Эстәлеккә күсергә

Китапова Суфия Мирғәлим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Китапова Суфия Мирғәлим ҡыҙы
Тыуған көнө

12 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Сабай ауылында [1]

Вафат булған көнө

24 декабрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

иөтисадсы

Наградалары һәм премиялары

Китапова Суфия Мирғәлим ҡыҙы (12 ноябрь 1922 йыл24 декабрь 1997 йыл) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1959), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).

Суфия Мирғәлим ҡыҙы Китапова 1922 йылдың 12 ноябрендә БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Сабай ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районының Сабай ауылы) тыуған. Урта мәктәпте үҙ ауылында тамамлай.

1948 йылда ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ өлкә партия мәктәбен, 1951 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын, 1959 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр акададемияһын тамамлай.

1940 йылдан алып партия эшендә, 1959 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы Өфө юғары партия мәктәбендә, 1960—1991 йылдарҙа Өфө нефть институтында экономика фәнен уҡыта.

1962—80 йылдарҙа Өфө нефть институтының сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире вазифаһында эшләй[2].

1980 йылда Китабоваға республика әһәмиәтендәге шәхси пенсия тәғәйенләнә[3].

Китапова Суфия Мирғәлим ҡыҙы 1997 йылдың 24 декабрендә 75 йәшендә вафат була, Өфө ҡалаһында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығы һәм аграр сәйәсәт проблемаларына арналған.

Китабова, Софья Миргалимовна.Опыт работы совхозов, созданных на базе экономически слабых колхозов: Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата экономических наук / Акад. обществ. наук при ЦК КПСС. Кафедра полит. экономии. - Москва : Изд-во ВПШ и АОН, 1959. - 17 с.; 22 см.