Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов
Тыуған көнө:

19 апрель 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Мәҫкәү улусы (хәҙерге Башҡортостандың Дүртөйлө районы) Ҡайыш ауылы

Вафат булыу көнө:

19 ғинуар 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (79 йәш)

Вафат булған урыны:

Мәскәү

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы, СССР, Рәсәй Федерацияһы

Ғилми өлкәһе:

Полимерҙар химияһы

Ғилми дәрәжәһе:

химия фәндәре докторы[d]

Ғилми исеме:

СССР Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы

Уҡыу йорто:

Ҡазан химия-технология институты

Награда һәм премиялары


Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы (19 апрель 1912 йыл19 ғинуар 1992 йыл) — совет химигы, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1962), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970).

900-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән вуздар өсөн полимерҙар химияһы һәм физик химияһы буйынса илдә беренсе дәреслектәр авторы. СССР Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләр буйынса ғилми советтары ағзаһы (1971 йылдан). СССР Министрҙар Советы (1983) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының С. В. Лебедев исемендәге (1992, вафатынан һуң) премияларға лайыҡ булған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары менән бүләкләнгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов 1912 йылдың 19 апрелендә]] Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Мәҫкәү улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) Ҡайыш ауылында тыуған.

1937 йылда Ҡазан химия-технология институтын тамамлай. Унан һуң Ҡазанда синтетик каучук заводында эшләй. 1938—1948 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының органик химия институттарында эшләй. 1948—1954 йылдарҙа — Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының химия фәндәре институтында. 1954—1967 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Элемент-органик берләшмәләр институтында.

1968—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты директоры. 1967—1984 — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе.

1984 йылдан алып вафатына тиклем СССР Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәндәре һәм техника тарихы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

Төп ғилми эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов Ҡаҙағстанда юғары молекуляр берләшмәләр химияһына нигеҙ һала.

Уның тарафынан СССР-ҙа тәүләп сүс кеүек полиамидтар синтезлана, окисландырыу һәм алкилбензолдарҙың окисландырыусы аммонолизы менән ароматик карбонлы кислоталарҙы һәм уларҙың сығарылмаларын синтезлау ысулы эшләнә.

Мономерҙарҙы газ фазаһынан ҡаты өҫлөктәргә радиациялы полимерлаштырыу аша ялғанған сополимерҙар алыу ысулы тәҡдим ителә.

Сәғит Рафиҡов көсһөҙ ингибициялау теорияһы һәм практикаһының төп положениеларын формалаштыра һәм полимерлашыу процестарын көйләү принциптарын аса.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Введение к изучению высокомолекулярных соединений. Москва, Ленинград, 1946.
  • Синтетические смолы и пластмассы. Алма-Ата, 1950.
  • Методы определения молекулярных весов и полидисперсности полимеров. Москва, 1963.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Волков В. А. и др. Выдающиеся химики мира. М., 1991

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]