Ҡашҡалаша

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡашҡалаша
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Ҡашҡалаша ауыл Советы (Благовар районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡашҡалаша ауыл Советы (Благовар районы)
Халыҡ һаны 611 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452747

Ҡашҡалаша (рус. Кашкалаши) — Башҡортостан Республикаһының Благовар районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 611 кеше[3]. Почта индексы — 452747, ОКАТО коды — 80214819001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 611 294 317 48,1 51,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Языков): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шишмә): 31 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бикмәев Михаил Әхмәт улы (4 май 1954) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2009). Полковник (2003). Хәрби фәндәр академияһы академигы.
  • Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы (4 ғинуар 1926 йыл — 30 март 2001 йыл) — «Нефтепроводмонтаж» тресының элекке слесарь-монтажсыһы һәм иретеп йәбештереүсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980).
  • Хәсәнов Дамир Йосоп улы (24.12.1938—14.05.2005), хеҙмәт алдынғыһы, 1963—1999 йылдарҙа «Нефтепроводмонтаж» тресының (дәүләт унитар предприятиеһының) 74‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығының слесарь‑монтажсыһы, 1969 йылдан — электр менән иретеп йәбештереүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984)[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]