Эстәлеккә күсергә

Абдуллин Мәүлитбай Миңтаһир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Мәүлитбай Миңтаһир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 декабрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Йыланыш, Дыуан-Мәсетле ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө агроном, университет уҡытыусыһы, уйлап табыусы
Эш урыны Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d] (2000)

Абдуллин Мәүлитбай Миңтаһир улы (2 декабрь 1952 йыл) — ғалим-агроном, уйлап табыусы, йәмәғәтсе. 1982 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты хеҙмәткәре, 1997 йылдан — уҡытыусы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2000), доцент (2003).

Мәүлитбай Миңтаһир улы Абдуллин 1952 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Йыланыш ауылында тыуған.

1970 йылда Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен[1], 1977 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) агрономия факультетын тамамлаған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 19701972 йылдарҙа Мәсетле районының «Комсомолец» колхозында эшләй.

Ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң 1977 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына эшкә ебәрәлә. 1982 йылға тиклем агрономия фәндәре уҡытыусыһы булып эшләй. Бер үк ваҡытта техникум уҡытыусылары һәм һәм хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты ағзаһы , һуңынан комитет рәйесе итеп һайлана. Йәмғиәт башланғысында техникумдың лекторҙар төркөмөн етәкләй, 1979—1982 йылдарҙа «Йылайыр» совхозының «Ғилем» йәмғиәт берләшмәһенең идара рәйесе була.

1982 йылда Өфөгә ҡайта һәм ауыл хужалығы институтының тәжрибә баҫыуҙары мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. Был вазифала 1997 йылға тиклем эшләй.

1997—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының тупраҡты өйрәнеү кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы булып эшләй.

2000 йылда университеттың Производствоға өйрәтеү һәм тәжрибә эшенең уҡыу-уҡытыу фәнни үҙәген ойоштороуҙа ҡатнаша һәм етәкләй.

2003 йылдан мал аҙығы етештереү кафедраһы, 2009 йылдан үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү, емешселек һәм йәшелсәлек кафедраһы, 2015 йылдан тупраҡты өйрәнеү, үҙемлектәрҙең ботаникаһы һәм физилогияһы кафедраһы доценты булып эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми эшмәкәрлек менән институтта уҡыған сағында уҡ шөғөлләнә башлай. 1976 йылда студентаррҙың Бөтә Рәсәй ғилми эҙләнеүҙәр конкурсы лауреаты исемен яулай һәм ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты дипломы менән бүләкләнә.

2000 йылда «Оптимизация физико-химических параметров плодородия выщелоченных черноземов Южной лесостепи Республики Башкортостан приемами известкования» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

46 ғилми баҫма авторы, 1 уйлап табыу патенты хужаһы.

ғилми хеҙмәттәре
  • «Воспроизводство и оптимизация физико-химических свойств лесостепных черноземов Башкортостана» (2000)
  • «Сидеральные удобрения для лесостепной зоны Республики Башкортостан» (2001),
  • «Оптимизация физико-химических свойств выщелоченных черноземов Южной лесостепи РБ приемами известкования» (2005)
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9