Энрико Ферми
Энрико Ферми | |
Enrico Fermi | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил |
Италия, АҠШ |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
|
Альма-матер |
Пизала юғары мәктәп һәм Пиза университеты |
Ғилми етәксеһе |
Макс Борн |
Уҡыусылары | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
ядро физикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе |
Награда һәм премиялары | |
Автограф | |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Энри́ко Фе́рми (итал. Enrico Fermi; 29 сентябрь 1901 йыл, Рим — 28 ноябрь 1954 йыл, Чикаго) — данлыҡлы итальян-американ физигы, теоретик һәм экспериментатор, бөгөнгө теоретик һәм эксперименталь физикаға ҙур өлөш индергән шәхес, квант физикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1938)[1] 1939 йылда АҠШ-ҡа күсенә[⇨]. Деи Линчеи Милли академияһы ағзаһы (1935), СССР ФА-ның сит ил мөхбир ағзаһы (1929). 1939 йылда «сылбыр реакцияһы» тигән төшөнсә индерә, һуңғараҡ атом проекттарында ҡатнаша.
Уның хөрмәтенә Ферми-Дирака бүленеше, Томас-Ферми моделе тигән төшөнсәләр индерелгән, химик элементҡа фермий атамаһы бирелгән һ. б.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ферми 1901 йылда Римдә тимер юлсы Альберто Ферми һәм уҡытыусы Ида де Гаттис ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан математикаға һәләтле икәнен күрһәтә. 1922 йылда Пизалағы Юғары Нормаль Мәктәпте тамамлай һәм рентген нурҙары менән һынауҙары өсөн Пиза университетында ғилми дәрәжә ала.
1926 йылда Ферми Рим университетына профессор итеп тәғәйенләнә[3],шул ваҡыттан бик емешле хеҙмәт осоро башлана. Ядро физикаһы проблемаларын тәрәндән өйрәнеүгә тотона.
Ферми, үҙ заманының байтаҡ итальян ғалимдары кеүек үк, фашистик партияла тора. Әммә был уға 1928 йылда билдәле йәһүд ғаиләһенән Лаура Капонға (Laura Capon) өйләнеүгә кәртә булмай. 1938 уларҙың ике балаһы тыуып та өлгөрә. (Giulio)[3].
Нобель премияһы һәм эмиграция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ферми төркөмөнөң нейтрон физикаһы буйынса эше танылыу яулай. Ферминың асыштары атом техникаһында ҡулланыш таба. Радиоактив элементтарҙы нейтрон бомбардировка юлы менән бүлеүҙе һәм ядро сылбыр реакцияһын асҡаны өсөн 1938 йылда Энрико Фермиға Физика буйынса Нобель премияһы бирелә[3]. 1939 йылда Стокгольмға ғаиләһе менән премия алырға киткән еренән Ферми Италияға ҡайтмай, сөнки власҡа килгән Муссолини ғилми эштәр өсөн шарттарҙы юҡҡа сығарыу юлына баҫа. Етмәһә, йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү башлана[3]. Ферми АҠШ-ҡа китә, бында Нью-Йорктағы Колумбия университетында эш башлай .
Ферминың физиканан асыштары алдағы йылдарға йүнәлешле булыуы менән ҡиммәт. Уның ҡайһы бер эштәренә тейешле баһа үҙе үлгәндән һуң ғына бирелә.
1954 йылдың йәйен Ферми Европала үткәрә, ашҡаҙан рагы һуңғы стадияға еткән була. Францияла, Германияла һәм Италияла лекциялар уҡый, элекке дуҫтары менән осраша. Чикагоға ҡайтҡас, 1954 йылдың 28 ноябрендә 53 кенә йәшендә вафат була[3].
Иҫтәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ферминың вафатынан саҡ ҡына алда Атом энергияһы буйынса комиссия ғалим өсөн махсус премия булдыра[3]. 1956 йылда Энрико Ферми Премияһы исеме йөрөтә башлай һәи даими рәүештә энергия өлкәһендә асыштар яһаған ғалимдарға бирелә.[4]. 100-се химик элементҡа фермий исеме бирелә. Чикаго ядро тикшеренеүҙәре институтына уның исеме бирелгән, Фермилаб - тиҙләнеш лабораторияһы, Ферми исемендәге космик телескоп бар[5], а Италиялағы күп урамдарға уның исеме бирелгән.
Баҫылған эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ферми. Молекулы и кристаллы. — М.: ИЛ, 1946.
- Э. Ферми. Элементарные частицы. — М.: ИЛ, 1953.
- Э. Ферми. Лекции о пи-мезонах и нуклонах. — М.: ИЛ, 1956.
- Э. Ферми. Квантовая механика. — М.: Мир, 1968 (2-е изд.).
- Э. Ферми. Научные труды. — В 2-х т. — М.: Наука, 1971-72.
- Э. Ферми. Термодинамика. — Харьков: Изд-во Харьк. ун-та, 1973 (2-е изд.).
- Э. Ферми. Лекции по квантовой механике. — М., 2000.
- Э. Ферми. Лекции по атомной физике. — М., 2001.
Мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья:УФН-14-7:О возможном нахождении элемента с атомным номером выше 92
- Э. Ферми, Э. Амальди, О. д’Агостино, Ф. Разетти, Э. Сегрэ. Искусственная радиоктивность, создаваемая нейтронной бомбардировкой. // УФН. — 1934. — В. 8.
- Э. Амальди, О. д’Агостино, Э. Ферми, Б. Понтекорво, Ф. Разетти, Э. Сегрэ. Искусственная радиоактивность, создаваемая нейтронной бомбардировкой — II. // УФН. — 1935. — В. 7.
- Статья:УФН-32-1:Элементарная теория котлов с цепными ядерными реакциями
- Э. Ферми. Ядерные процессы при больших энергиях. // УФН. — 1952. — Т. 46. — № 1.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ферми Энрико — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ Морамарко М. Масонство в прошлом и настоящем БИОГРАФИИ МАСОНОВ — Электронная Библиотека истории масонства
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 About Enrico Fermi (ингл.). Чикагский университет. Дата обращения: 7 ғинуар 2012. Архивировано 10 ғинуар 2013 года. 2012 йыл 26 ноябрь архивланған.
- ↑ The Enrico Fermi Award Министерство энергетики США
- ↑ Enrico Fermi and the First Self-Sustaining Nuclear Chain Reaction Министерство энергетики США
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Laura Fermi. Atoms in the Family, University of Chicago Press, Chicago, 1954, pg. 123.
- Л. Ферми. Атомы у нас дома. — М.: ИЛ, 1959 (2-е изд.).
- Б. Понтекорво. Энрико Ферми (1901—1954) (К годовщине смерти). // УФН. — 1955. — Т. 57. — № 11.
- П. Лятиль. Энрико Ферми. — М.: Атомиздат, 1965.
- Б. Понтекорво. Энрико Ферми. — М.: Знание, 1971.
- Б. Понтекорво, В. Н. Покровский. Энрико Ферми в воспоминаниях учеников и друзей. — М.: Наука, 1972.
- Э. Сегре. Энрико Ферми — физик. — М.: Мир, 1973.
- И. И. Гуревич, Я. А. Смородинский. Научные труды Энрико Ферми. // УФН. — 1974. — Т. 114. — № 10.
- Ю. А. Храмов. Физики: Биографический справочник. — М.: Наука, 1983. — С. 275—276.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Энрико Ферми Викиөҙөмтәлә | |
Энрико Ферми Викикитапханала | |
Энрико Ферми Викимилектә | |
Энрико Ферми Викияңылыҡтарҙа |
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 29 сентябрҙә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Римда тыуғандар
- 28 ноябрҙә вафат булғандар
- 1954 йылда вафат булғандар
- АҠШ-та вафат булғандар
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса физиктар
- XX быуат физиктары
- Физика буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Лондон короллеге йәмғиәте сит ил ағзалары
- АҠШ Милли ФА ағзалары һәм мөхбир ағзалары
- Ғалимдар хөрмәтенә аталған физик үлсәү берәмектәре
- Маттеуччи миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Макс Планк миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Италия масондары
- Хьюз миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Италия физиктары
- Лейден университеты уҡытыусылары