Эстәлеккә күсергә

Сорокина Валентина Мефодьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Валентина Сорокина битенән йүнәлтелде)
Сорокина Валентина Мефодьевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө искусствовед
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Сорокина Валентина Мефодьевна (9 апрель 1940 йыл) — сәнғәт белгесе, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының баш һаҡлаусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2012), Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, П. М. Третьяков исемендәге премия лауреаты.

Валентина Мефодьевна Сорокина[1] 1940 йылдың 9 апрелендә Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған. Әсәйе, Треньхина Зоя Дмитриевна (Теребилова), йәш ҡыҙ сағында ауылдан сығып китә, Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөлөшөндә эшләй. Төҙөлөштә буласаҡ ирен, Мефодий Артемьевич Теребиловты осрата. Ул ҡатынын Өфөгә алып китә. Ғаилә Өфөлә[2] йәшәй, ике бала тәрбиәләй: Юрий һәм Валентина[3]. Атайы үҙе, Теребилов Мефодий Артемьевич, сығышы менән Украинанан. Уның ғаиләһе кулак тип һөрөлә һәм Бәләбәйгә (Башҡортостан) күсеп килеп йәшәй. Ул Бәләбәйҙә «Торгсин»-ға (сит ил кешеләре менән сауҙа итеү буйынса Бөтә Союз ойошмаһы) һатып алыусы булып эшкә урынлаша. Ауыл буйлап йөрөп, әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлектәрҙе алтынға һәм затлы нәмәләргә алыштыра. Ата-әсәһе Өфөлә (Ш. Руставели урамы) төпләнә. Мефодий Артемьевич 1940 йылда Совет-фин һуғышында, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. 10 йыл самаһы балалар атайһыҙ үҫә.

60-сы йылдарҙа, мәктәпте тамамлағандан һуң, Валентина Мефодьевна Өфөлә асылған А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар художество мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Сәнғәт тарихын уҡыта. Һуңынан, 1967 йылға тиклем, И. Е. Репин исемендәге Ленинград һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтында (хәҙерге Санкт-Петербург дәүләт академияһы) сәнғәт теорияһы һәм тарихы факультетында уҡый.

[[1968 йыл]дан алып М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының баш һаҡлаусыһы. 2010 йылдан — музей директорының иҫәп-һаҡлау эше буйынса урынбаҫары.

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Сәнғәт белгесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995).

1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. «Башҡортостан энциклопедияһы» фәнни нәшриәтенең ғилми-редакцион советы ағзаһы.

Валентина Мефодьевнаның ағаһы, Ракша Юрий Михайлович (Теребилов) (02.12.1937 — 01.09.1980) — билдәле совет рәссамы.

Валентина Мефодьевна — күргәҙмәләр альбомдарын һәм каталогтарҙы ла индереп, 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Башҡортостан рәссамдарының ижады тураһындағы монографик баҫмалар, энциклопедияларҙа, матбуғатта баҫылып сыҡҡан күп һанлы хеҙмәттәр авторы.

1974 йылдан алып — республика, зона, төбәк һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә («Сәнғәт» бүлегендә) ҡатнашыусы.

Художники Республики Башкортостан : альбом-каталог / М-во культуры Республики Башкортостан, Региональное отд-ние Всероссийской творческой общественной организации «Союз художников России» Республики Башкортостан, Башкирский гос. художественный музей им. М. В. Нестерова; [сост. кат. В. М. Сорокина, М. О. Садыкова; пер. на англ. яз. В. Л. Левитин, пер. на баш. яз. М. С. Аминова]. — Изд. 2-е, доп. — Уфа : Автор, 2011. — 375 с. : ил., портр., цв. ил.; 25 см. ISBN 978-5-9902383-3-6

Сорокина В. М. Далёкие мечты осуществились // Мир музея, 2002. — № 5 (Сентябрь-октябрь). — С. 14-23 (с воспр.).

Сорокина В. М., Игнатенко С. В. Музей на реке Белой // Государственная Третьяковская галерея, 2007. — № 3. — С. 4-15 (с воспр.). — Текст парал.: рус., англ.

Михаил Васильевич Нестеров. Коллекция музея: Справочное издание / Авт.-сост. В. М. Сорокина. — Л.: Иван Фёдоров, 1997. — 40 с.

Буклеты о творчестве художников БАССР Б. Домашникова, Т. Нечаевой, С. Тавасиева, р. Нурмухаметова, К Девлеткильдеева. .

Вступительная статья и каталог республиканской выставки-конкурса, посвящённой 200-летию Победы в Великой Отечественной войне 1812 года. Уфа: Автор, 2012.

Вступительная статья и каталог республиканской выставки «Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан» (в рамках дней культуры РБ в Москве). — Уфа: Автор-проект, 2012.

Вступительная статья и каталог республиканской выставки, посвящённой III Всемирному курултаю башкир. — Уфа: Автор-проект, 2011.

Художники Республики Башкортостан: Альбом-каталог/ Вступительная статья В. М. Сорокиной. Сост. кат.: В. М. Сорокина, М. О. Садыкова. — Издание второе дополненное. — Уфа: Автор-проект, 2011. (Первое издание вышло в 2009 году к 75-летию Союза художников республики).

Вступительная статья и каталог республиканской выставки-конкурса, посвящённой 65-летию Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. — Уфа: Автор-проект, 2010.

Вступительная статья и каталог республиканской открытой гала-выставки «Акварельная весна». — Уфа: Инеш, 2005.

Сосланбек Тавасиев. Монография. — Уфа: Китап, 2004.

Салават Юлаев. Энциклопедия. — Раздел «Изобразительное искусство». — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004.

Александр Бурзянцев. Монография. — Уфа: Слово, 1998.

Михаил Васильевич Нестеров. Каталог музейного собрания с вступительной статьёй. — Уфа: Слово, 1997.

Борис Фёдорович Домашников. Альбом-каталог с вступительной статьёй. — Уфа: Слово, 1994.

Рашид Нурмухаметов. Монография. — Уфа: Китап, 1986.

Тамара Павловна Нечаева. Альбом-каталог с вступительной статьёй. — Уфа: Китап, 1984.

Адия Хабибулловна Ситдикова. Альбом-каталог с вступительной статьёй. — Уфа: Китап, 1981.