риднау, Италия, 2002)
- Юниорҙар араһында донъя чемпионатында эҙәрлекләү һәм эстафета ярыштарында алтын, ә спринтта — бронза миҙалдарын яулай (Польша, 2003)
- Эҙәрлекләү ярышында Рәсәй чемпионы (2003)
- Спринт буйынса йәйге биатлонда Рәсәй чемпионы (2004)
Олимпия уйындарында сығыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2006 йылғы Туринда уҙған Олимпия уйындарында ҡатнаша, әммә призлы урын ала алмай.
- 2010 йылғы Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында эстафета составында бронза миҙалын яулай.
Донъя кубогында сығыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2004/2005 йылдарҙан башлап Донъя кубогы этаптарында сығыш яһай башлай.
- 2005 йылдың 18 декабрендә Донъя кубогының Осрбльела уҙған этабында тәүге тапҡыр подиумға эләгә. Бында ул индивидуаль ярышта икенсе урын яулай.
- 2007 йылдың 17 мартында Донъя кубогының Ханты-Мансийскиҙа уҙған этабында тәүге тапҡыр еңеүгә өлгәшә.
- 2007 йылғы донъя чемпионатында тәүге тапҡыр призлы урын ала. Бында эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай.
- 2007 йылғы донъя чемпионатында эстафета командаһы составында тәүге тапҡыр алтын миҙал яулай.
- 2007/2008 йылғы миҙгелдә иң етеҙ биатлонсылар рәтендә була. Шунлыҡтан «рус ракетаһы» (рус. Русская ракета) ҡушаматын ала.
- 2008 йылғы донъя чемпионатында миҙалдарҙың тулы комплектын яулауға ирешә — спринтта һәм эстафетала ике алтын, эҙәрлекләү ярышында көмөш һәм масс-стартта бронза миҙалдарын яулай.
- «Алтын дүртәү» ҡатнашыусыһы (Черезов, Чудов, Ярошенко, Круглов). Улар 2006/2007 һәм 2007/2008 йылғы миҙгелдәрҙәге һигеҙ ярышта бер тапҡыр ҙа икенсе урындан түбәнерәк төшмәйҙәр. Ике йыл рәттән донъя чемпионатында алтын миҙал яулайҙар.
- 2009 йылғы донъя чемпионатында эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай. Фиништан һуң бер нисә спорсының, шул иҫәптән ярышта еңеүсе Уле Эйнар Бьёрндален трассаны үтеү ҡағиҙәләрен боҙоуы асыҡлана. Шунлыҡтан уларға берәр штраф минуттары өҫтәлә. Шулай итеп, Максим Чудов беренсе урынға күтәрелә. Әммә өс сәғәттән һуң апелляция жюриһы штраф минуттарын өҫтәмәҫкә тигән ҡарарға килә. Бьёрндаленға алтын миҙал ҡайтарыла, ә Чудовҡа көмөш миҙал ҡала.
- 2009/2010 йылғы миҙгелдә Чудовтың һөҙөмтәләре насарая. Ванкуверҙағы Олимпиада алдынан шәхси ярыштарҙа Чудов тик бер нисә тапҡыр ғына сәскә церемонияһына (тәүге алты урын) эләгә. Олимпиадала спринт ярыштарында ул 63-сө урын ала һәм эҙәрлекләү ярышына үтә алмай. Эстафетала өсөнсө этапта сығыш яһай һәм Иван Черезов, Антон Шипулин һәм Евгений Устюгов менән бергә бронза миҙалын яулай. Миҙгел аҙағында тик бер генә тапҡыр шәхси подиумға эләгә — спринт ярышында икенсе урын яулай. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә Чудов 17-се урында ҡала.
- 2010/2011 миҙгеле уның карьераһында иң ауыр була. Миҙгел аҙағындағы ярыштарҙа һәм Рәсәй чемпионатында ҡатнашмай һәм Германияға тикшеренеүгә китә. Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә Чудов 25-се урынды биләй.
- 2011/2012 миҙгелендә умыртҡа йәрәхәте арҡаһында ярыштарҙа ҡатнашмай.
- 2012/2013 миҙгелен Валерий Польховский етәкселегендәге төркөмдә башлай. 2013 йылдың декабрендә спорт карьераһы тамамланыуы тураһында иғлан итә[2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (5 март 2010 йыл)[4]
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан, 2010 йыл)[5]
Өҫтәлмә мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2008 йылдан «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[6].
- Сочилағы Олимпиада ваҡытында өҫтәмә тау ауылы мэры.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 4 июня двукратный чемпион мира по биатлону Максим Чудов и его любимая девушка Надежда отмечают свадьбу 2010 йыл 18 июнь архивланған.
- ↑ Биатлонист Максим Чудов объявил о завершении карьеры . Чемпионат.com (18 декабрь 2013).
- ↑ Чудов объявил о завершении карьеры . Спортбокс (18 декабрь 2013).
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 5 марта 2010 года № 278 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Максим Чудов награждён Орденом Дружбы народов 2013 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ Максим Чудов на старт чемпионата России выйдет единороссом!(недоступная ссылка) Новость на сайте Башкортостанского регионального отделения «Единой России»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт спортсмена 2010 йыл 23 ғинуар архивланған.
- Чудов Максим Александрович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Профиль на сайте СБР 2010 йыл 21 февраль архивланған.
- Чудов, Максим — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Профиль IBU (инг.)
- Прямая линия Максима Чудова с читателями журнала «Лыжный спорт»
- Статистика выступлений 2020 йыл 27 ноябрь архивланған.
- Профиль на www.biathlon.com
- Блог на сайте eurosport.ru
- 12 ноябрҙә тыуғандар
- 1982 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө районында тыуғандар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- Алфавит буйынса спортсылар
- Алфавит буйынса биатлонсылар
- Рәсәй биатлонсылары
- 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары биатлонсылары
- 2010 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Биатлон буйынса донъя чемпиондары
- 2006 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары биатлонсылары
- Йәйге биатлон буйынса донъя чемпиондары
- Биатлон буйынса Европа чемпиондары
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- Өфө спортсылары
- IBU Гран-приһы еңеүселәре