2 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
2 декабрь | |
![]() |
2 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 336-сы көнө (кәбисә йылында 337-се). Йыл тамамланыуға 29 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Ҡоллоҡто бөтөрөү өсөн көрәш көнө.
Рәсәй: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1409: Лейпциг университеты асыла.
- 1804: Наполеон I Бонапарт үҙен Франция императоры итеп иғлан итә.
- 1925: Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы эш башлай.
- 1930: Ҡыйғы районының бөгөнгө «Жизнь района» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1939: Нью-Йоркта Фиорелло Ла Гардиа исемендәге халыҡ-ара аэропорт файҙаланыуға тапшырыла.
- 1942: Энрико Ферми беренсе тапҡыр контролдә тотолған эҙмә-эҙлекле ядро реакцияһын яһай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы (1925—1998), партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры. Әбйәлил районының почётлы гражданы.
- Антонова Нина Васильевна (1935), СССР һәм Украинаның кино актёры. Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
- Коробов Валерий Петрович (1965), спорт ветераны, тренер. 1987 йылдан Белорет металлургия комбинаты һауыҡтырыу комплексының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 2010 йылдан — 3-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән уҡытыусы-тренеры. Грек-рим көрәше буйынса Бөтә Союз турнирҙары еңеүсеһе (1987—1988). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002), СССР-ҙың спорт мастеры (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Кәримов Аяз Рәфәғәт улы (1980), спортсы. Пара ски буйынса 2000 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005). Рәсәй чемпионы (2000, 2003, 2006, 2014). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дмитриев Геннадий Дмитриевич (1937), хеҙмәт ветераны. Мишкә районы Ленин исемендәге колхоздың элекке токаре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Абдуллин Мәүлитбай Миңтаһир улы (1952), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2000), доцент (2003).
- Күзбәков Фәнил Тимерйән улы (1952), ғалим-тарихсы, әҙәби тәнҡитсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир. Тарих фәндәре кандидаты (1983), филология фәндәре докторы (2001), профессор (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гутин Илья Львович (1918—11.11.2014), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995).
- Хәбиров Камил Шәймулла улы (1933), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1995 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бульдозерсыһы һәм торба һалыусы кран машинисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1964) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Әмир ауылынан.
- Шәймәрҙәнов Наил Әхмәт улы (1958), йырсы һәм композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гәрәева Клара Зыя ҡыҙы (1949), партия һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1981—1991 йылдарҙа Яңауыл район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1991—2004 йылдарҙа Яңауыл район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Артауыл ауылынан.
- Ғәзизова Гүзәл Мостафа ҡыҙы (1954), цирк артисы, һауа гимнасы. 1973—1997 йылдарҙа Рәсәй дәүләт циркы компанияһы, шул иҫәптән 1990 йылға тиклем — Башҡортостан дәүләт циркы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1982). Бөтә Союз цирк артистары конкурсы (Свердловск ҡалаһы, 1982) һәм Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1986) лауреаты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1859: Жорж-Пьер Сёра́, Франция рәссамы.
- 1954: Стоун Филлипс, АҠШ тележурналисы.
- 1959: Александр Кузнецов, СССР һәм Рәсәй актёры, сценарист һәм театр педагогы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1969: Климент Ворошилов, СССР-ҙың хәрби етәксеһе, дәүләт һәм партия эшмәкәре.
- 1969: Василий Павлович Соловьёв-Седой, СССР композиторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]