Казаков Валерий Петрович
Валерий Петрович Казаков | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
Алыҫ Көнсығыш крайы (хәҙерге Приморье крайының Партизанск районы, РСФСР, СССР Владимиро-Александровка ауылы, | |
Вафат көнө | ||
Ғилми даирәһе |
физик химия | |
Альма-матер | ||
Ғилми дәрәжәһе |
химия фәндәре докторы | |
Ғилми исеме |
профессор, СССР ФА мөхбир ағзаһы (1990); РФА мөхбир ағзаһы (1991) | |
Награда һәм премиялары |
| |
Казаков Валерий Петрович (11 июль 1934 йыл — 6 август 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең физик-химигы. 1990 йылдан СССР Фәндәр академияһының, 1991 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2002).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вале́рий Петро́вич Казако́в 1934 йылдың 11 июлендә Алыҫ Көнсығыш (хәҙерге Приморье крайының Партизанск районы Владимиро-Александровка ауылында тыуған.
1957 йылда Ленинград дәүләт университетының химия факультетын тамамлай. 1959—1968 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Йылылыҡ физикаһы институтында эшләй. 1969 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан фәнни үҙәге Органик химия институтына (хәҙер — РФА Өфө фәнни үҙәге Органик химия институты) эшкә күсә, унда 1970 йылдан химик физика лабораторияһы мөдире була.
Бер үк ваҡытта 1987—1993 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Башҡортостан фәнни үҙәге Президиумы рәйесе урынбаҫары була.
Төп ғилми хеҙмәттәре алтындың, платинаның комплекслы берләшмәләре, ауыр металдар иретмәләренең радиолюминесценцияһы, кристалдар хемилюминесценцияһы һәм люминесценцияһы, ҡаты фазалы түбән температуралы химик реакциялар, ксенон берләшмәләре химияһы өлкәләренә ҡағыла.
490-дан ашыу ғилми хеҙмәт, 22 уйлап табыу авторы, алты монографияның авторы һәм авторҙашы, уның етәкселеге аҫтында алты фән докторы һәм 25 фән кандидаты әҙерләнгән.
Ғалим 2010 йылдың 6 авгусында Өфөлә вафат була[1].
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. П. Казаков. Хемилюминесценция уранила, лантаноидов и d-элементов. 176 с, М. Наука 1980
- В. П. Казаков, Г. Л. Шарипов. Радиолюминесценция водных растворов. Отв. ред. Р. Ф. Васильев; АН СССР, 135 с, М. Наука 1986
- С. В. Лотник, В. П. Казаков. Низкотемпературная хемилюминесценция. Отв. ред. Р. Ф. Васильев; АН СССР, 174 с, М. Наука 1987
- С. В. Лотник, В. П. Казаков. Нефарадеевский электролиз, 34 с, Препр. Уфа Б. и. 1988
- Г. Л. Шарипов, В. П. Казаков, Г. А. Толстиков. Химия и хемилюминесценция 1,2-диоксетанов. 288 с, М. Наука, 1990 ISBN 5-02-001327-7
- Р.Г. Булгаков, В.П. Казаков, Г.А. Толстиков.Хемилюминесценция металлоорганических соединений. 220 с., М. Наука, 1989 ISBN 5-02-001374-9
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2002) — фәнни һәм педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары һәм оҙаҡ йылдар дауамындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Скончался Валерий Казаков // Информационное агентство «Башинформ», 9 августа 2010 года
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10 октября 2002 года № 1148 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лаборатория химической физики
- Профиль Валерия Петровича Казакова РФА рәсми сайтында
- 11 июлдә тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- 6 августа вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Химия фәндәре докторҙары
- Өфөлә вафат булғандар
- Рәсәй химиктары
- СССР ФА мөхбир ағзалары