Эстәлеккә күсергә

Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 12 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Благовар районы, СССР
Ҡашҡалаша, Благовар районы, СССР
Вафат булған көнө 8 октябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

«Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы (12 ноябрь 1931 йыл — 8 октябрь 2018 йыл) — артист, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1971). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954)[1].

Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы 1931 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР‑ының Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында тыуған. 1947 йылда Ҡашҡалаша ауылы мәктәбендә 7 класты тамамлай һәм ошо уҡ йылда Башҡорт дәүләт сәнғәт училищеһының актерҙар бүлегенә уҡырға инә. 1951 йылда училищены тамамлап (К. Ф. Ғәҙелшин, В. Ғ. Ғәлимов курсы) ҡулына диплом ала. Хеҙмәт юлын Баймаҡ колхоз-совхоз театрында башлай. 1951—2004 йылдарҙа Сибай башҡорт драма театрында артист булып эшләй, бер үк ваҡытта 1975—1987 йылдарҙа театр директоры вазифаһын башҡара, республикала театрҙың абруйын күтәреп, ҙур уңыштарға өлгәшә. Рәзинә Дәүләт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡанса арымай-талмай сәнғәт эшенә хеҙмәт итә.[1][2].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы илле биш йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге осоронда төрлө характерлы йөҙҙәрсә сағыу образ тыуҙыра. Ул башлыса комик ролдәр, халыҡ юморы, милли колорит менән айырылып торған образдар ижад итә.

Төп ролдәре: Сәрүәр («Башмағым»), Кисельникова («Упҡын» — «Пучина», А. Н. Островский), Фёкла Ивановна («Өйләнеү» — «Женитьба», Н. В. Гоголь) һәм башҡалар[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1971);

2. «Почёт Билдәһе» ордены (1976);

3. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982);

4. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)