Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырмыҫҡалы
Ҡырмыҫҡалы
Нигеҙләү датаһы 1758
Рәсем
Рәсми атамаһы Ҡырмыҫҡалы
Рәсми тел урыҫ теле һәм башҡортса‎
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Ҡырмыҫҡалы районы һәм Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Административ-территориаль берәмек Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Халыҡ һаны 8540 кеше (2010)[2]
Валюта
Почта индексы 450020
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1758
Урындағы телефон коды 34765
Карта

Ҡырмыҫҡалы — Ҡырмыҫҡалы районының үҙәге (1930). Өфөнән көньяҡҡа 50 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Почта индексы — 453020, ОКАТО коды — 80235835001.

2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 8540 кеше[3]. Билдәле яҙма мәғлүмәттәр буйынса ауылды мишәрҙәр 1758 йылда ойошторған. XIX быуат һуңында ауылда 3 мәсет, 3 мәҙрәсә булған.

Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ни өсөн был ерҙәргә ҡырмыҫҡалы исемен биреүҙәре тураһында риүәйәт бар. Ауыл төҙөр өсөн ер һайланғандан һуң, бәхәс ҡуба. Буласаҡ ауылға ниндәй исем бирергә һуң? Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, ололарҙың береһе ергә аҡ кейеҙ йәйергә тәҡдим итә. Беренсе булып кейеҙгә ниндәй йәнлек баҫа, шуның исемен алырға булалар. Кейеҙгә ҡырмыҫҡа килеп менә. Шунан һуң ауылға ҡырмыҫҡа исемен бирергә булалар. Ҡырмыҫҡалы районы биләгән ерҙәр Башҡортостандың иң уңдырышлы ерҙәре булып иҫәпләнә. Бәлки, шуғалыр ҡырмыҫҡалылар тураһында «ҡырмыҫҡа һымаҡ егәрлеләр» тигән фекер йөрөй.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 2600
1920 йыл 26 август 3800
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 3500
1959 йыл 15 ғинуар 3000
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 5700
2002 йыл 9 октябрь 7800
2010 йыл 14 октябрь 8540 4029 4511 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Еңеүҙең 50 йыллығы урамы
  • 8 Март урамы
  • А.Хөсәйенов урамы
  • Әй урамы
  • Аҡкүл урамы
  • Аҡмулла урамы
  • Аксаков урамы
  • Әлимғафаров урамы
  • Ардаширов урамы
  • Арсланова урамы
  • Б. Батырова урамы
  • Бабич урамы
  • Батыр урамы
  • Белов урамы
  • Яр урамы
  • Ҡайынлы урамы
  • Биишева урамы
  • Бикбай урамы
  • Бикбулатова урамы
  • Бер туғае Әнәсовтар урамы
  • В.Вәхитов урамы
  • Васильев урамы
  • Васильковая урамы
  • Яҙ урамы
  • Ветерандар урамы
  • Сейәле урамы
  • Көнсығыш урам
  • Юғары вольт урамы
  • Высоцкий урамы
  • Гагарин урамы
  • Ғәҙелшин урамы
  • Ғәзизов урамы
  • Гәрәев урамы
  • Ғарипов урамы
  • Ғәскәров урамы
  • Гоголь урамы
  • Граждан урамы
  • Грачев урамы
  • Гөбәйҙуллин урамы
  • Дәүләтшина урамы
  • Достоевский урамы
  • Дуҫлыҡ урамы
  • Шыршылы урамы
  • Есенин урамы
  • Жуков урамы
  • Зәки Вәлиди урамы
  • Көнбайыш урам
  • Быуа аръяғы урамы
  • Йылға аръяғы урамы
  • Йондоҙло урам
  • Интернациональ урамы
  • Исхаҡов урамы
  • Казан урамы
  • Калганов урамы
  • Камалов урамы
  • Ҡарлыман урамы
  • Кырмыҫҡалы урамы
  • Кедр урамы
  • Килдибәков урамы
  • Кинйәбулатов урамы
  • Киров урамы
  • Саған урамы
  • Ҡырым урамы
  • Ленин урамы
  • Лермонтов урамы
  • Урман урамы
  • Йүкәле урамы
  • Туғай урамы
  • М.Ғафури урамы
  • М.Кәрим урамы
  • М.Өмөтбаев урамы
  • Матросов урамы
  • Тыныслыҡ урамы
  • Модуль урамы
  • Молодежи (бульвар)
  • Йәштәр урамы
  • Күпер урамы
  • Н.Батанов урамы
  • Яр буйы урамы
  • Некрасов урамы
  • Нестеров урамы
  • Аҫҡы урам
  • Никифоров урамы
  • Яңы урам
  • Новосельская урамы
  • Күл урамы
  • Олимпийская урамы
  • Ереклк урамы
  • Парк урамы
  • Партизан урамы
  • 1 Май урамы
  • Пионер урамы
  • Ялан урамы
  • Полунин урамы
  • Пугачев урамы
  • Пушкин урамы
  • Эшселәр урамы
  • Йәйғорлы урам
  • Рәсих Ханнанов урамы
  • Таң урамы
  • Рафиҡ Саяпов урамы
  • Рафиҡов урамы
  • Республика урамы
  • Йылға урамы
  • Инешле урамы
  • Россия урамы
  • Рощинская урамы
  • Рубеж урамы
  • Миләш урамы
  • С.Ҡунаҡкбаев урамы
  • С.Чугункин урамы
  • С.Юлаев урамы
  • Баҡса урамы
  • Садыҡов урамы
  • Ирек урамы
  • Төньяҡ урам
  • Ауыл урамы
  • Себер урамы
  • Сирень урамы
  • Совет урамы
  • Беррҙәмлек урамы
  • Ҡояшлы урамы
  • Ҡарағайлы урамы
  • Сочи урамы
  • Спорт урамы
  • Дала урамы
  • Төҙөлөш урамы
  • Солтан-Ғәлиев урамы
  • Бәхет урамы
  • Табаков урамы
  • Талалов урамы
  • Тыныс урам
  • Хеҙмәт урамы
  • Хеҙмәтсәндәр урамы
  • Туҡаев урамы
  • Тургенев урамы
  • Урал урамы
  • Уңыш урамы
  • Усаев урамы
  • Өфө урамы
  • Ф. Иҫәнғолов урамы
  • Ф.Мөхәмәтйәнов урамы
  • Флүрә Сәғәҙиева урамы
  • Фрунзе урамы
  • Хәбибуллин урамы
  • Хоҙайбирҙин урамы
  • Сәскәле урамы
  • Үҙәк урам
  • Чапаев урамы
  • Чехов урамы
  • Шишмә урамы
  • Ш.Биҡҡол урамы
  • Шайморатов урамы
  • Мәктәп урамы
  • Шоссей урамы
  • Юбилей урамы
  • Көньяҡ урам
  • Алмалы урамы
  • Ялан урамы

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт ауылы Ҡырмыҫҡалы XVIII быуат башында барлыҡҡа килгән. 1712 йылдан Бәгәнәш-Мең улусы менән килешеү нигеҙендә бында типтәрҙәр ҙә йәшәй башлай. Мишәрҙәр ауылға 1756 йылда уларҙың Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы аҫаба башҡорттары менән керҙәшлек килешеүе буйынса килеп урынлаша. Ауыл яй үҫә. XVIII быуат аҙағында бында мордва вәкилдәре лә йәшәй башлай. 1834 йылда был ауылда 16 аҫаба башҡорт, 9 мишәр, 140 типтәр күрһәтелә.

Ревизия уларҙың барыһын да аҫаба итеп күрһәтте. Был керҙәштәренең ерҙе башҡорттарҙан һатып алыу юлы менән һатып алыуы хаҡында һөйләй[4].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]