Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу көйләүҙәре
Органик химия институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1951[1][2] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ИОХ УФИЦ РАН |
Менеджер/директор | Юнысов Марат Сабир улы |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Отделение химии и наук о материалах РАН[d] |
Алмаштырылған | Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге[3] |
Адрес | просп. Октября 71 |
Рәсми сайт | w3.chem.anrb.ru[1] |
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институты (РФА ӨФҮ ОХИ) — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ҡалаһындағы ғилми-тикшеренеү институты. 1995 йылда штаты 370 кешенән тора, уларҙың 190-ы ғилми хеҙмәткәр була. Институт эргәһендә Д 002.004.01 «Органик химия», «Физик химия», «Юғары молекуляр берләшмәләр» һәм «Биоорганик химия» специальностары буйынса ғилми совет эшләй[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1951 йыл — СССР Фәндәр академияһының яңы ойошторолған Башҡортостан филиалы составындағы Химия секторы булараҡ асыла. Тикшеренеүҙәр үҙәгендә — көкөртлө нефттәрҙе эшкәртеү.
- 1953 йыл — Р. Д. Оболенцев етәкселегендәге Химия бүлеге итеп үҙгәртелә, аспирантура асыла.
- 1961 йыл — Органик химия институты итеп үҙгәртелә, РСФСР Ғилми-тикшеренеү эштәрен координациялау дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырыла.
- 1967 йыл — СССР Фәндәр академияһының ҡабат асылған Башҡортостан филиалы ҡарамағына ҡайтарыла.
Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Органик синтез
- Бирелгән үҙенсәлектәргә эйә органик молекулаларҙы дизайнлау һәм синтезлау;
- Гетероциклдарҙы синтезлауҙың яңы ысулдары ;
- Полимерҙарҙы каталитик синтезлау һәм модификациялау;
- Окисланыу процестарының кинетикаһы һәм механизмы
- Молекулаларҙың һәм металдар комплекстарының ҡуҙғыулы хәлдәр химияһы һәм яҡтылыҡ сығарыу менән барған реакциялар
- Үҫемлек матдәләренең химияһы һәм биологик әүҙемлеге
- Литий-көкөрт аккумуляторҙары өсөн көкөрт-органик берләшмәләр нигеҙендәге электролит системалары
- Металдар һәм фармакондар менән комплекстар барлыҡҡа килтереүҙә гомо- һәм гетерофункциональ берләшмәләр
Институт составындағы лабораториялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Органик һәм биоорганик химия бүлеге
- Тәбиғи берләшмәләр лабораторияһы
- Нуклеозидтарҙы синтезлау лабораторияһы
- Металл-органик синтез һәм катализ лабораторияһы
- Нескә органик синтез лабораторияһы
- Түбән молекуляр биокөйләүселәр лабораторияһы
- Бөжәктәрҙең феромондарын синтезлау лабораторияһы
- Яңы дарыу средстволары лабораторияһы
- Тикшеренеүҙең спектр ысулдары лабораторияһы
- Хроматография лабораторияһы
- Икенсел метаболиттарҙы синтезлау лабораторияһы
Физик химия бүлеге
- Химик физика лабораторияһы
- Координациялы берләшмәләр лабораторияһы
- Окислашыу процестары лабораторияһы
- Химик кинетика лабораторияһы
- Электрохимия лабораторияһы
- Электрон-молекуляр тәьҫир итешеүҙәр лабораторияһы
- Көкөрт-органик берләшмәләр лабораторияһы
- Органик берләшмәләр экстракцияһы төркөмө
Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы бүлеге
- Стереокөйләүсе полимерҙар лабораторияһы
- Радикаль полимерлашыу лабораторияһы
- Поликонденсация төркөмө
- Полимерҙарҙы өйрәнеү төркөмө
Билдәле ғалимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы — РФА-ның мөхбир ағзаһы
- Толстиков Генрих Александрович — РФА академигы
- Монаков Юрий Борисович — РФА академигы
- Юнысов Марат Сабир улы — РФА академигы, институт директоры
- Казаков Валерий Петрович — РФА мөхбир ағзаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ http://w3.chem.anrb.ru/index.php?option=com_content&task=blogcategory&id=21&Itemid=54 Диссертационный совет Д 002.004.01
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://w3.chem.anrb.ru — Институттың рәсми сайты
- История Института органической химии
- Статья в: «Башкортостан: Краткая энциклопедия»(недоступная ссылка)